Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡиәфәтеңә ҡарап, милләтеңде баһаларҙар

– Төн еткәс тырнаҡ ҡырҡма – шайтан уны ашыңа һалыр, ти торғайны өләсәйем. Ысынлап та ярамаймы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Г. ИШЕМОВА.
Хәйбулла районы.


Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нур­мөхәмәт хәҙрәт НИҒ­МӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тәү сиратта һәммәгеҙҙе лә яңы 1439 һижри йылға аяҡ баҫы­уыбыҙ менән ихлас тәбрик­ләйем. Ул мөбәрәк булһын, иншаллаһ! Күгебеҙ аяҙ, донъялар имен торһон. Яңы йылда ла бергә ҡалайыҡ, хәл-әхүәлдәрҙе белешеп, шатлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы уртаҡлашып, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, изгелек өләшеп йәшәйек. Шул сағында, иншаллаһ, һынауҙарға һынмаҫбыҙ, күңелебеҙҙә шәфҡәтлелек, көс-дәрт, тормошобоҙҙа нур, ҡот-бәрәкәт артыр.
Һорауға килгәндә иһә, шәриғәттә тырнаҡты, сәсте ҡырҡыуҙың тәғәйен ваҡыты билдәләнмәгән. Шулай ҙа тәҡдим ителгән мәле бар. Мәҫәлән, тырнаҡты кесе йома йә йома иртән, йәғни йәмәғәт намаҙына барырҙан алда ҡырҡыу – Пәйғәмбәребеҙҙән ҡалған тәртип. Тимәк, сөннәт. Ҡул тырнаҡтарынан һуң шунда уҡ аяҡтыҡын да ҡырҡырға кәрәк, ике эште айырым эшләү кәңәш ителмәй. Аҙаҡ йыуыныу зарур, бәғзе дин белгестәре ғөсөл ҡойоноу кәрәклеген дә әйткән.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, таҙарыныу, пакланыу – Исламдың төп нигеҙе. Ә “тырнаҡты төнөн ҡырҡырға ярамай – уны шайтан ашҡа һалыр” тиеүҙең мәғәнәһе шундалыр: эште улай уҡ һуңға ҡалдырыу дөрөҫ түгел бит. Ҡараңғыла, йоҡо баҫҡанда, иғтибарҙың кәмеүе, арыу сәбәпле нимә генә булмаҫ: мәҫәлән, тырнаҡ иҙәнгә төшөп китеп, уны тапмауың да ихтимал. Әлеге һүҙ шунан килеп сыҡҡандыр ҙа: юғалғанды шайтан табып алып, ашыңа һала, йәнәһе. Әйтелгәндең нигеҙендә һәр нәмәне ваҡытында башҡарыу, таҙалыҡҡа, йыйнаҡлыҡҡа, теүәллеккә ынтылыу мөһимлеге ята.
Мосолмандың йәне лә, тәне лә таҙа булырға тейеш. Ғөмүмән, улар икеһе бер-береһенән айырылғыһыҙ. Күңелдең паклығы тышҡы ҡиәфәттә сағылыш таба бит. Ошо урында йәнә бер ҡат Ябраил фәрештәнең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына ир сүрәтендә килеүе хаҡындағы хәҙисте иҫкә төшөрәйек. “Эргәбеҙгә көтмәгәндә күҙҙе сағылдырырҙай аҡ кейемдәге кеше пәйҙә булды. Төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап, уны юлсы тип әйтеү ҙә мөмкин түгел ине...” тигән һүҙҙәр бар был хәҙистә. Һәр мосолман ошоно өлгө итеп алырға тейеш. Ҡайҙа йөрөһәң дә, хатта ки оҙон юлда ла күркәмһеҙлеккә, төҫ-ҡиәфәтеңә ҡарата битарафлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай. Һәр кемгә ҡарап, уның диненә, милләтенә, тыуған еренә баһа бирәләр бит. Тимәк, һәр ваҡыт юғарылыҡҡа, бәҫте һаҡларға һәм күтәрергә ынтылыу зарур – был йәһәттән һәр беребеҙгә ҙур яуаплылыҡ һалынған.
Аят-кәримәләргә, хә­ҙистәргә күҙ һалайыҡ: “Таҙалыҡ – имандың яртыһы”, “Аллаһ паклан­ған­дарҙы ярата”, “Йомала йыуыныу бәлиғ булған һәр кем өсөн мотлаҡ”, “Аллаһ Тәғәләм! Аҡ кейемде бысраҡ­тан таҙартҡан кеүек, мине лә, го­наһтарымды ярлыҡап, пакла­һаңсы”, “Эй һин, кейемеңә бөркән­гән! Тор ҙа өгөтлә! Раббыңды олола! Ке­йе­меңде сафла!”, “Мәсеткә барған һайын таҙа әйберҙәрегеҙҙе кейегеҙ”, “Эш кейеменән тыш, йома өсөн ике күлдәк алыу берәүгә лә зыян кил­термәҫ” һ.б. Мәғлүм ки, Исламда әҙәм балаһын мәңгелеккә лә йыуындырып, аҡҡа төрөп оҙаталар. Ғөмүмән, Исламда аҡ төҫкә ҙур өҫтөнлөк бирелә. Ул кешегә үҙенсәлекле сафлыҡ өҫтәй, тән һәм йән таҙалығы, юғары рухлылығы, аҡылы, мәрхәмәтлелеге хаҡында һөйләй. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙе лә аҡ кейемдә йөрөргә яратҡан, баш­ҡаларҙы ла шуға әйҙәгән. “Аллаһ сафлыҡты, матурлыҡты ярата”, – тигән ул.
Эйе, Исламда таҙалыҡтың, күркәмлектең, йыйнаҡлыҡтың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Һәммәбеҙ ҙә паклыҡҡа, матурлыҡҡа, йән сафлығына, тән сәләмәтлегенә ынтылып йәшәйек, шайтанға тормошобоҙҙа урын бирмәйек, иншаллаһ. Һаулыҡтың, күңел бөтөнлөгөнөң нигеҙе был. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505