Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы ла – тәрбиәнән
– Хаҡлы ялда булғас, көс-ҡеүәт тә кәмегәс, ирем менән икәүләп балаларыбыҙға нисек ярҙам итергә белмәй аптырайбыҙ. Үҙебеҙҙе кәрәкһеҙ кеше кеүек тә тойоп ҡуябыҙ. Ярҙам итә алмай башлаһаң, балалар тыуған йортона ҡайтырға ашҡынып та тормай икән ул...
Б.М.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Башҡортостан мосолман­да­ры­ның Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘ­ТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Был һүҙҙәр төбәгебеҙҙәге имам­дарҙың береһенең һөйләгәндәрен иҫкә төшөрҙө. “Бер саҡ миңә 70 йәш­тән үткән ағай килде, – тип бәйән итте ул. – Үҙен күптән беләм: ғүмер буйы яҡшы урында эшләне, етеш йәшәне, хәҙер пенсияны ла мул ала. “Һис ҡасан мә­сет­кә йөрө­гәне юҡ ине ләһә. Нимә булды икән? – тип уйлап алдым. – Бәлки, әл-хәмдү лил-ләһ, иман юлына баҫырға ниәтлә­гәндер?” Әммә ағай бөтөнләй икенсе уй менән йөрөй булып сыҡты.
— Ҡустым, мәсетеңдә миңә берәй эш юҡмы? – тип һүҙ сурытып тормай шунда уҡ һораны ул. – Килгән кешене ҡар­шылап ултырырға булһа ла ризамын. Башҡа бер урын­ға ла алмайҙар. Ә аҡса кәрәк, пенсияға ғына мөрхәтһенеп ултырып булмай...
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, аптырап ҡалдым. Һаман аҡса артынан ҡыуа. Ул хәтлем матди байлыҡ нимәгә икән һуң ағайға? Ҡалабыҙ ҙур булмағас, күреп торабыҙ: балалары өсөн барыһын да эшләне, һис ниндәй ауырлыҡ күрһәт­мә­йенсә, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы, барлыҡ уңайлыҡтар менән тәьмин итте... Ә, бәлки, ағайҙың мәсеттән эш бе­ле­шеүе иманға килеү өсөн сәбәп кенәлер?
Ошо уйҙан сығып, әйтеп ҡуйҙым:
— Ғибәҙәтханаға юҡҡа тартылмайһыңдыр, ағай. Намаҙға баҫырға ниәтләйһеңдер.
Ағайҙың йөҙө иһә ҡапыл үҙгәреп китте, күҙҙәрендә тә­кәб­берлек осҡондары һиҙелеп ҡалды:
— Кит юҡты. Барыһы ла намаҙ уҡып ултырһа, кем эш­ләр? Мин бына ғүмер буйы хеҙмәт иттем, буш ваҡытым бул­маны тиерлек. Дин тотмаһам да, шәп йәшәнем. Балаларыма һаман да ярҙам итерлек ҡеүәтем бар әле. Пен­сия­м­дың күп өлөшөн ейәнем белем алған юғары уҡыу йортона түләп торғанға, өҫтәмә аҡса булмаҫмы тип кенә йөрөүем. Ә һин... Намаҙ, имеш, ундай нәмәләргә ваҡытым юҡ минең...
Шулай ҡапыл ҡыҙып киткән ағайға бер ни ҙә төшөндөрә алмай ултырып ҡалдым. Мәсеттә хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эш хаҡы алмауын, дин, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын, Аллаһ рәхмәте өсөн тырышыуын да әйтеп өлгөрмәнем. Быны ишетһә, ағай ни эшләр ине икән?..”
Ошо ваҡиғаға, шулай уҡ миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙә­ше­беҙҙең уйҙарына нигеҙләнеп, фекер йөрөтөп ҡарайыҡ. Донъя­ла әҙәм балаһының төп бурысы ниндәй? Никахлы ғаилә ҡороп, иманлы, әҙәп-әхлаҡлы балалар үҫтереү, улар­ҙы һөнәрле, тормошта юғалып ҡалмаҫтай итеп тәр­биәләү. Әлбиттә ки, бының өсөн тәү сиратта атай-әсәйҙең үҙенең хеҙмәт һөйөүсән булыуы мөһим. Үрҙә тормошо бәйән ител­гән ағайға был йәһәттән һоҡланырға ғына ҡала: ул ғүмер буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләгән, ғаиләһен муллыҡта йәшәткән, балаларын да йәшәү уңайлыҡтары менән тәьмин иткән. Өҫтәүенә хәҙер ейәндәрен юғары белемле итеүгә тотонған.
Бер яҡтан уйлап ҡарағанда, ағайҙың тормошона һүҙ әй­терлек түгел. Көс бар икән, ниңә хаҡлы ялда аҡса эш­ләү­ҙе дауам итмәҫкә? Балаларға кәрәкле булып йәшәү үҙе бәхет бит. Әммә икенсе яҡтан... Тәрбиәле бала өлкән йәштәге атаһын өҫтәмә эш эҙләп йөрөргә мәжбүр итер инеме? Миңә һорау биргән ҡәрҙәшебеҙ ҙә бит: “Ярҙам итә алмай башлаһаң, балалар тыуған йортона ҡайтырға аш­ҡынып та тормай икән ул...” – тип белдерә. Күренеүенсә, бары­һы ла тәрбиәгә барып тоташа, тимәк, төп ғәйеп – ата-әсәнең үҙендә. Улар ғүмер баҡый балаларына ел-ямғыр тейҙермәй йәшәп, иң ҙур бурысын – күңелдәренә иман, әхлаҡ һалыуҙы онотҡан. Һөҙөмтәлә ҡартайған көндәрендә иғтибар тойорға, үҙҙәренең барлығын, кәрәклеген раҫларға теләп көн күргән мәлдәре. Балалары ошоно аңлап, ата-әсәһен ҡәҙерләй башлар, хатаны үҙ ғаилә­һендә ҡабатламаҫ тигән өмөттә ҡалайыҡ, иншаллаһ.
“Аллаһ Тәғәлә иманлы, һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Шундай булырға ынтылайыҡ, балаларыбыҙҙы күркәм өлгөлә үҫтерәйек, хөр­мәт­ле ҡәрҙәштәр. Йәнә шуныһы: хаҡ юлдан барыу, намаҙ уҡыу ваҡытты алмай ул. Аллаһты иҫкә төшөрмәйенсә, барыһы ла тик Уның ниғмәте икәнен аңламайынса, дөрөҫ йә­шәмәйенсә ғүмер уҙғарып, аҙаҡ үткәнеңә үкенергә яҙма­һын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 294

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 255

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 374

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 356

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 893

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 488

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 491

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 573

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 440

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 420

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 351

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 622