Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өммәт тормошона йәм өҫтәп
Өммәт тормошона йәм өҫтәп Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә “Хәдид” (“Тимер”) сүрәһе бар. Ул 29 аяттан тора. “...кеше ғәҙел булһын тигән ниәттә үлсәү индерҙек һәм тимер төшөрҙөк. Унда әҙәм балалары өсөн бөйөк көс, күп файҙа бар. Кемдең Аллаһ менән Уның рәсүленә йәшерен генә ярҙам иткәнен белер өсөн дә кәрәк ул”, – тиелгән сүрәлә.
Тимәк, Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән ниғмәтте ҡәҙерләргә, көнкүрештә әүҙем ҡулланырға тейешбеҙ. Әл-хәмдү лил-ләһ, төбәгебеҙҙә был бурысты ныҡлы аңлап, мосолман тормошон күркәмерәк, зауыҡлыраҡ, уңай­лыраҡ итергә тырышҡан ир-ат байтаҡ. Шуларҙың береһе – Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылы уҙаманы Сабит Бикмәтов. Дин юлындағы ҡәрҙәшебеҙ урындағы мәсеттә имам-хатип бурысын атҡара.
– Утыҙ йылға яҡын ғүмеремде мәғарифҡа бағышланым, – ти ул. – Ауылыбыҙҙың мәктәбендә рәсем, технология дәрестәрен алып барҙым. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ниндәйҙер шөғөлгә тотоноу теләге тыуҙы. Ул, уйлауымса, үҙемә генә түгел, башҡалар өсөн дә файҙалы булырға тейеш. Ошо маҡсатым күптәнге хыялымды тормошҡа ашыра башлауға этәргес бирҙе: тимер эшенә тотондом.
Сабит Мәжит улы аҙ ғына ваҡыт эсендә ауылдаштарын бихисап хеҙмәт емеше менән һөйөндөрөргә, һоҡландырырға өлгөргән. Тимерҙән иретеп йәбештереп, һырлап яһалған әйберҙәрҙең матурлығы, зауыҡлылығы “аһ!” итмәле: сағыу ҡыҙыл, һары төҫтәге рауза сәскәләре менән биҙәлгән гөл ултыртҡыстар, милли биҙәктәр һалынған ҡапҡаслы мунса мейестәре, утын ташығыс, тотҡалары толомдай ишелгән ҡупшы һоҫҡо, тәртешкә, ҡыҫҡыстар...
– Тимерҙе бөгөү, төрлө фор­маға индереү өсөн кәрәкле ҡоролмаларҙы үҙем яһап алдым, – ти Сабит Мәжит улы. – Оҫта­ханамдағы мейесте газ менән эшләй торған итеп ҡулайлаш­тырғанмын. Кәрәкле тимер-томорҙо яҡынлата Белорет ҡалаһынан ташыйым. Эш, әл­биттә, еңел түгел. Әйтәйек, раузаның һәр тажын бөгөү ғәйәт күп ваҡыт, сыҙамлыҡ талап итә. Ижади мөхиткә башкөллө сумаһың. Аҙаҡ күҙҙе һөйөн­дөргән сәскәләрҙән сикһеҙ кинәнес кисерәм, әл-хәмдү лил-ләһ.
Көндәлек тормошта кәрәкле ябай ғына әйберҙәргә йән өрөп, сәнғәт юғарылығына күтәргән оҫтаның хеҙмәте тирә-йүнгә бәрәкәт өләшкәндәй. Унан күреп, башҡаларҙың да күңелендә тимер эшенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна, йорт-ихатаһын тағы ла матурыраҡ, зауыҡлыраҡ итеү теләге тыуа. Өлкән ир-ат ҡына түгел, малайҙар ҙа һөнәрҙең үҙенсәлектәренә төшөнөргә тырыша, берәүҙекенә лә оҡша­маған яңы биҙәктәр уйлап табырға ашҡына. “Күңел – игенлек, унда изгелек, матурлыҡ орлоҡтары сәсергә кәрәк”, – тип юҡҡа ғына өйрәтмәй шул дин әһелдәребеҙ. Ҡөрьәндә телгә алынып, “унда бөйөк көс һәм файҙа бар” тип билдәләнгән икән, тимәк, тимерҙән килгән бәрәкәттең иге-сиге юҡ. Ошоға үҙ миҫалында инандырып йәшәгән Сабит Бикмәтовтың киләсәккә изге ниәт-маҡсаттары бихисап.
Өммәт тормошона йәм өҫтәп


Өммәт тормошона йәм өҫтәп


Өммәт тормошона йәм өҫтәп


Өммәт тормошона йәм өҫтәп




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599