Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң яҡшы ғәмәл – ҡорбан салыу
– Операция яһатып ҡайтҡас, ҡорбан салдырырға инем. Ҡорбан ғәйетендә ҡорбан салыу тураһында мәғлүмәт күп. Ә ниәт ҡорбанын салыу тураһында аңлап етмәйем. Үткән йыл телевизорҙан алып барыусы: “Ниәт ҡорбаны салдырған кеше үҙе ул итте ашарға, ҡунаҡ саҡырып ашатырға ла тейеш түгел, итен тулыһынса мохтаждарға таратырға тейеш”, – тип аңлатҡан һымаҡ булды. Был осраҡта ла итте өс өлөшкә бүләләр мин белгәндән. Әллә яңылыш аңланыммы?

Т. МӘҠСҮТОВ.
Нуриман районы.


Башҡортостан мо­сол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе мөф­төй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
— Бисмилләһир-рах­мәнир-рахим!
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына бөйөк бер ниғмәт итеп ғүмер бүләк иткән. Ошо ғүмерҙе үлсәү өсөн ваҡытты айға, йылға бүлгән.
Рәсүл-Әкрәм саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм бер мөбәрәк хәҙисендә Исламдың биш терәге барлығы хаҡында әйткән. Улар – иман, биш тапҡыр намаҙ ҡылыу, зәҡәт биреү, Рамаҙан айында ураҙа тотоу, хәленән килгән кешегә хаж өммәтен үтәү. Аллаға шөкөр, Ислам дине буйынса ун икенсе ай – Зөлхизә. Унда хаж ғибәҙәте ҡылына. Быйылғы йылыбыҙҙа ике байрам бергә тура килә – Белем көнө һәм мосолман донъяһының оло байрамы – Ҡорбан ғәйете. Хаж ғибәҙәтен үтәгән ваҡытта ҡорбан салыу бар. Кем дә кем хажға бара алмай икән, өйҙәрендә ҡорбан сала. “Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтен өмөт итеп намаҙ ҡыл да ҡорбан сал”, – тип әйтелгән “Ҡөрьән”дә.
Мәғлүм булыуынса, төп изге ғибәҙәт Зөлхизә айының 10, 11, 12-се көндәрендә ҡылына. Зөлхизә айының 10-сы көнөндә ғәйет уҡығандан һуң ҡояш байығанға тиклем ҡорбан салыу башлана. Өс көн эсендә салынған ҡорбан вәжиб ҡорбаны тип атала, йәғни хәленән килгән кеше ҡорбан салырға тейеш. Ә инде ит өс өлөшкә бүленеп, тәүгеһе үҙең һәм ғаиләң өсөн, икенсеһе туғандар, ҡәрҙәштәр менән ризыҡланыуға ҡалдырыла, өсөнсөһө ҡорбан сала алмағандарға, мохтаждарға таратып бирелә. Был – матур бер изге ғибәҙәт.
Башҡа төрлө ҡорбан да бар. Кем дә кем ауырыуҙан ҡотолһа, яңы нигеҙ һалғанда, сабый донъяға килгәндә әйтелгән нәҙер буйынса ҡорбан салыу бар. Был әйтеү ҡорбаны хәйер шикелле була. Уны йыл әйләнәһенә салырға була. Шуның өсөн иттең барса өлөшөн етемдәргә, ауыр хәлдәгеләргә бүлеп бирелә. Бынан тыш, шөкөр ҡорбаны бар. Ул да нәҙер ҡорбаны миҫалына тартым.
Аллаһ Тәғәлә беҙгә бойорған һәр бер ғибәҙәттә аңлап бөтмәй торған хикмәттәр бар. Нимә һуң ул ҡорбан? Ул – Аллаһ Тәғәләгә яҡын булыу. Ибраһим ғәләйһис-сәләм: “Әгәр ҙә Хаҡ Тәғәлә миңә ир бала бүләк итһә, ҡорбан салам”, – тип әйткән. Хатта ки кешелек тарихында ир баланы, ҡыҙ баланы ҡорбан итеү хәлдәре булған. Ләкин Аллаһы Раббил-ғаләмин хәҙрәттәре әҙәм балаһын ҡорбан итеүҙе тыйған, уның урынына һарыҡ, кәзә, һыйыр, дөйә малдарын салырға рөхсәт иткән. Һарыҡ, кәзә малдары бер кешегә булһа, һыйыр, дөйә малдары ете кешегә бүленә.
Бөгөн, әл-хәмдүлилләһ, ҡорбан салғандар артҡандан-арта. Аллаға шөкөр, аҙна һайын тиерлек ауылдарыбыҙҙа мәсеттәр асыла. Күптәр был ғибәҙәтте иман йортонда башҡара. Ҡайҙа мәсет бар, унда әкренләп халҡыбыҙ уяна, уйлана, ғүмерҙең, ерҙең, илдең, йәшәйештең, һыуҙың ҡәҙерен белергә өйрәнә.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә хәленән килгән һәр кемгә ҡорбан салырға насип итһен. Хаҡ динебеҙҙән ситкә китмәһәк, иншаллаһ, ахирәтебеҙ ҙә игелекле булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599