Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Насар һүҙҙе ҡабатлама
– Иман йорттарында, киң мәғлүмәт сараларында күбеһенсә гел тормоштоң яҡшы яғы хаҡында һөйләргә тырышалар. Әйтерһең, донъяла кире күренештәр аҙ. Ни бар – шуны күрһәтергә кәрәкмәйме ни, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
И. ҒӘЛЛӘМОВА.
Белорет районы.


Башҡортостан мосол­ман­да­рының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Ниҙер әйтерҙән алда уның бу­ласаҡ эҙемтәһе хаҡында уйларға кәрәк тигән аҡыл һалынған халҡы­быҙ күңеленә. Телдең тештәр артында урынлашыу хикмәтен дә бе­ләбеҙ: ул ирекле рәүештә торған булһа, баш уйлап өлгөрмәҫтән, әллә нимә һөйләп бөтөр ине. “Ауыҙыңды үлсәп ас” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр.
Ошоға бәйле хәҙистәрҙең береһен йәнә хәтергә төшө­рәйек. “Һүҙегеҙҙе уйлап һөйлә­геҙ”, – тип белдергән бер мәл пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм йыйылған халыҡҡа. Йәмәғәт аптырап ҡал­ған: “Йә, Рәсүлуллаһ, бының өсөн дә яуап бирәбеҙме ни?” Пәйғәмбәребеҙ: “Әҙәм ба­ла­һын йәһәннәмгә йөҙтүбән оҙатҡан нәмә шул тел бит”, – тип яуаплаған.
“Аллаһ Тәғәлә буш һүҙ менән ваҡыт үткәргәнде яратмай”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм икенсе бер хәҙисендә. Һөйләнгән һәр хәбәр тормош, йәмғиәт өсөн файҙалы, фә­һемле булырға тейеш. Өҫтәүенә, хәҙистәрҙә әйтелгәнсә, мо­солманға күркәм итеп һүҙ атыу, иғтибар менән тыңлай белеү ҙә зарур. “Мосолмандың теленән дә, ҡулынан да, ғә­мәлдәренән дә һис кем зыян күрмәҫкә тейеш”, — тип өй­рәтә динебеҙ. Ялған, буш һүҙ һөйләү, ошо ғәмәл аша кемделер кәмһетеү иһә – ҙур гонаһ.
Ошо йәһәттән әлеге һорауға килгәндә, иман йорттары, киң мәғлүмәт саралары йәмғиәт, халыҡ алдында ҙур яуаплылыҡ тота. Уларҙан әҙәм балаһы тик яҡтылыҡ, килә­сәккә өмөт-ышаныс, дәрт-дарман алырға тейеш. Мәсетте миҫалға килтерәйек. Уға, мәҫәлән, йома намаҙы һайын һәр кем имамдан файҙалы мәғлүмәт, яҡшы һүҙ ишетергә те­ләп килә. Тимәк, сығыш яһаусы хөтбә һөйләүгә ҙур яуап­лы­лыҡ менән ҡарарға тейеш. Халыҡты нимә ҡыҙыҡ­һын­дыра? Ниҙәр борсой? Мәсеттән һорауҙарына яуап табып сығырмы улар? Һөйләгәнде ҡабул итерҙәрме? Ышаныс­тарын аҡлай алырһыңмы? Үҙенә ошондай бихисап һорау бирергә бурыслы имам. Халыҡ өсөн Аллаһ алдында яуап­лылыҡ тота ул. Шуға ла һәр һүҙҙе уйлап әйтергә, күңелде үҫтерергә тейеш.
Имам хөтбәгә әҙерлек менән килә икән, һөйләгәндәре ҡәрҙәштәребеҙҙең күңеленә ныҡлы тәьҫир итеп, тәрән уйы­лып ҡаласаҡ. Бурысын еңел-елпе атҡарғандың сығышы иһә тотош мәхәлләнең рухи-әхлаҡи торошона кире йоғонто яһауы ихтимал. Һүҙ юҡ, хөтбәгә әҙерләнеү еңел эш түгел. Был ғәмәлде атҡарғанда имамдар, айырыуса йәштәр, төрлө ауырлыҡ менән осраша. Һөйләгәндәрең, әлбиттә ки, заман талаптарына тура килергә, көнүҙәк мәсьәләләргә, бурыс­тар­ға ярашлы булырға тейеш. Мәҫәлән, диндәге фа­на­тизм­дың, сиктән ашып китеүҙең хәүефлелеге, һәр яҡлап зыяны тураһында гел әйтеп торорға кәрәк. Әммә был хаҡта ҡыҙып, ярһып түгел, ә тыныс аңлатыу мөһим. Әрләү, тупаҫлыҡ, кәмһетеү Исламға бөтөнләй ят. Аҡылға таянып, төптән уйлап, күңелдең иң тәрәндәге ҡылдарын тирбәтеп ебәрерлек итеп әйтә белеү зарур. Кире күре­нештәрҙе, хәл-ваҡиғаларҙы туранан-тура бәйән итмәйенсә, төптән төшөндөрөргә кәрәк. Насар төшөнсәләрҙе, һүҙҙәрҙе гел ҡабатлап торһаң, уларҙың тамыр йәйеп китеү ихтималлығы ла бар бит. Шуға ла, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һүҙ менән бик иғтибарлы булыу зарур. Уларҙың яҡшыларын күберәк әйт­һәк, насарҙары күмелеп ҡалыр, хатта ки юҡҡа сығыр. Кеше күңеле бит игенлек кеүек. Унда изгелек орлоҡтары сәсергә тырышыу мөһим. Был, әлбиттә ки, иман йортта­ры­ның, киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлегенә генә түгел, барлыҡ кешелеккә ҡағыла.
Тормоштоң матурлығын күреп, яҡтылыҡ өләшеп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Күңелде ҡырырлыҡ мәғлүмәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән ары торайыҡ, бер-беребеҙҙең йөрәген яраламайыҡ, барыр юлына соҡор ҡаҙмайыҡ. Яҡтылыҡҡа күмәкләп ынтылһаҡ, иншаллаһ, маҡсаттарыбыҙға өлгә­шер­беҙ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 260

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 222

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 347

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 333

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 853

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 460

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 445

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 536

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 404

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 388

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 327

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 597