Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙға йылмайыу өҫтәп
Яҙ – ҡояш нурҙарына ғына түгел, сирҙәргә лә бай миҙгел. Тап ошо ваҡытта витамин етмәү сәбәпле төрлө ауырыуҙар киҫкенләшә. Организмға нимә кәрәклеген ҡайһылайтып белергә һәм сирҙе нисек еңергә?
А витамины етмәй икән, күҙҙәрҙә ҡоролоҡ барлыҡҡа килә, кеше саҡ ҡына ҡараңғыла ла күрмәй башлай, тын юлдары, ашҡаҙан сирҙәре ҡалҡып сыға, тире боҙола, хәл бөтә. Был проблемаларҙы яйға һалыу өсөн кишер, йомортҡа, балыҡ, ҡыҙыл һәм һары төҫтәге йәшелсә менән туҡланыу кәңәш ителә. А витамины шулай уҡ йәшел һуғанда, петрушкала, гөлйемештә, һырғанаҡта күп.
В витаминының организмда тейешле кимәлдә булмауы йоҡлай алмауҙа, тиҙ ярһып китеүҙә, хәл­һеҙлектә, баш ауыртыуында, конъюнк­тивит, дерматит сирҙәре барлыҡҡа килеүендә, ауыҙ иҙелеүҙә, йөрәк тибешенең йышайыуында сағыла. Ҡыш антибиотиктар менән дауаланған кеше уға айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисерә. В витамины һөт аҙыҡтарында, ҡыяҡлы үҫемлектәрҙә, әсеткелә күп.
С витамины аҙ икән, кеше хәлһеҙлектән йонсой, күреү һәләтенең насарайыуы, теш ҡаҙнаһының ҡан­һырауы, нәҙек ҡан тамырҙарының мөсһөҙләнеүе ихтимал. Был проб­лемаларҙы бөтөрөүҙә иң ҙур ярҙамсылар – цитрус емештәр, тоҙло кәбеҫтә, туңдырылған еләк-емеш, гөлйемеш.
Д витаминын “ҡояш витамины” тип йөрөтәләр. Ҡышҡы оҙон төндәрҙән, яҡтылыҡ етмәүҙән организмда уның күләме ныҡ кәмей. Һөҙөмтәлә һөйәктәрҙең торошо насарайыуы, муртҡа әйләнеүе, мускулдарҙың көсһөҙләнеүе, ҡан әйләнешенең түбәнәйеүе, матдәләр алмашы­ныуының боҙолоуы ихтимал. Д витамины балыҡта, аҡ майҙа, сырҙа, һөттә күп. Шул уҡ ваҡытта саф һауала йышыраҡ йөрөргә кәрәк – ыңғай һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Е витамины (токоферол) яҙ миҙгеле менән бигерәк тә ауаздаш, сөнки йәшәртеү, матурайтыу көсөнә эйә. Ул – ҡеүәтле тәбиғи антиоксидант. Организмда был витаминдың тейешле күләмдә булмауы дөйөм сәләмәт­лектә, тиренең, сәстең, тырнаҡтарҙың торошонда сағыла. Токоферол иммунитетты нығыта, мускулдар эшмәкәрлеген көйләй. Үҫемлек майы, сәтләүектәр, йомортҡа һарыһы, гөлйемеш, сей балан Е витаминына айырыуса бай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599