Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәләм бирҙе “Сәләм”
Сәләм бирҙе “Сәләм” Һәр халыҡтың күңел төпкөлөнә, тамырҙарына һалынған, киләсәк быуындарға еткерергә тейешле рухи ҡиммәттәре бар. Иҫке Ябалаҡлы ауылында йәшәүселәр был йәһәттән үҙ иңенә һалынған бурысты элек-электән ҙур яуаплылыҡ, намыҫ менән атҡара. Мәҫәлән, борон бында ике мәсет булып та, йома намаҙҙарында уларға халыҡтың һыймауы, Совет осоронда ла кешеләрҙең имандан айырылмауы – рухи ҡиммәткә тоғролоҡтоң, дөрөҫ йәшәүгә ынтылыштың күркәм өлгөһө, ныҡлы дәлиле.
Ошоға тиклем Иҫке Ябалаҡ­лылағы ғибәҙәтхана бәләкәй генә бинала эшләп килде. Күптән түгел иһә бөтөн ауыл халҡының уртаҡ көсө менән өр-яңы мөһабәт иман йорто ҡалҡып сыҡты. Бер тауыштан “Сәләм” тип атанылар уны. Берҙәм хеҙмәт емеше хаҡында ауыл старостаһы Сабирйән Дәүләтшин ҙур ғорурлыҡ, ҡәнә­ғәтлек менән ихлас бәйән итте:
– 2015 йылда Ҡорбан байрамын үткәргәндән һуң мәсеттә өсәү ҡалдыҡ: имам-хатип Салауат Вәликәев, Яңы Ябалаҡлынан Әлфәт Хәсәнов һәм мин. Һөйлә­шеп ултырғанда күрше ауылдан килгән ҡәрҙәшебеҙ: “Мәсеттең ҡыйығы иҫкергән икән. Әйҙәгеҙ, яңыртайым”, – тип тәҡдим итте. Мин иһә: “Иҫкене нисек кенә биҙәһәң дә матураймай инде ул, – тинем. – Яңыһын төҙөргә ине лә...” Ә был мәсьәләне өсәүләп кенә хәл итеү мөмкин түгел, шуға бер аҙҙан тотош ауыл халҡына мөрәжәғәт иттек. Йыйылышта дәр­рәү ҡарар яңғыраны: мәсет кәрәк!
Староста әйтеүенсә, 70 квадрат метрлыҡ бурса йортто төҙөүгә ауылдың барлыҡ халҡы, шулай уҡ ошонда тыуып, ситтә йәшәгән күп кеше үҙ өлөшөн индергән. Гөлшат Зөлҡәрнәеваны, Әлфәт Хәсәновты, клуб мөдире Рафаэль Уйылдановты айырым телгә алып үтте Сабирйән Сәлимйән улы. “Шишмә май айырыу заводы” йәмғиәте нигеҙҙе, диуарҙы эш­ләүгә булышлыҡ ҡылған, Альберт Ғәйфуллин тәҙрәләрҙе, ишекте яһаған, Ринат Зөлҡәрнәев, барлыҡ кәрәк-яраҡты үҙ аҡсаһына алып, ҡапҡа ҡуйған.
“Дим башҡорттары” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Филүс Хәлиуллин (ул күрше Дәүләкәндең Яңы Яппар ауылынан) былтыр йәй ике райондың үҙешмәкәр коллективтары ҡатнашлығында ҙур хәйриә концерты ойоштороп, йыйылған 80 мең һум аҡсаны мәсет төҙөлөшөнә һалған.
– Беҙ, Дим башҡорттары, бер-беребеҙгә һәр саҡ терәк-таяныс булып, ярҙам итешеп йәшәйбеҙ, – ти Филүс Исмәғил улы. – Рухи ҡиммәттәрҙе шулай бергәләп ҡәҙерләү, һаҡлау мөһим.
Заманса ҡарашлы, тынғыһыҙ, тәүәккәл замандашыбыҙ үҙе йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнә.
“Сәләм”де асыу тантанаһына халыҡ ифрат күп йыйылды. Урындағыларҙан тыш, Шөңгәккүл, Дурасов ауыл биләмәләренән дә ағылып килделәр. Араларынан, мәҫәлән, Венера Ибраһимова ошо Иҫке Ябалаҡлы ҡыҙы икән.
– Тыуған төйәгем менән бәйләнеште өҙгәнем юҡ, – ти ул. – Барлыҡ дини байрамдарҙы үҙемдең тыуған ауылыма килеп үткәрәм. Ни өсөн тигәндә, бында саралар һәр ваҡыт юғары кимәлдә уҙғарыла. Салауат хәҙрәт Вәли­кәев – оҫта ойоштороусы, халыҡ уны тыңлай, ныҡ хөрмәт итә. Бөгөнгө ауылдарҙың нигеҙен тап шундай аҡыллы, иманлы, илһөйәр әйҙәүселәр һаҡлап тора, әл-хәмдү лил-ләһ.
Шөңгәккүлдә тыуған Наил Мәхмүтов та күп нәмә имамға бәйле тип һанай.
– Ул эште дөрөҫ алып барырға тейеш, шул саҡта ауылдаштарҙың тормошонда ҡот-бәрәкәт артасаҡ, – ти яҡташыбыҙ.
Мәсет атамаһының мәғәнәһен Иҫке Ябалаҡлынан Ғәли Хисмә­туллин шулай тип аңлата:
– Мәғлүм ки, кешенең исеме уның яҙмышына йоғонто яһай. Шуның кеүек, иман йортона атама һайлағанда ла иғтибарлы булыу зарур. “Сәләм” һүҙе иһә киң мәғәнәгә эйә. Ул тәү сиратта – мосолман­дарҙың күрешкәндә иң беренсе әйткән һүҙе. Шулай уҡ һаулыҡ-сәләмәтлек теләүҙе, уй-ниәттең, күңелдең таҙалығын аңлата. Әс-сәләм – Аллаһ Тәғәлә­нең 99 исеменең береһе лә ул. Күреүегеҙсә, беҙҙең мәсет иң ҡулайлы урында – ауылға ингән ерҙә. Тимәк, килгәндәрҙең күңе­ленә яҡтылыҡ бөркөп ҡаршы аласаҡ, юлға сыҡҡандарҙы изге фатиха биреп оҙатып ҡаласаҡ, иншаллаһ.
Иҫке Ябалаҡлы халҡының оло шатлығын уртаҡлашырға шулай уҡ Юғары мөфтөй, Рәсәй мосол­мандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, урындағы хакимиәт башлығы Флүр Ураҙмәтов, Шишмә һәм Дәүлә­кәндең имам-мөхтәсибтәре Зөфәр Собханғолов менән Рәфис Сафин килде. Район етәксеһе әйтеүенсә, “Сәләм” – бындағы утыҙынсы мәсет, тиҙҙән йәнә өс иман йортоноң асылыуы көтөлә.
...Шул ҡәҙәр йылы, яҡты, уңайлы, тыныс бында. Иҙәнгә йомшаҡ балаҫтар йәйелгән, тәҙрәлә – матур ҡорғандар. Ҡунаҡсыл йорттоң байрам өҫтәле ризыҡтан һығылып тора, табын түренән аҡһаҡалдар урын алған, уларҙың нәсихәттәрен урта быуын вәкилдәре лә, бала-саға ла йотлоғоп тыңлай, бер аҙҙан намаҙға саҡырған аҙан тауышы тарала... Киләсәктә лә ошондай күркәмлек йәмләһен ауылды, ҡот-бәрәкәт артҡандан-артһын, иншаллаһ.

Шишмә районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598