Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хыялдарға һаҡһыҙ ҡағылһаң...
Хыялдарға һаҡһыҙ ҡағылһаң...Әҙәм балаһы тормошонда иң саф, матур хыялдар – бала, үҫмер осорҙарыныҡы. Ошо уй-теләктәргә ҡарата иғтибарлы булыу зарур: уларға һаҡһыҙ ҡағылһаң, йәш кешенең йәшәү дәртен, өмөт-ышанысын һүндереү ихтималлығы бар.


...Алтынсы класс уҡыусыларына киләсәктә кем булырға теләүҙәре хаҡында инша яҙырға ҡушылған. Балаларҙың береһе төнгә хәтлем ултырып, күңелендәге хыялын түкмәй-сәсмәй ҡағыҙға төшөргән. Ҙур ер алып, шунда иркен йорт һа­лырға, шәхси хужалығын алып ба­рырға, өҫтәүенә ошонда уҡ ха­лыҡҡа ял итеү урыны булдырырға хыял­ланған ул. Был эште нисек ойош­то­расағы, архитектура үҙенсә­лектәре, тупраҡтың уңдырышлы­лы­ғын арттырыу саралары, ат һа­ра­йын нисек төҙөү һ.б. хаҡында ихлас күңелдән ентекле бәйән иткән.
Иртәгәһенә малай иншаһын уҡытыусыға тапшырған. Өс көндән иһә дәфтәре үҙенә әйләнеп килгән. Асып ҡараһа, ҙур “икеле”... Өҫтә­үенә уҡытыусы малайҙы бөтөн класс алдында әрләй башлаған: “Ер алам, иркен йорт төҙөйөм, имеш. Беләһеңме, бының өсөн күпме аҡса кәрәк! Уны ҡайҙан алырға уйлайһың? Ишле ғаиләнән­һең дәһә. Ҡыҫҡаһы, ундай хыялды онот. “Икеле”ңде төҙәтәм тиһәм, икенсе инша яҙып алып кил. Теләгең мөмкинлектәреңә тап килерлек булһын”.
Малай өйөнә бөтөнләй кәйефһеҙ ҡайтып ингән. Хәлен һөйләп биргәс, атаһы: “Бер ниндәй ҙә кәңәш бирә алмайым, улым, – тигән. – Тик шуны бел: ҡарарың ныҡлы, ниәтең изге икән, Аллаһ бәрәкәтен бирер”.
Һөҙөмтәлә оҙаҡ уйланғандан һуң малай уҡытыусыға әлеге иншаһын кире тотоп барған: “Икеле”геҙ ҡалһын, мин дә хыялымды үҙемдә ҡалдырам...”
...Йылдар үткән. Шәхси биләмә­һендәге матур тәбиғәттә ял итергә килгән кешеләргә ҡыуанып ҡарап ултырған хужа бер төркөм уҡыусы­ларҙы күреп, уларға табан юллан­ған. Шул саҡ бер баланың сағыу тауышы яңғыраған: “Киләсәктә минең дә ошондай ҙур биләмәм, аттарым буласаҡ! Бынауындай иркен өйҙә йәшәйәсәкмен! Биләмәмдә балалар өсөн лагерь ҙа асырмын!..” Яуап урынына ҡәнәғәтһеҙ уҫал тауыш ишетелгән: “Булмаҫтайҙы һөйләп торма! Көсөңдән килмәйәсәк!”
Балаларҙы экскурсияға алып килгән өлкән йәштәге апайҙы күргәс, биләмә хужаһының йөрәге “жыу” итеп ҡалған: үҙенең элекке уҡытыусыһы бит! Мәктәптә һаман эшләп йөрөй икән. Тиҫтә йылдар дауамында күпме уҡыусының хыялын юҡ иткәндер ул...
– Ысынлап теләйһең икән, уйла­ғандарың һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ! – тип йәһәт кенә теге малайҙың янына килеп, яурынына ҡулын һалған биләмә хужаһы. – Хыялһыҙ кеше – ҡанатһыҙ. Теләк-ниәтең көслө, изге булһа, Аллаһ бәрәкәтен бирә ул...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508