Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уфтанып ваҡыт уҙғарма
– Әллә ниндәй быйылғы йәй башы – октябрь айы тиерһең. Һыуыҡ, ямғырлы, йонсоу, күңелһеҙ... Һәр миҙгелдең үҙ йәме булырға тейеш тәбаһа...
Р. ИБРАҺИМОВ. Архангел районы.

Башҡортостан мосол­ман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
Бөтөн донъя, әл-хәмдү лил-ләһ, Аллаһ Тәғәләнең ҡанунына ҡоролған. Күк есем­дәренең хәрәкәте бул­һынмы, үҫемлектәрҙең, йән­лектәрҙең йәшәү рәүе­шеме, әҙәм бала­һының генетик үҙен­сәлеге һаҡ­ланыуымы – барыһы ла низамға һалын­ған. Бөйөк Ғабдулла Туҡайҙың:
...Ел дә ваҡытында иҫеп,
Ямғыр ҙа ваҡытында яуа, –
тигән шиғри һүҙҙәре һәр кемебеҙгә таныш. Ошонан сығып ҡарағанда, әлбиттә ки, һәр нәмәнең үҙ ваҡытында булыуы яҡшы: яҙға – йылы ямғыр, йәйгә – сағыу ҡояш, көҙ башына сыуаҡлыҡ килешһә, ҡыш “мыжып” йонсотмаһын – ҡарлы бурандары менән кинәндерһен! Барыһы ла тәғәйен мәлендә, билдәле миҡдарҙа башҡарыла икән – файҙаға ғына.
Шулай ҙа, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, әлеге мәлдәге һауа торошон яманламайыҡ. Үрҙә әйткәнемсә, барыһы ла Ал­лаһ Тәғәләнең ҡанунына ҡоролған. Әҙәм балаһын юҡтан бар иткән Раббыбыҙ кешегә, тәбиғәткә нимә кә­рәк­леген белә. Әле ямғыр туҡтауһыҙ яуа икән, тимәк, шулай кәрәк. Был хик­мәт­ле тәбиғәт күрене­ше хаҡында “Ҡөрьән Кәрим”дә бик күп аят кәримә бар. “Беҙ һеҙгә һыуҙы күктән индерҙек, – тиелгән унда. – Бер өлөшөн ерҙә һаҡлап ҡалдыҡ. Ямғырҙы туҡтатырға ла көсөбөҙҙән килә”. Раббыбыҙҙың барлығына һәм берлегенә инанырға саҡырған саҡта Нух ғәләйһис-сәләм: “Аллаһ Тәғәләгә иман килтерегеҙ, гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Уға тәү­бә ҡылығыҙ, – тигән. – Шул ваҡытта Хаҡ Тәғәлә күк­тән ямғыр ебәрер һәм һеҙҙе бала, баҡса, мал менән байытыр”.
Ысынлап та, был тәбиғәт күренеше – ҙур хикмәттәрҙең береһе. Хатта ки ямғыр яуған ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғә­ләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, был тамсыларҙы хәйерлегә, шифаға, бәрәкәткә генә бир”, – тип айырым доға ҡылыр булған. Һыуҙың көсөн аңлап етеү ҙә мөмкин түгел. Мәҫәлән, ул үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. “Бисмилләһ” әйтелһә, яҡшы уй-теләк менән ҡулланылһа, шифалыға әүерелә. Ә насар, ауыр мәғлүмәт арҡа­һында ярһып китеп, ташып, әллә күпме һәләкәткә килтереүе ихтимал. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һыуҙың – тәбиғәттең инешенең – ҡәҙерен белеү, уның янында тик изгелек ҡылыу, тормоштоң йәмен-тәмен тойоп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итеп йәшәү зарур. Айырыуса әле, изге Рамаҙан шәриф айында, Раббыбыҙға тәүбә ҡылайыҡ, рәхмәт уҡыйыҡ, гонаһтарыбыҙҙың ғәфү ителеүен һорайыҡ. Бының урынына еребеҙ Хоҙайҙың хикмәте менән сафлыҡҡа, һутҡа, бәрәкәткә күмелер.
Бер ҡасан да зарланып йәшәмәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. “Ямғыр, һыуыҡ, күңелһеҙ...” – тип мыжып ултырып, әллә күпме ваҡытты әрәмгә ебәрербеҙ бит. Ир кешенең уфтаныуы бигерәк тә килешһеҙ. Әҙәм балаһы, бер нигә ҡарамаҫтан, йәшәргә, алға барырға тейеш. Бөгөн ямғыр икән, иртәгә ул туҡтар, ҡояш йылмайып ебәрер. Изге теләк, яҡты өмөт менән йәшәйек. Һәр көндөң ҡәҙерен беләйек. Әле, мәҫәлән, төбәгебеҙҙең һәр урынында һабантуйҙар бара. Ошо матур байрамдан ҡалмайыҡ, туғандарыбыҙ, дуҫ-ҡәрҙәштәребеҙ менән осрашайыҡ, хәлдәрен беләйек. “Күңелгә ял биреп тороғоҙ, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. – Ул арыһа, һуҡырая һәм изгелектәрҙе күрмәй башлай”. Пәйғәмбәребеҙ шулай уҡ: “Туғанлыҡтың ҡәҙерен белеү, уны нығытыу ғүмергә бәрәкәт бирер”, – тигән. Ошо һәм башҡа аҡылдарҙы иҫтә тотоп, Аллаһ Тәғәләнең бүләге булған һәр көнөбөҙҙөң, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, тәбиғәттән көс-дәрт алып, яҡты өмөт-ышаныстар менән йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тормош нәҡ шундай саҡта ғына алға бара. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598