Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Аҙан моңо I
Балтаны әсәһе тотторҙо ҡулына. Башта бағаналыҡ әрсеп ултырттылар, унан икәүләшеп индек үткәрҙеләр. Урманда ағастарға мөшкәт ҡуйып ятҡан атаһы ҡайтып инеүгә ере һөрөлөп, картуфы сәселгән ине баҡсаның. Күкрәк, ос һәнәктәрен дә әсәһе менән яһаны. Ғаилә башлығы сайыр һыҙып ҡайтыуға, яҡындағы сабынлыҡтарында ун бишәр күбәлек ике кәбән ҡуҡрайып ултырыр ине. Һуғыш мәлен картуф кәйелтмәге ашап, күршеләренән йомортҡа урлап эсеп етем үҫкән атаһы эш мәнен белмәне. Ә әсәһе, ни тиһәң дә, урыҫтарға йәшелсә һатып көн күргән. Икеһенең ирешкәненән шуны белде малай.
Кемгә оҡшағандыр, балта эшенә оҫта булды Йәүҙәт. Ҡыҙҙар араһында үҫкән бер бөртөк малайына әсәһе тәүҙә күрше ауылдан ҡумыҙ килтереп бирҙе, унан почта аша мандолина яҙҙыртып алды. Аҙаҡ, сайыр йыйған аҡсаһын тотоноп, Мәғниттең үҙенән гармун йөкмәп ҡайтты ла “Казанка”ла аяҡ бармаҡтары менән бейеү көйҙәре уйнап, бар ғәләмде оҫталығы менән хайран иткән ҡустыһына Йәүҙәтте музыкант итеү бурысын ҡуйҙы. Малай, атаһының был эште өнәмәүен белһә лә, “шайтан аҙаны” тиеүен ишетһә лә, әсәһенә “юҡ” тип әйтергә ҡыйманы: ике айҙа “Әпипә”не тысҡылдатырға өйрәнеп алды.
Һөҙөмтәлә күренекле баянсы менән йырсының ауылдарҙан һәләтле балаларҙы йыйған мәле тура килеп, баш ҡалалағы музыка мәктәбенә уҡырға китте Йәүҙәт. Тыуған йортона йылына тик ике мәртәбә ҡайтып йөрөгән малай атаһынан бөтөнләй ситләшеп үҫте. Каникулға барып алып, аҙаҡ Өфөгә кире илткәндә генә аралашырға әмәл сыға ине. Әммә мең ыҙа менән поезда, унан автобуста, өсөнсө көнөнә белештәрендә ҡалдырылған атта юл үткәндә лә улы атаһының хәбәренә илтифат итмәне.
Йәүҙәт музыка мәктәбенән һуң сәнғәт училищеһына инде. Уҡыу еңел бирелде егеткә: дүрт йыллыҡ ғилемде ике тапҡырға аҙыраҡ ваҡытта үҙләштереп, диплом алды. Унан армияла хеҙмәт итте, сәнғәт институтын тамамланы, ҡалалағы күренекле музыка мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнде. Ҡатыны менән икәүләп бер өлкәлә эшләгәс, ижадтары гөрләне, уңыштары күп булды. Ауылдағы әсәһе иһә улының яңы йыры сыҡҡан һайын күршеләрен сәйгә алып, магнитофон таҫмаһын өйрөлттө. Ҡунаҡтар үҙҙәренең урамынан шундай ҙур кеше сыҡҡанына һөйөнөсөн йәшермәне.
Ә Йәүҙәт баянсылары менән республиканы иңләне, Рәсәйҙә лә күренде. Конкурстар араһында көнөнә генә ҡайтып, атаһын ерләшергә лә өлгөрҙө.
II
Әсәһе ҡартайҙы инде. Хәлен белергә ҡайтҡан Йәүҙәт менән яҙылып һөйләшеп ултырмай. Сәйнәлеп бөткән кассетаны ҡуйып, композитор улының көйҙәрен яңғыратыуҙарын һорап, өйҙәгеләрҙең теңкәһен ҡоротто. Йәүҙәт: “Әйҙә, әсәй, үҙем йырлайым”, – тип янына ултырһа ла, ишетмәне. Яҙмаларҙы дискка күсереп биргәйне, үпкәләп, бөтөнләй тыңламаҫ булды. Бының урынына шәмбе һайын Заволокиндың “Уйна, һөйөклө гармун!” тапшырыуын ҡарарға әүәҫләнеп китте. Иң сағыу күлдәген кейеп, тештәре төшкәнлектән эскә батҡан урттары йомро күренһен өсөн икмәк ҡабып телевизор алдына ултырып ала ла донъяһын онота. Оло кешенең яңы шөғөлө ҡыҙы менән кейәүе өсөн ҡулай ине: йортҡа аҙға булһа ла тыныслыҡ ҡайтты.
Отпускка яңғыҙ ҡайтҡан ҡайнағаһын бауыр аҫтынан ел үткәреп, сабынлыҡтарҙы ҡарап ҡайтырға саҡырҙы бөгөн кейәүе. Йәүҙәт телевизор алдында ултырған әсәһенә аңғартып китәйем тип ингәйне, әбей улын үпкәле ҡараш менән ҡаршы алды:
– Ағайың мәрхүм кеүек аяҡ бармаҡтарың менән гармун уйнай белһәң, күптән ошолар араһында телевизорҙан күрһәтерҙәр ине үҙеңде. Кемдең улы – шуныҡы, тиерҙәр ине. Ҡасандан бирле көтәм.
Артына ултыра төшә яҙҙы Йәүҙәт. Үҙен оҫтамын тип уйлап тик йөрөгән дәбаһа. Ысынлап та, ятҡан килеш гармунын йә ҡулына тотоп, берсә уның ҡайыштарын койка башындағы аяҡтарына элеп, аяҡ бармаҡтары менән өҙҙөрөп уйнаған ағаһына етә алманы бит! Был тамашаны ҡарарға хатта күрше ауылдарҙан эркелеп килерҙәр ине. Һеңдерә әйтте лә ҡуйҙы әсәһе.
– Һинең әллә нисә йыл уҡып, ҙур гармун күтәреп йөрөүең нимәгә? Исмаһам, ауылға шул бергә эшләгәндәреңде алып килеп, концерт та ҡуймағас! – Телевизорҙағы Заволокинға матур күренәйем тип уртына тыҡҡан икмәген кире сығарып, үпкәләп тороп китте әсәһе.
Йәүҙәт ауыр уйҙар менән кейәүенең атына сығып ултырҙы. Әсәһенең иргә һыр бирмәй йәшәгән йылдарын иҫкә төшөрҙө. Урман юлына төшкәс кенә туҡтауһыҙ һөйләп килгән кейәүенең хәбәренә ҡолаҡ һалды:
– Ҡолон ғына ине әле ҡайным мәрхүм булғанда. Шәп атҡа әйләнде лә ҡуйҙы хәҙер. Төҫө итеп тотам...
“Ҡара әле, атайымдың атын нимә эшләттегеҙ, тип һорарға ла баш етмәгән бит...”
– Бына ошо ҡарағайы йығылған диләнкәләрҙе таҙалап, дүрт кейәүенә сабынлыҡ итеп ҡалдырҙы. Ҡағыҙҙа икешәр гектар тип яҙылһа ла, үҙәктәре менән бергә унауҙы үтеп китә. Ана теге баштағыһы, ғүмер буйы үҙе сапҡан ер – һинеке. Таныйһыңдыр?
“Нисә йыл йөрөмәнем икән бесән сабырға?..”
– Ҡайнаға! Пенсияңа ла күп ҡалманы, бәлки, ҡайтып йәшәрһең? Өйөңә мейес сығартайыҡ. Кирбесен алдыртып, мунсаһына өйөп ҡуйғайны ла, сығартырға оҫтаһын тапманы мәрхүмкәй...
“Эш мәне белмәгән һымаҡ ине лә…”
– Бына һуңғы төйәге. Өлкән бажаның бесәне имен ултырамы икән тип кәбән башын ҡарап, һикереп төшкәнендә сүкергә эләккән бит... – Хәбәргә ҡушылыусы булмаһа ла, хәтирәләргә бирелеүен дауам итте кейәүе.
– Аңламаным. Салғы сүкергәме?
– Сүкер, тим бит. Сабылған ерҙәге кипкән үлән төпһәһе. – Күҙҙәрен тултырып ҡараны кейәүе. – Сүкергә аяғының тамыры эләгеп, шаулап ҡан киткән. Ҡатаһының эсе туп-тулы ине.
Йәүҙәттең тамағына төйөр тығылды...

(Аҙағы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599