Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эҫенән ҡасам тип...
– Көндөҙ ҡайһы бер саҡта ныҡ эҫе төшкәнлек­тән, хәтәр йонсота. Ошондай мәлдәрҙә ғәрәп илдәрендә төш мәлендә бер аҙ йоҡлап алалар икән. Беҙ ҙә шулай итһәк, ғәйеп булмайҙыр, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
И. СӘЛИМОВ.

Балаҡатай районы.

Башҡортостан мосол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниҙе­лер башҡармаҫ өсөн һыл­тау эҙләү холҡо бар. Әлеге һорауҙа ла асыҡ сағыла был. Эшләмәҫ өсөн сәбәп эҙләү кеүек. Бер көнө йылды туйҙырыр миҙгелдә нисек көндөҙ йоҡлап ятмаҡ кәрәк? Айырыуса ир кешегә.
Беҙҙәге һауа торошон ғәрәп илдәренеке менән са­ғыш­тырыу урынһыҙ. Ер шары төрлө климаттарҙан ғи­бәрәт. Беҙҙә һауа торошо гелән уртаса кимәлдә. Ә ғәрәп илдәрендә көн үҙәгендә эҫелек шул ҡәҙәр юғары күтәрелә. Хатта ки тауыҡ йомортҡаһын ташҡа һалһаң, бешеп сыға. Шуның өсөн дә ул яҡтарҙа борон-борондан төш мәлендә бер аҙ йоҡлап алып, ял итәләр. Был кү­ре­неш әле лә дауам итә. Ныҡ эҫе ваҡытта урамда бер әҙәм дә ҡалмай, ни өсөн тигәндә, эшләү мөмкин түгел.
Йәнә шуны әйтеп үтәйем: уҙған быуатта хажға бар­ғанымда сентябрь айы ине. Мәҙинәләге Пәйғәм­бәребеҙҙең мәсетенә өйлә намаҙы уҡырға барҙыҡ. Иман йортондағы келәмдең бер аҙ өлөшө ҡояшта ята, унан көйгән еҫ сыға ине. Бына шулай эҫе унда. Һөҙөмтәлә ғәрәп илдәрендә эш күпселек ваҡытта икенде намаҙынан һуң башлана. Бер аҙ һалҡын төшкәс, һәр кем хеҙмәткә тотона, хәрәкәткә килә.
Беҙҙә иһә көндәр ныҡ эҫе түгел. Йәйгеһен дә хәлде алырлыҡ мәлдәр һирәк, сыҙарға була. Шуға күрә лә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әлеге уңышҡа нигеҙ һалыу мә­лен­дә ял итеү мөмкинлеген эҙләү маҡсатҡа ярашһыҙ. Йәй ифрат ҡыҫҡа. Тырышып, һәр көндөң ҡәҙерен бе­леп эшләй торған осор. Ҡышҡа инһәк, иншаллаһ, унда мәшәҡәт аҙыраҡ, йоҡлар өсөн төндәр оҙонораҡ булыр. Аллаһ Тәғәлә быны айырым хикмәт менән яралтҡандыр.
Көндө бушҡа уҙғарыу, ялҡауланыу мосолманға бөтөнләй ят. Уның биш намаҙҙан башҡа ваҡыты хеҙмәттә үтергә тейеш. Һау-сәләмәт булыуына ҡарамаҫтан, һәлкәүләнеп, башҡаларҙан ниҙер көтөп, әҙергә өмөт итеп йөрөгәндәргә ярҙам күрһәтеү яҙыҡ. Ундайҙарға йүнәлеш биреү, күңелдәренә дәрт-дарман һалыу зарур. “Ярҙам ниәтендә кешегә балыҡ түгел, ә ҡармаҡ тотторорға кәрәк” тигән аҡылды оноторға ярамай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һөнәр белеү, ныҡыш булыу, бер-береңә ярҙам итеү, хеҙмәтеңдең емешенән мохтаждарға өлөш сығарыу – мосолман өсөн иң ҙур дәрәжә. Ир кеше, мәғлүм ки, ғаиләһенең хәл-торошо өсөн ҙур яуаплылыҡ йөрөтә. Уның ата-әсәһен, ҡатынын, балаларын мохтажлыҡта йәшәтергә хаҡы юҡ. Әгәр инде иңенә ошондай бурыс йөкмәтелгән ир-уҙаман, ғаилә башлығы, көндөң эҫелегенә һылтанып, йоҡлап ята икән, аҙаҡ яҡындарының күҙенә нисек ҡарар?
“Беҙ көн менән төндө яралттыҡ, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Тәүгеһен – хеҙмәт итеү, икенсеһен ял өсөн”. Йоҡо – Аллаһ Тәғәләнең биргән бер ниғмәте. Эшкә яңы көс йыйыу мөмкинлеге. Эйе, мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм тәнгә, күңелгә ваҡыты-ваҡыты менән ял биреп тороу кәрәклеген әйткән. Был – туғандар, дуҫтар менән осрашыу, фекерләшеү, уңыштарға ҡыуаныу, кәңәш биреү, тәбиғәттән ләззәт алыу... “Күңел арыһа, изгелектәрҙе күрмәй башлар”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Әммә бер көнө йылды туйҙырыр миҙгелдә көндөҙ йоҡлап ятыуҙан ары торайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тырышып хеҙмәт итеү араһында файҙалы ялға бер аҙ урын ҡалдырып, алдағы көндәргә ҡеүәт биреп, тормоштан йәм-тәм табып йәшәйек. Аҙаҡ үкенеп ултырырға яҙмаһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 090

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518