Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әүлиәләрҙе ҡәҙерләйек
Әүлиәләрҙе ҡәҙерләйек Сентябрь аҙағында халҡыбыҙҙың иң ҡеүәтле әүлиәләренең береһе Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбере янында ҡылынған ҡәбәхәтлек бөтә Башҡортостанды тетрәндерҙе. Күп тә үтмәне, Мерәҫ ауылы эргәһендәге Йәғәфәр әүлиәнең дә ҡәбер ташын онтап, ер менән тигеҙләнеләр, артынса уҡ Муллаҡайҙағы Нурыш әүлиәнең ҡәберенең кәртәһен юҡ итеп, маҡамын таратып ҡуйҙылар. Был әшәке эштәр ҡайһы бер дин әһелдәренең: “Ҡәберҙе изгеләштерәләр. Унда барып табыналар, тауаф ҡылып йөрөйҙәр”, – тигән сығыштарынан һуң башланды.

Ә кем табына һуң ҡәбергә, кем тауаф ҡыла? Берәү ҙә был ғәмәлдәрҙе ҡәберҙә үтәмәй. “Ләә иләәһә илләллааһ. Мөхәммәди рәсүлуллаһ”. Аллаһтан башҡа табынырға яраҡлы илаһ юҡ, Мөхәммәт (Аллаһтың рәсүле) кәлимәһен әйтеп, бөтә аңы, йөрәге менән исламды ҡабул итеп, намаҙҙар уҡып, ураҙалар тотоп, хаж ғәмәлдәрен үтәп ҡайтҡан, Аллаһ Тәғәләнең ҡушҡандарын үтәп, тыйғандарынан тыйылған кеше нисек итеп һөйәктәргә табына алһын?
Быйыл 29 июлдә Манһырҙа Мөжәүир олатайҙың ахирәткә күсеүенә 50 йыл тулды, ошо уңайҙан әүлиәгә зыярат ҡылырға уны яратҡан, хөрмәт иткән меңләгән кеше йыйылды. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитендә яҙып та сыҡтылар. Берәү ҙә табынманы, берәү ҙә тауаф ҡылманы. Уның рухына бағышлап Ҡөрьән сүрәләре уҡылды, Рәсәй һәм Башҡортостандың берлеген теләп, Аллаһ Тәғәләнән ил тыныслығы, ер-һыуҙарыбыҙға бәрәкәт, именлек, ил етәкселәренә һаулыҡ, аҡыл ҡеүәте, халҡыбыҙға берҙәмлек, төрлө афәттәрҙән, фетнәләрҙән аралауын һорап, доғалар ҡылынды.
Аллаға шөкөр, хәҙер халыҡ күпләп дингә ылыға, зыярат ҡылыуҙы ла йыйындар ваҡытында дөрөҫ үтәй. Ә “табыналар” тигән нахаҡ һүҙҙәрҙе тик динебеҙҙе тарҡатыр өсөн, башҡорттарҙы тәриҡәттән ситләштерер өсөн әйтәләр. Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ ошо тәриҡәттә булды һәм киләсәктә лә шулай булыр, иншаллаһ.
Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең бөйөҡ әүлиәһе Мәхмәт Әҙил Хаҡҡани Башҡортостанда булғанда әйтте: “Изге ҡәберҙәр тураһында пәйғәмбәрҙәребеҙҙең әмере бар. “Зыярат ҡылығыҙ, ғибрәт алығыҙ, ҡәберҙәргә барып бәрәкәт табығыҙ” тиелә унда. “Зыярат ҡылыу, изгеләр рухы аша бер Аллаһҡа ялбарыу дингә, сөннәткә ярашлы”.
Баймаҡ ерендә булғанда әүлиә былай тине: “Аллаһ Тәғәлә әүлиәләр рухы аша динегеҙҙе, иманығыҙҙы, рухи хәтерегеҙҙе, ерегеҙҙе, телегеҙҙе, илегеҙҙе һаҡлай. Аллаһ һеҙҙең халҡығыҙға бөйөк әүлиәләр бүләк иткән. Әүлиәләрегеҙ аша халҡығыҙға, ерегеҙгә, илегеҙгә бәрәкәт, көс-ҡөҙрәт килә, ул бәрәкәт көндән-көн арта бара. Ихтирам итегеҙ әүлиәләрегеҙҙе, зыяраттарына барығыҙ”.
Аҡылы булған кеше әүлиәнең әйткәнен иғтибар менән уҡыһа, Баймаҡ ерендә башҡорттар ни өсөн әүлиәләрен хөрмәт иткәнен аңлар. Был ер – изгеләр ере, әүлиәләр маҡамы. Маҡам – Аллаһ Тәғәләнең әүлиәләре төйәге тигәнде аңлата. Ҡалабыҙҙың исеме Бай+маҡ(ай) та ошо төшөнсәләрҙән алынған, минеңсә.
Әүлиәләребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйек, баймаҡтар, уларҙың рухы аша килгән бәрәкәткә шөкөр итәйек. Һәр ауылда тиерлек әүлиә зыяраты бар. Тапалып ятҡандары ла етәрлек. Уларҙы кәртәләп, башҡа райондар кеүек баннерҙар ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, Хәйбуллала Ғатаулла ишанға, Миәкәлә Нарыҫтауҙа сәхәбжәрә ҡуйылған кеүек, сөнки Баймаҡ ерендә ятҡан билдәле әүлиәләр Ғабдулла Сәиди ишан, Мөжәүир хәҙрәт, Нурыш әүлиәләргә зыярат ҡылырға Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән, БДБ дәүләттәренән дә кешеләр килә. Мәҫәлән, быйыл ҡалабыҙҙың “Ағинәйҙәр”е Орск ҡалаһынан Манһырға рулдә үҙе килгән 82 йәшлек олатайҙы күреп, шөкөранә ҡылды. Ҡарсығы менән икәүләп улар йыл һайын олатайға зыярат ҡылалар икән.
Өмөт менән ошо изге ергә килеп, Аллаһ Тәғәләгә ялбарып ҡылған доғалары ҡабул була икән, әҙәм балаларының юлын Аллаһ Тәғәләнән башҡа бер кем дә туҡтата алмаясаҡ. Беҙгә, баймаҡтарға, был урындарҙы тейешенсә тәрбиәләп тоторға кәрәк. Аллаһ Тәғәлә бөтә мосолмандарға ла әүлиәләргә биргән һөйөүен һәм фатихаһын насип итһен.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 281

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 245

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 366

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 347

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 879

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 477

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 470

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 562

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 431

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 407

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 340

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 615