Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәм балаһына ғилем бирелгән
Әҙәм балаһына ғилем бирелгәнИслам динендә мәғрифәткә ифрат ҙур урын бирелә. “Ҡөрьән”дәге иң тәүге аят-кәримәнең “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә исеменән уҡы” тип башланыуы, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бик күп хәҙисе аша ғилемгә әйҙәүе лә – быға ныҡлы дәлил.
Дөйөм алғанда, илдең, милләттең алға барыуы ғилемгә, уны файҙа­ланыуға, тормошҡа ашырыуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта белем кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә, рухландырырға тейеш. Кире осраҡта ул файҙаһыҙ.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһына аҡылды, зиһенде, ғилемде һәр төрлө итеп биргән. Уларҙың һәр береһенә ниндәйҙер мөмкинлек биргән: берәүҙең аҡылы, зиһене үткерерәк, икенсенең көсө күберәк, ҡайһыларҙың һәләте хайран ҡалмалы.
Йәш быуын араһынан һәләтле йәш­тәргә юл күрһәтеү йәһәтенән ошо көн­дәр­ҙә мосолман йәштәре лидер­ҙары­ның уҡыуы үтте. Сараның маҡсаты – унда ҡатнашыусыларҙы урындарҙа йәштәр тормошон ойоштороу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, экстремистик ағымдарҙың йәштәр мө­хитенә үтеп инеүенә ҡаршы тороу алымдары менән таныштырыу, халыҡ­тар араһындағы милләт-ара мөнәсә­бәттәрҙе һаҡлап алыу булды. Ҡат­нашыусылар өсөн лекциялар һәм дискуссиялар оҫталыҡ дәрестәре менән үрелеп барҙы.
Сара Республика Башлығы ҡара­ма­ғындағы Дәүләт-конфессия ара мө­нәсәбәттәр советы һәм Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Ди­ниә назараты ярҙамы менән “Йәш­тәр­­ҙең конфессия-ара һәм этник-ара бәй­ләнеше: төбәк аспекты” фәнни-ғә­мә­ли конференция нигеҙендә үткәрелде.
Барлығы Башҡортостандың 40 ра­йо­нынан 45 кеше уҡыу курсы үтте. Ойоштороусылар күҙаллауынса, сара айыҡ аҡыллы, белемле йәштәрҙе берләштереүгә, үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
– Киләсәктең ниндәй булыуы әлеге йәштәрҙең белеменә, ҡиммәттәренә, рухи, әхлаҡи принциптарына бәйле, – тине Башҡортостан мосол­манда­рының Диниә назараты рәйесенең 1-се урынбаҫары Айнур хәҙрәт Арыҫ­ланов.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең бөтөн педагогиканы үҙ эсенә алған дүрт кенә юллыҡ хәҙисе бар: “Ғилемде иң еңел юл менән бирегеҙ. Баланы ҡыуандырығыҙ, дәртлән­де­регеҙ, рухландырығыҙ, күңелен һын­дырмағыҙ”. Хоҙай Тәғәлә, иншаллаһ, һәммәбеҙгә лә файҙалы ғилем насип итһен.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598