Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тимерҙә – көс һәм файҙа
– Оҙаҡ уйланғандан һуң тимер эше менән шөғөлләнергә булдым. Йорттарҙың баҡсаһын, ҡапҡаһын төрлөсә биҙәп яһағым килә. Был йәһәттән байтаҡ тәжрибәм дә бар. Шулай ҙа икеләндерә: мосолманға бындай эш менән шөғөлләнергә яраймы икән?
И. ШАҺАПОВ.
Ауырғазы районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйе­се мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Мәғлүм ки, “Ҡөрьән Кәрим”дә 29 аяттан торған “Хәдид” сүрәһе бар. Был атама “тимер” тигәнде аңлата. “Беҙ асыҡ аяттар, рәсүлдәр ебәреп, улар аша китап күндерҙек, кеше ғәҙел булһын өсөн үлсәү индерҙек һәм тимер төшөрҙөк. Унда әҙәм балалары өсөн бөйөк көс, күп файҙа бар. Кемдең Аллаһ менән Уның рәсүленә йәшерен генә ярҙам иткәнен белер өсөн дә кәрәк ул”, – тиелгән сүрәлә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тимер – беҙгә Раббыбыҙ тарафынан ебәрелгән ниғмәт. “Унда бөйөк көс һәм күп файҙа бар” тиелгән икән, ҡәҙерен белергә, тейешенсә ҡулланырға тейешбеҙ.
Мәғлүм ки, Аллаһ Тәғәлә Дауыт ғәләйһис-сәләмгә ғәжәйеп үҙенсәлек биргән: ул тимерҙе ҡулы менән йомшартып, төрлө нәмә эшләй алған. Был хаҡта “Пәйғәмбәрҙәр” сүрәһендә лә әйтелә. “Тәсбих ҡылһындар өсөн Дауытҡа тауҙарҙы, ҡоштарҙы буйһондорҙоҡ... Беҙ уны бер-берегеҙҙең һөжүменән аралай торған тимер кейем яһарға өйрәттек” тигән юлдар бар унда. Тимәк, был металл һаҡлаусы, ҡурсалаусы булараҡ та ҡабул ителә.
Хәҙерге тормошта тимер инмәгән, ҡулланылмаған тармаҡ һирәктер. Йәшәйештә өлөшө шул тиклем ҙур уның. “Тимер ат”тар менән “тимер ҡош”тарҙы ғына алғанда ла, үҫештә ниндәй урын тотҡанын аныҡ билдәләргә мөмкин. Сәнәғәтте тотоп торған ҡеүәт ул. Борон да бит ауылдарҙа тимерсе төп һөнәр эйәһе, иң кәрәкле кеше иҫәпләнгән. Көн­күрештәге барлыҡ мәсьәләләр буйынса тиерлек уға мөрәжәғәт иткәндәр. Бөгөн иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тимер менән эш иткән кешеләр һирәк. Һис һүҙһеҙ, ата-бабабыҙҙан ҡалған һөнәр киң йәйел­дерелергә тейеш.
Аллаһ Тәғәлә тимер эшенә тотонған һәм шул ниәттәге ҡәрҙәштәребеҙҙең барыһына ла, иншаллаһ, уңыш-бәрәкәт бирһен, шулай уҡ һәммәбеҙгә лә һөнәр өйрәнергә насип ҡылһын. Ҡулы эш белгән һис ҡасан юғалып ҡалмай, ауырлыҡтар алдында баш эймәй. Ата-бабабыҙ ғүмер буйы, Ислам күрһәткәнсә, үҙ көсөнә таянып йәшәгән, иген иккән, мал аҫраған, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, баҡса­сылыҡ менән шөғөл­ләнгән. Улар һис кемдән ярҙам көтөп ултырмаған, барыһын да үҙҙәре тапҡан, һөҙөмтәлә ғаиләһен ҡараған, еренең ҡәҙерен белгән, милләтен, телен, рухи ҡиммәттәрен һаҡлаған.
Мө­хәммәт ғәләйһис-сә­ләм дә һөнәрле булыуҙың юғары әһәмиәтен үҙ тормошо аша раҫлаған. Ул намаҙ ҙа уҡыған, сауҙа менән дә уңышлы шөғөлләнгән, ғаилә­һен дә яҡшы ҡараған. “Ҡыйыу, тәүәккәл сауҙагәр ризыҡ­ланыр”, – тигән Пәй­ғәмбәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта йүнселлекте ғәҙел алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына килемеңдә бәрәкәт була.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә төрлө һөнәр үҙләштерергә, динебеҙ ҡушҡанды теүәл үтәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509