Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хужа бер – Раббыбыҙ
Хужа бер – РаббыбыҙБеҙҙең ҡалала, әл-хәмдү лил-ләһ, дин ҡанундары буйынса йәшәү йәһәтенән бер ниндәй кәртә юҡ, бергәләп өйрәнәбеҙ, яңынан-яңы ғилем үҙләштерәбеҙ, байрамдарҙы күмәкләп үткәрәбеҙ. Ә бына бәғзе ауылдарҙа ҡатмарлылыҡтар барлығы хаҡында ишетелеп тора.
Мәҫәлән, яҡындағы райондың бер ауылында йәшәгән ҡәрҙәшебеҙ һөйләүенсә, уларҙа мәсет һалдыр­ған кеше иман йортон шәхси милкеләй күреп, үҙен хужаларса тота икән. “Аллаға шөкөр, ғибә­ҙәтханалы булдыҡ. Бының өсөн ауылдашыбыҙға ҙур рәхмәт, – ти танышым. – Тик ул ҡәрҙәшебеҙ саманан сығып китә: мәсетте бикләп ҡайтып китә, һалынған хәйер-саҙаҡаны иман йортона түгел, үҙ мәнфәғәттәре өсөн тотона”.
Белеүемсә, әҙәм балаһы барлыҡ изге эште Аллаһ Тәғә­лә­нең риза­лығы өсөн башҡарырға тейеш бит. Был хаҡта үҙенең мөбәрәк хәҙи­сендә Рәсүл Әкрам ғә­ләй­һис-сәләм дә әйт­кән. “Изгелекте башҡалар күрһен өсөн ҡы­лыуҙы, маһайыу­ҙы, тәкәбберлекте Раббыбыҙ ҡабул итмәй”, – тигән ул. “Ҡөрьән Кәрим”дә лә был турала күп төшөндөрөлә. Мәҫәлән, “Әл-Бәҡара” сүрәһендә былай тиелгән: “Аллаһ Тәғәләнең юлында ярҙам күрһәтеүселәр, хәйер биреүселәр гүйә ки орлоҡ кеүек. Ул үҫеп етеп, ете башаҡҡа әйләнер. Һәр береһендә йөҙ орлоҡ булыр...” Тимәк, ихлас күңелдән башҡарылған изге эшкә Раббыбыҙ сауабын арттырып бирә.
Тик, ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, мәсетте үҙенең көсөн, мәрхә­мәтлеген күр­һәтеү өсөн генә төҙөткәндәр осрай. Ғибәҙәтханаға бө­төнләй хужа булып, имам-хатипҡа халыҡ менән эшләү, аралашыу, ғәмәлдәр ҡылыу мөмкин­леге бир­мәгәндәр ҙә бар. “Бөтөн эш ниәткә бәйле”, – тигән пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Тимәк, әҙәм балаһы мәсетте үҙенең исемен ҡалдырыу, көс-ҡеүәтен күрһәтеү өсөн генә төҙөй икән, Аллаһ Тәғәлә уның ғәмәлен ҡабул итмәй, иман йорто үҙ бурысын атҡармай, уға халыҡ та йөрөмәй. Мосолмандар араһын бутау урыны кеүек килеп сыға. Ошо йәһәттән бер хәҙисте иҫкә төшөрөп үтәйек. Кемдәрҙер мәсет төҙөгән дә Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләмгә килгән. “Иман йортона фатиха бирһәгеҙсе”, – тип мөрәжәғәт иткәндәр. “Сә­фәргә йыйынам, унан ҡайтышлай инеп сығырмын”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ. Юлда иһә Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә аят төшөргән: баҡтиһәң, фатиха биреүҙе көткән мәсет мосолмандар араһына фетнә һалыу өсөн төҙөлгән икән. Һөҙөмтәлә Пәйғәмбәребеҙ кешеләр ебәртеп, был йортто емерттергән.
Мәсет – Аллаһ Тәғәләнең йорто. Был хаҡта “Ҡөрьән Кәрим”дә аныҡ әйтелгән. Иман йорттарын һинеке-минекенә бүлмәй, уртаҡ өйөбөҙ тип һанарға өйрәнһәк ине, мосолман ҡәрҙәштәр. Мәсеттәребеҙҙе ҡәҙер­ләйек, һаҡлайыҡ, тупһаһына саң төшөрмәйек, аңлашып йәшәйек – шул саҡта уртаҡ изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашыр, иншаллаһ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599