Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәнйегеткә йәнә йән өрөп
Йәнйегеткә йәнә йән өрөп Бер йыл элек Йәнйегет халҡы тыуған төйәгенең ике быуатлыҡ оло байрамын билдәләгәйне. Быйыл улар йәнә ҙур ҡыуаныс кисерҙе: көҙ башында ауылда күркәм иман йорто асылды.

Байрамда район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, Урал аръяғы төбәктәренең ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов, Сибайҙағы “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләмет­дин хәҙрәт Fәзизов, эшҡыуарҙар, диндарҙар, тотош ауыл халҡы ҡатнашты. Сара иман йортона аят бағышлауҙан башланды. Унан Илшат Хәмит улы һүҙ алды.
– Беҙҙең Баймаҡ республикала иң күп мәсетле район булараҡ танылыу алды, – тине ул. – Әле төбә­гебеҙҙә алтмыштан ашыу иман йорто эшләй. Һәр кем белә: мәсете һәм мәктәбе бар ауылда тормош дауам итәсәк. Изге йорттар төрлө быуын вәкилдәрен берләш­тереп, иманға әйҙәһен. Йәнйегет мәсетенең дә тупһаһына саң ҡун­маһын, унда дини һәм әхлаҡи яҡтан ныҡлы белем-тәрбиә бирел­һен. Йома намаҙҙарына халыҡ күпләп, ҙур теләк менән йөрөһөн.
Артабан Илшат Хәмит улы башланғысты тормошҡа ашырыуға күп көс һалған ир-уҙамандарҙы тәбрикләне. Араларында иман йорто өсөн бура бурап, уны үҙ тех­никаһында ауылға алып килеп биргән эшҡыуар А.А. Филин, төҙөлөштөң башынан аҙағынаса ярҙам иткән фермер Ф.И. Ҡолан­баев, “Универсал” йәмғиәте директоры И.Ф. Fафаров, А.З. Арыҫ­ланов һәм мәсет һалыу буйынса ойошторолған комиссия рәйесе Б.Ә. Мусин бар ине. Уларға Баймаҡ районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йәнйегеттә тыуып үҫкән Булат Әхмәҙей улы иман йортон сафҡа индереүгә ике йыл ярым ваҡыт талап ителгәнен белдерҙе. Ул шулай уҡ, ошо арауыҡта башҡа­рылған эштәргә йомғаҡ яһап, иң әүҙем өмәселәрҙе, төҙөлөштә ҙур ярҙам күрһәткән эшҡыуарҙарҙы билдәләп үтте. Бағыусылар А.А. Филинға, Ф.И. Ҡоланбаевҡа, И.Ф. Fафаровҡа, Әғләметдин хәҙрәт Fәзизовҡа, Р.К. Йәрмөхәмәтовҡа, Р.Х. Хәсәновҡа, Р.Р. Өмөтбаеваға һәм дөйөм эшкә төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылған башҡаларға Татлыбай ауылы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йәнйегеттәр үҙҙәренең әүҙем­леге менән Урал аръяғы райондарында йәшәгән күп мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә ҙур өлгө күрһәтте. Былтырҙан алып бында илле өмә үткәрелгән, халыҡ тарафынан 460 мең һум аҡса йыйылған. Мәсет ихатаһын төҙөкләндереүгә лә ауылдаштар дәррәү сыҡҡан. Киләсәктә лә ошондай берҙәмлек һаҡланһын, иман йортонан аҙан тауышы өҙөлмәһен, йәше-ҡарты йома намаҙҙарына ихлас йөрөһөн.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599