Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхет сере – иманда
Бәхет сере – имандаТашбулат ауылы биләмәһендә ике һуғыш ветеранының береһе – Сабур апаны белмәгән кеше юҡтыр. Һуғышҡа оҙатылып, утҡа-һыуға ингән Айыуһаҙы ауылы егете, әйләнеп ҡайтырмын, өйләнермен, алты балаға атай булырмын, тимер туй тантанаһын үткәрермен тип күҙ алдына ла килтермәгәндер, моғайын.
Шул йылдарҙа колхоз рәйесе булып эшләгән Ғизетдин Хөснөтдинов, әсәһе яғынан туғаны – уҡытыусы Сабит Вилданов апаларынан ҡайт­май. Ике туған ағаһы Хөснөтдиновтың ҡатыны Мәрйәм инәйҙең матур тәрбиәһен үҙ итә. Улар­ҙың халыҡ араһындағы абруйы, юғары интеллекты, ойоштороу һәләте үҫмерҙе ылыҡтыра.
Зирәк малай I – IV класс программаһын ике йылда үҙләштереп, Ташбулат мәктәбенә уҡырға килә. Ул ваҡытта кластарҙа ҡырҡар уҡыусыға тиклем бала белем ала. Бөтә Әбйәлил балалары ғына түгел, икенсе райондарҙан килгәндәр ҙә ошо мәктәптә ете класты тамамлай. “Урыҫ теленән үтә ыҫпай, абруйлы, интеллигентлы, олпат кәүҙәле Харун Ситдиҡ улы Ситдиҡов уҡытты. “Бөгөндән башлап мин һеҙгә апа, ауылдаш, ҡоҙа, туған түгелмен. Рус теле уҡытыусыһымын. Миңә Харун Ситдиҡович тип өндәшерһегеҙ, тип тәүге дәресен башланы”, – тип айырыуса йылылыҡ менән иҫенә төшөрҙө ул белем биреүсеһен.
“Артабанғы яҙмышымда уның һабаҡтары, хатаһыҙ яҙырға өйрәтеүе, һыуһағанда һыу эскәндәй кәрәк булды”, – тип уға рәхмәт уҡый. Алдынғы уҡыусы мәктәпте комсомол сафына инеп тамамлай.
1939 йылда финдар һуғыш башлай. Ете класс белем алған үҫмергә ил һағына баҫырға иртәрәк. Уҡытыусы булыу теләге Сермән педучилищеһына алып килә. Ике йыл ғына уҡып өлгөрә. Тормош кәртәһе икенсе һынауын әҙерләй. Илебеҙгә Германия һуғыш аса. Атаһынан дүрт йәшендә ҡалған апаға, әлбиттә, еңел булмай. Атай урынына донъя көтөргә, ул ваҡытта ололар урынына көндө төнгә ялғарға тура килгәнен шул быуын вәкилдәре яҡшы белә.
1943 йылдың 3 ноябрендә 18 йәшлек егетте Магнитогорск ҡалаһы поезы Силәбе, Ҡарталы, Орск, Ҡыуандыҡ, Ырымбур, Рәсәй ҡалалары буйлап Балтик буйы фронтына алып килә. Хомяково ауылында һуғыш серҙәренә өйрәтәләр. Генерал Баграмян етәкселегендә Витебск ҡалаһында уҡсылар дивизияһында фашистар менән тәүге алышҡа инә. Көндөҙҙәрен дошман һалдаттары, баш осонда ҡара ҡоҙғондай өйөрөлөп, еребеҙҙе бомбаға тота. Ауыр бомбаларҙың ярылыуынан аяҡ аҫтындағы ғәзиз еребеҙ, ауыртынғандай, уфтанып һелкенә. Күберәген төндәрен һуғышалар. Литва Республикаһының Утинес, Развешинилис һәм башҡа ҡасабаларын, Белоруссия, Көнсығыш Пруссияның ҡала-ауылдарын немец фашистарынан таҙартып, һуғышты “Кенинсберг ҡалаһын алған өсөн” миҙалына лайыҡ булып, шунда тамамлай. Яралана. “Госпиталдә дауаландым. Иң ҡаты алыш Шяуляй ҡалаһы өсөн һуғыш булды”, – тип иҫләй ул. “1947 йылда Польша сигендә һаҡта торам. Минең урыҫ теленән грамоталы икәнемде һиҙеп, командирым өс һөйләм яҙҙырҙы. Диктантымда хата тапманы. Ун көндән автобиографиямды яҙҙыртты. Урыҫ телен яҡшы үҙләштереүемде белгәс, контрразведканың йәшерен мәғлүмәтен шифрлауҙы йөкмәтте. Үҙемә айырым бүлмә. Мәғлүмәт мотлаҡ сер булып һаҡланырға тейеш”.
Тыуған Башҡортостанынан алып алыҫ Европа илдәрен урап, Еңеү яулап, түшенә орден-миҙалдар тағып, Сабур Хущамов 1950 йылда тыуған Айыуһаҙына әйләнеп ҡайта.
Еңеүсе һалдатты төйәгендә аҡ ҡалас бешереп көтөп тормағандар. Ҡайҙа ла аслыҡ, ялан­ғаслыҡ. Эшсе ҡулдар юҡ нисбәтендә. Шулай ҙа уҡытыусы булыу теләге һүрелмәгән. Документтарын алып, Сермән педучилищеһына юлланырға кәрәк. Әммә әсәһенең һандығы төбөндәге документын сысҡан кимереп юҡҡа сығарған. Ни эшләргә? Унда һуғылып, бында һуғылып ҡарай. Тик уҡыу тураһындағы документтың төп нөсхәһе юҡ. Район комитетына юллана. “Һеҙгә ауылда хужалыҡты тергеҙергә кәрәк, аҙаҡ күҙ күрер”, – тиҙәр егеткә.
Яланлы Һамарҙа игендән мул уңыш алалар. Ул хужалыҡта Сабур Барый улы ырҙын хужаһы, табелсе-кассир, партия комитеты секретары, колхоз рәйесе ярҙамсыһы булып эшләй. Йыйылышта тыуған ауылында һарыҡсылыҡ комп­лексы ойоштороу инициативаһы менән сығыш яһай. Тәүҙә ризалашмайҙар. Ныҡыш фронтовик һүҙендә тора. Тиҙҙән уның тырышлығы менән һарыҡсылыҡ табыш сығанағына әүерелә. Әбйәлил районынан алдынғы етәкселәр менән бер рәттән Башҡортостан өлкә комитеты йыйылышына барып, республика Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә.
Партия ҡайҙа ҡушһа, шунда эшләгән Сабур Барый улы Хущамов ҡайҙа тир түкһә лә намыҫлы, эшен теүәл, еренә еткереп башҡа­рыусы булып таныла. Урыҫ телен яҡшы өйрән­гән белгес булараҡ, Ташбулат почтаһында, кассир, райфола һалым йыйыусы агент, Белорет Госстрахында, Ташбулат ауыл советында егерме йыл (алты йыл – хакимиәт башлығы) эшләй. Ул саҡта хакимиәт башлығының эш хаҡы – 45 һум, йыйыштырыусы булманы, тип һөйләй ул. Кешеләрҙең күңел күтәренкелеге, ҡабатланмаҫ ихласлығы менән матур, бөтә халыҡ берҙәм булып уртаҡ эш өсөн янып йәшәгән заманды, әлбиттә, илһөйәр ҡарт айырыуса һағынып, ғорурлыҡ менән хәтергә ала.
“Бәхет сере нимәлә?” – тип һорайым ире эргәһендә орсоҡтай өйөрөлөп-сөрөлөп торған инәйҙән. “Иманда”, – тине инәй, һис уйлап та тормай. “Дүрт йәшемдә әсәйҙән ҡалғанмын. Атайым ике һуғыш үткән диндар кеше ине, 87 йәшендә мәрхүм булды. Бала сағымдан Аллама табынып, намаҙлы булып йәшәнем. Араҡы түгел, бер йотом бал да эсмәнем. Хәрәм ризыҡ ҡапманым. Ун ете йәшемдә Айыуһаҙы ауылына килен булып төштөм. Ҡайным мәрхүм, ҡәйнәмдең дүрт малайы бар ине. Башта шунда йәшәнек. Бабайымды Ташбулатҡа эшкә алғас, ошонда күсеп килдек”, – тип яҙмыш ептәрен һүтә, 82 йәшендә лә иҙәнен йыуып, мал-тыуарын тәрбиәләгән еңел кәүҙәле инәй.
Яҙмыш бер-береһенә пар килгән кешеләрҙе бер тирәлә йөрөтә, ҡат-ҡат юлдарын осраштыра, тигәндәре хаҡтыр.
– Ғабдин ауылы ҡыҙымын. Байым ауылына яҡын ғына. Унда һыу тирмәне булды. Утыҙ-ҡырҡлаған ҡыҙ иген аҙбарында эшләйбеҙ. Сабурым он һалдыртырға килгән. Шунда күргәндер инде. Хөснөтдин ҡайнаға председатель ине. Маҡтағандыр, күрәһең. Сабур ҡоҙа булып килгәйне, барҙым да ҡуйҙым. Ғүмерем буйы донъям, бабайым таҙа булһын, аш-һыуым әҙер торһон тип йәшәнем, – ти. Туҡһан ике йәшлек апаның өҫ-башына, йорт йыһазына, хатта кәртә-ҡураһына күҙ йөрөтһәң, саң әҫәре күрмәҫһең. Хәйер, донъяһына ғына түгел, мөхәббәттәренә ла саң төшөрмәй һаҡлағандары, бер-береһенә яғымлы, йылы мөғәмәләһенән дә күренә.
Инәйҙең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ ярылып ята. Алды-арты ҡараулы, балаларын аяҡҡа баҫты­рыусы егәрле ҡатыны булмаһа Сабур Барый улы яуаплы урындарҙа эшләй алыр инеме?!
Алты бала үҫтергән Кинйәһылыу менән Сабур Хущамовтарҙы ҡайғы ла урап үтмәй. “Шәйхинурымды юғалттым, – тип хәтергә ала әсә. – Алыҫта – һыуыҡ яҡта эшләй ине. Юҡ иттеләр. Киленем бер балаһы менән Яҡутияла йәшәй. Башҡаларым Ташбулатта, Магнитогорск ҡалаһында донъя көтә. Ейән-ейәнсәрҙәрем, бүлә-бүләсәрҙәрем менән бергә егермегә етә”.
Ауылда йәйен-ҡышын бесән сабып, утын ярып, баҡса-ырҙында емеш-еләк үҫтереп, хәләл ризыҡтың тәмен татып, сынығып үҫкән балалары ҡайҙа ғына эшләмәй. Шоферы ла, фабрика эшсеһе лә, дәүләт эштәрен башҡарыусы ла бар. Кинйәһе Рафаэле менән бер ихатала донъя күрә улар. Эйе, хас та боронғоса. Әүәл ата-бабаларыбыҙҙың бер ерҙә лә яҙмаған ҡанунына буйһоноп йәшәгән кинйә малайға ни әйтерһең? Афарин! Нәҫел ебен дауам итеүсе­ләрҙең үҫеүе йөрәктәге бәхет хисенә илаһи мәғәнә өҫтәй. Ғүмер юҡҡа йәшәлмәгән.
Совет осоронда ауыл кешеләрен эштән бушатманылар, тип ҡыҙыҡһыныуыма: “Йәшелсә­һен дә үҫтерелде, бесәнгәме, колхоз һарығына миндек бәйләүгәме, һарыҡ ҡырҡыуғамы – өмәләрҙән ҡалманым”, – тип яуапланы тик­тормаҫ инәй. Өс йыл элек инәйҙең Ҡарабалыҡты күле буйында егермеләгән һарығын көтөүенә шаһит булғайным. Күрше бүлмәнән апа ҡыҙыл таҫма тотоп сыҡты. Унда “Хущамов Сабур Барый улы – Ташбулат ауылының почетлы гражданы” тигән яҙыуҙы уҡыным.
Бәхет сере – иманда тигән әйтемдә, уйлап ҡараһаң, таң ҡалырлыҡ хәҡиҡәт ята. Иманға ҡәҙимге түгел, ғәйәт күп төшөнсә һалынған. Намыҫлылыҡ та, тырышлыҡ та, тоғролоҡ та...
Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк хәҙерге йәштәргә! Ҡулға-ҡул тотоношоп, хәләл хеҙмәте менән, ғәҙел йәшәүҙе бар нәмәнән өҫтөн күргән Хущамовтар йорт та һалып ингән, баҡса тултырып емеш-еләк, кәртә тултырып мал-тыуар ҙа үҫтергән, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәр­ҙәренә ҡәҙерле олатай-өләсәй булып йәшәй. Бәхетле ғаиләнең ил, ауылдаштары алдында йөҙҙәре яҡты, абруйы ҙур. Уларҙың татыулы­ғына тау ҙа ҡыҙығыр! Минеңсә, тимер туй үткә­реү­селәрҙең бәхет сере – мәңгелек мөхәббәт­тәлер! Сабур апа ап-аҡ сәскәләр тотоп инер ҙә Кинйәһылыу инәйгә яратыу хистәрен аңлатып, ҡулынан тотор, һис бер үкенеүһеҙ тормош арбаһына инәйҙе ултыртыр ҙа дилбегәһен тартыр кеүек...
Тимер туй тимер кеүек ныҡлы була, тип юрап, тимер әйбер бүләк итәләр тиҙәр. Уларҙың ғаиләһе тимер һымаҡ ныҡ, тарҡалмауға ишара... Алтмыш биш йыл ғүмер кисереүселәрҙең, әлбиттә, тимер әйберҙәре күп! Әммә... Хөрмәтле ветерандың костюмын биҙәгән орден-миҙал­дары – иң ҡәҙерлеһе, ҡиммәтлеһелер! “Германияны еңгән өсөн”, “Кенинсбергты алған өсөн”, “Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы” ордены һәм юбилей миҙалдары...

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518