Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Барыһы өсөн дә рәхмәт, ағай!
Барыһы өсөн дә рәхмәт, ағай! Ил күп һанлы берҙәм, татыу халҡы арҡаһында ҡеүәтле булған кеүек, һәр ғаилә ишлелеге, туғанлыҡ тойғоһоноң ныҡлығы менән көслө. Ҡанына һалынған үҙенсәлектәрҙе, асылын юғалтмай һаҡлаған, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған нәҫел генә тәрән тамырлы.
Ошо хәҡиҡәткә атай-әсәйем бәләкәйҙән инандырып үҫтерҙе. Ишле ғаиләбеҙҙә бер-беребеҙ өсөн ныҡлы терәк-таяныс булып буй еткерҙек. Бик иртә һөйөклө ата­йыбыҙ, унан ҡәҙерле әсәйебеҙ баҡыйлыҡҡа күскәс, өлкән туған­дарыбыҙ үҙ иңенә тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ алып, беҙҙең өсөн “алтын бағана”ға әүерелде. Динебеҙ Ислам да тап шулай өйрәтә бит. “Атаһы булмаған кеше өсөн ағаһы яуаплы, апай иһә әсәй урынында булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Балалыҡ йәшенән күптән үткән, үҙе ғаиләле хәлдә лә, әҙәм балаһы барыбер ололарҙың ҡурсалауына, хәстәр­легенә, хаҡ һүҙенә, йөрәккә ҡуҙ һалыр аҡыллы кәңәштәренә, фатихаһына мохтаж бит.
Беҙҙең өсөн өлкән ағайыбыҙ Рәйес Хәлфетдин улы тап шундай терәк-таянысҡа әйләнде. Тыуған ауылыбыҙ Яңы Усманда ныҡлы нигеҙ ҡороп, тырышып донъя көткән ҡәҙерлебеҙ туғандарын туплап тотоу, изге еренән, тәбиғәтенән айырмау, нәҫел-нәсәбе, яҡташтары менән даими аралашып йәшәү бурысын иң юғарыға ҡуйҙы. Ҡырҙа ғүмер кисерһәк тә, тыуған төйәгебеҙҙең йылыһынан бер ваҡытта ла айырылманыҡ. Ҡасан ҡайтһаҡ та, ағайыбыҙ ҡолас йәйеп ҡаршы ала, йөҙөндә – сикһеҙ ҡыуаныс, шат йылмайыу, ишеге шар асыҡ, өҫтәле тулы һый-ниғмәт...
Үҙенең яҙмышы бормалы-бормалы, ҡатмарлы булһа ла, Рәйес ағайым бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне, зарланманы, гел юғары маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшеп, күптәргә өлгө күрһәтеп йәшәй белде. Туғандары менән бергә ауылдаштарын, Бөрйәнен, ер-һыуҙы, урман-ҡырҙарҙы өҙөлөп яратты. Байтаҡ йылдар элек тап ағайымдың һәм Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы етәксеһе Вәсилә Яныбаеваның ярҙамы арҡаһында “Әсебар” заказнигын булдырҙыҡ. Аҙаҡ икәү һөйләшеп, кәңәшләшеп, Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың фатихаһын алып, ауылыбыҙҙың боронғо мәсете нигеҙендә яңы иман йорто төҙөттөк, уны атайыбыҙҙың исеме менән атаныҡ. Шулай уйында, эш-ғәмә­лендә гел халыҡ, милләт хәстәре булды ағайымдың. Киләсәк менән йәшәне. Милли матбуғаттың яҙмышы өсөн янып-көйөр ине. “Уны үҙебеҙ күтәрмәһәк, кем күтәрергә тейеш?” – ти торғайны.
Милли мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, сәнғәтте һөйҙө. Моңло итеп йырлар, иҙәндәрҙе һелкетеп, бөркөттәй ҡараш ташлап, дәртле бейергә төшөп китер ине. Тормошто ныҡ яратты. Йәш сағында милли көрәш буйынса республикала беренсе урынды бирмәгән, Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәт үтеп, миҙал менән бүләкләнеп ҡайтҡан, тыуған ауылында инженер, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы урмансы булып эшләп, юғары исемдәр яулаған ағайымдың яҙмышы шулай гел еңеүҙәрҙән торҙо. Биш йыл элек баш ҡалҡытҡан ҡаты сиренә ҡаршы ла ҡаһар­мандарса көрәште ул. Һәр саҡ хәрәкәттә булды, гөрләтеп донъя көттө, йөҙөн һытып ултырманы, һыҙланыуын белдер­мәне. Һуңғы көндәрендә янына айырыуса йыш ҡайтҡанда ла беҙҙең өсөн борсолдо. “Ҡуй, мәшәҡәт­ләнмәгеҙ, эшегеҙҙе уйлағыҙ, ғаиләгеҙҙе ҡарағыҙ. Ауы­рыуға бирешергә иҫәп юҡ!” – тип йылмайып оҙатып ҡалғайны 15 май­ҙа ла. Ә иртәгәһен таң менән йән өшөткөс хәбәр алдыҡ...
Баҡыйлыҡҡа күскәнеңә 40 көн дә етте, ағай. Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, йәнең йәннәттә булһын. Күрһәткән изгелектәреңә рәхмәтебеҙ доға рәүешендә барып торһон. Ҡәҙерле ағайыбыҙҙы мәңгелеккә оҙатҡанда ҡатнашҡан хөрмәтле ауылдаштарыма, яҡташтарыма, ауыр ҡайғы­быҙҙы уртаҡлашҡан Башҡортостан Хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Урман хужалығы министрлығына, Бөрйән, Баймаҡ, Күгәрсен, Ейәнсура райондары хакимиәттәренә, республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләт­тәштәремә, дуҫтарыма, фекер­ҙәштәремә, рухташтарыма ҙур рәхмәт белдерәм. Һәммәгеҙҙе лә ауыр ҡайғылар урап үтһен, донъялар имен торһон. Ғүмер бер генә. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, ярҙам итешеп, туғандарса татыу ғүмер итәйек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599