Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл нурға сумды
Ауыл нурға сумды“Кем дә кем изгелек ҡыла, Аллаһ Тәғәлә үҙенә арттырып әжерен бирер”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Бында аҡса ғына түгел, ә тел, ҡул, фекер ярҙамы, мәсет төҙөү һәм башҡалар күҙ уңында тотола. Шөкөр, һәр аҙна тиерлек республикабыҙҙа иман йорттары ҡалҡа. Күптән түгел Яңы Яуыш ауылы иман йорто манараһынан түгелгән нурға сорналды.

Мәсет асыу тантанаһына халыҡ күп йыйылды. Байрамға ауылда Яңы Яуышта йәшәгәндәр генә түгел, күрше ауылдарҙан да килгәйнеләр. Күңелдәре дингә, иманға тартылған мосолмандар изге йорт асылырын түҙемһеҙләнеп көткән. Олоһо өсөн дә, кесеһе өсөн дә мәсет асылыу ысын мәғәнәһендә ҙур ваҡиға булды.
Яңы Яуыш ауылы мәсетен төҙөү тарихы оҙон һәм ҡатмарлы. Халыҡ элек-электән иман йорто тураһында хыялланған, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында теләктәре тормошҡа ашмаған. 2014 йылда “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашыу һөҙөмтәһендә, ул осорҙағы ауыл биләмәһе башлығы Мәрғизә Арыҫланова етәкселегендә ауыл төҙөкләндерелгән, юлдар һалынған, мәктәп ихатаһы кәртәләнгән. Иман йорто ла төҙөйөк тигән саҡырыу булғас, халыҡ дәртләнгән. Ниәт булғас, Фуат Маликов мәсет һалыуҙы ойоштороп ебәрә.
Әйткәндәй, үҙе Күмертау ҡалаһында йәшәп, эшләп, тыуған ауылында мәсет төҙөүҙе ойошторған Фуат Ғәли улы ике йыл буйы ял көндәрен Яуышта үткәрә. Төп эше – төҙөлөш буйынса етәкселек итеү һәм умартасылыҡ. Фуат Ғәли улын Яңы Яуыш ауылының почетлы гражданы итеп иғлан итәләр һәм уға иҫтәлекле бүләк тапшыралар.
2015 йылдың октябрендә оло өмә менән мәсеткә нигеҙ һалына, бер аҙҙан стенаһы күтәрелә. Берәүҙәр аҡсалата ярҙам итһә, икенселәр өмәгә сыға. Ауылдан ситтә йәшәгәндәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙа.
Иман йортон төҙөүҙә бөтөн ауыл халҡы тиерлек ҡатнаша. Айырыуса маҡтап телгә алыр егеттәр – Фуат Маликов, Әхәт Ғәбдрәшитов, Шамил Дәүләтбаев, Рәмил Әбсәләмов, Хәлил Маликов, Радик Йомағолов, Марсель Хәйбуллин, Азат Ғәбдрәшитов, Фәнүз Хәбибуллин, Зәкәриә Юлғотлин, Рим Шәмсетдинов, Вәрис Рауилов, Ирек Хәбибуллин, Рәил, Илгиз Маликов, Күмертауҙан – Шәрифйән Кинйәбулатов һәм Азат атлы егет, Ермолаевканан – Ильяс, Исломудин Ходжаевтың туғандары Мирзо, Фәрғәт, ошо ауыл кейәүе Дәүләттең ҡабат-ҡабат килеп өмәләрҙә ҡатнашыуҙары һоҡланыу тойғоһо ла уята.
Оло байрам уңайынан ҡорбан салғандар ҙа булды: Әлмира һәм Әхәт Ғәбдрәшитовтар (улар мәсет нигеҙен һалғанда ла ҡорбан салған), Әлфиә һәм Зәкәриә Юлғотлиндар, Венера һәм Зәбир Рафиҡовтар, Рәзилә һәм Искәндәр Маликовтар, Гөлназ һәм Урал Хәбибуллиндар. Эйе, иман йортон төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙән бер кеше лә ситтә ҡалмаған, бөтөн ауыл халҡын тиерлек теҙеп һанарға мөмкин.
Артабан ҡотлау өсөн һүҙҙе Бала Сытырман ауыл биләмәһе башлығы Ғәҙел Ниғмәтуллин алды.
– Яңы Яуыш – уңғандар һәм тырыш халыҡ төбәк иткән ауыл. Мәсеттең күмәк көс менән ҡалҡып сығыуы ошо хаҡта һөйләй. Иман йортонда киләсәктә никах уҡылыр, яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушылыр, ғибәҙәт ҡылыныр, дин ҡәрҙәштәребеҙ күңелендәге изгелеген башҡаларға өләшер. Ауыл биләмәһе исеменән, мәсет төҙөлөшө өсөн аҡсалата һәм ҡул ярҙамы күрһәткән бар халыҡҡа рәхмәт белдерәм, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, – тине ул сығышында.
Артабанғы бүләк Фуат Ғәли улының ауылдағы фекерҙәше, терәге, таянысы булған Әлмира апай һәм Гөлдәриә, Әхәт Ғәбдрәшитовтарҙың уңған, тырыш, иманлы ғаиләһенә тәғәйенләнде.
Мәсет асыу тантанаһында Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт ҡатнашты. Ул ауылдаштарҙы изге байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Бөгөнгө йәшәйешебеҙгә ҡағылышлы вәғәздәр һөйләне. Ауыл имам-хатибы Рим Шәмсетдинов та байрам уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Тормошҡа бәрәкәт өҫтәп мәсет асылды. Ауыл халҡы, иман йорто төҙөлөп бөтөүгә, Башҡортостан Республикаһының “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса зыяратты яңы ҡойма менән уратып алырға ҡарар итте.
Байрам уңайынан ауылдаштар ҙур табын ойошторҙо. Ниәттәре ҡабул булған Яңы Яуыш ауылы халҡы ҡорбан ашы менән һыйланды.
Изге ниәттә төҙөлөп, Ҡорбан байрамы алдынан асылған мәсеттең ғүмере оҙон һәм бәрәкәтле булһын, Яңы Яуышҡа һәм тирә-яҡ ауылдарға иман нуры таратып торһон.

Т. ҒӘЛИНА:
– Был көндө яңы ғына асылған мәсеткә бүләк, саҙаҡа тапшырыусылар күп булды. Бала Сытырман ауыл биләмәһенән, Көйөргәҙе районының Ермолаевка мәсетенән тапшырылған бүләктәргә, саҙаҡа һалған Динес, Балыҡлы һәм Батыр мәсеттәренә, саҙаҡаға ҡушып, имам-хатипҡа сапан да кейҙергән Федоровка мәсетенә, шулай уҡ барлыҡ ауылдаштарға һәм ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтер инем. Бөтәһе 68 мең һум аҡса йыйылды. Изге йортобоҙға һыу үткәрергә, өҫтәл-ултырғыстар алырға тигән ниәттә торабыҙ. Аллаһ Тәғәлә сауабын насип итһен барығыҙға ла!

Федоровка районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516