Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зарланырға оялмайһыңмы?
Зарланырға оялмайһыңмы?Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде ул!”, “Артабан нисек йәшәргә?”, “Дәүләт өсөн ике тиҫтә йыл түккән көсөмдө кире ҡайтарһалар, ни ҡылырға икәнен белер инем дә”, “Эштән ҡыҫҡартасаҡтар, яңыһын табып бирергә тейештәр бит”, “Бөтөн ерҙә алдайҙар, үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырталар, түләмәйҙәр...”
Был кеше ике йыл элек эшенән ҡыҫҡартылды ла һаман өйөндә ҡыл да ҡыбырлатмай ята. Ир затынан үҙе. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән ҡатыны ғаилә тормошон яңғыҙы иңендә йөкмәп бара. Ике балаһын тәрбиәләй, ирен ҡарай, хеҙмәт хаҡы аҙлыҡтан кис бер ойошма бинаһының иҙәнен йыуа, ойоҡ-бейәләй, шәл бәйләп һата. Йәмәғәтенең холҡона нисек сыҙауы хаҡында һорашһаң: “Аллаһ бирһә, барыһы ла яҡшы булыр – түҙгәнгә түш тейә”, – тип кенә яуаплай.
Ир һәм ҡатын. Уларҙың тәғәйен бурысын онотоуында күп осраҡта дәүләтте, Совет осорон ғәйепләйбеҙ. Эйе, социализм ваҡытында ике зат вәкилдәре араһында ниндәйҙер кимәлдә тигеҙлеккә юл һалынғандыр, ләкин бында ҡатын-ҡыҙ ғәйеплеме һуң? Улар, ир-атты ситкә этеп, ажарланып алға сығырға ынтылғанмы? Юҡ, бурыстарын сит иңгә һалырға әҙер “уҙамандар” үҙҙәре юл биргәндер. Совет власы уларҙы һынап ҡына ҡара­ғандыр. Ғәйеп дәүләт ҡоролошонда түгел, тәрбиәлә. Ысынлап та, ул осорҙа ла һәммә ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән бер дәрәжәлә булырға ынтылмаған бит, байтағы тәғәйен бурыстарын теүәл үтәгән ышаныслы йәмә­ғәтенең арҡаһына ышыҡланып, хәстәрлектә ғүмер кисергән, йорт йылыһын һаҡлаған, балалар үҫтергән. Ҡайһы ғына гүзәл зат вәкиле “ел-ямғыр” күрмәйенсә ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә теләмәһен?
Ирҙе ир итеп тәрбиәләү йәмғиәттә көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙең береһе булып ҡала. Был йәһәттән дин ҡанун­дарына тая­ныуҙың иң дө­рөҫ юл икәненә күптәр ныҡ­лы инана бара. Беҙҙең Исламда, мәғлүм ки, ир-ат төп хужа, өммәттең әйҙәү­сеһе, ғаилә һаҡсыһы, “көтөү баш­лығы” тип һанала. Уның ҡа­ты­нын, балаларын, яҡын­да­рын мохтажлыҡта йәшә­теүгә хоҡуғы юҡ. Ҡул ҡау­шы­рып ултырыу, зар­ланыу, шыңшыу, бурыстарын баш­ҡалар иңенә һалыу мосолман ир-ат өсөн бөтөн­ләй оят, хурлыҡ, ҙур гонаһ. Ул һәр ваҡыт эшләргә, яҡшыраҡ, мулыраҡ тормошҡа ынты­лырға, ғаиләһе­нә лә, йәмғиәткә лә файҙа килтерергә тырышырға тейеш.
Яҙма һуңында хикмәтле хикәйәләрҙең береһен иҫкә төшөрәйек. Ир кеше урамдан үтеп барғанда сәйер кү­ре­нешкә тап була: өй янындағы эскәмйәлә әбей менән бабай, эргәләрендә сыйылдап ятҡан эткә лә иғтибар итмәйенсә, көлөшә-көлөшә һөйләшеп ултыра, ти. Меҫ­кен хайуанға ниңә ярҙам күрһәтмәйҙәрҙер? Иртәгәһенә лә ошо урында әлеге күренеш ҡабатланғас, ҡарттарға йәне көйгән ир үҙ-үҙенә һүҙ бирә: “Иртәгә эттең шыңшы­ғанын йәнә ишетһәм, хужаларына дәғүә белдерәсәкмен!” Шулай итә лә.
– Ғәфү итегеҙ, – тип өндәшә ҡарттарға. – Эт ниңә бер нисә көн рәттән шыңшый ул? Нимә булған?
– Ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ, – ти әбей, йылмайып. – Шыңшый, сөнки сөй өҫтөндә ята.
– Ә ниңә тороп китмәй һуң?
– Тимәк, уға шыңшып ятыу ҡулайыраҡ. Тороп китер­лек хәлдә ауыртынмайҙыр йә ҡуҙғалырға йыбаналыр, бәлки, күтәреп алыуҙы көтәлер...
Эйе, кешеләр ҙә йыш ҡына: “Ялҡытты былай йәшәү, аҡсаһыҙ йонсоу”, – тип зарлана, тормошон үҙгәртеү кә­рәк­леген ҡабатлай, ләкин үҙе бер ни ҙә эшләмәй. Әлеге эттең миҫалында күренеүенсә, тәүҙә тороп баҫырға кәрәк бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598