Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәриҡәт – тәрбиә ысулы, тыныслыҡ юлы
Аллаһ: «Мин йәшерен Хазина инем, Мине белеүҙәрен теләп, ошо халыҡты барлыҡҡа килтерҙем», – ти. Тимәк, беҙҙең яратылыуыбыҙҙың сәбәбе Аллаһты танып белеү ул. Бының өсөн иһә тейешле ғилемдәргә эйә булырға кәрәк.
Ғөмүмән, ғилем алыу еңел эш тү­гел. Үҙ алдыңа, үҙ белемеңә, күҙ бе­ле­менә генә таянып Аллаһты танып белергә тырышыу иһә маҡсатыңа ла яҡынайтмаясаҡ, хатта киреһенсә, аҙаш­тырып юлды яҙлыҡтырыуы ихтимал.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Ал­лаһ кешеләргә дөрөҫ, хаҡиҡи юлды табыуҙы еңеләйтеү һәм унан тайпылмайса барыу өсөн кешелеккә пәй­ғәмбәрҙәр, изге китаптар ебәргән. Ке­ше тәбиғәте буйынса онотоусан. Шуға даими рәүештә уның иҫенә төшөрөп, хәтерен яңыртып торорға кәрәк. Пәй­ғәмбәрҙәр, изге китаптар төшөрөлөү замандары алыҫайған һайын улар менән бергә ебәрелгән ғилемдәр ҙә онотолоп, фараздар, күҙаллауҙар ярҙамында үҙгәртелеп хәҡиҡәттән алыҫлашмаһын өсөн был юлды өҙлөкһөҙ дауам иттереү, хәҡиҡәтте, Аллаһ һүҙен, Уның әмерҙәрен, теләк­тәрен еткереү вазифаһы әүлиәләргә, шәйехтәргә йөкмәтелә.
Аллаға шөкөр, Аллаһ Тәғәлә беҙ­ҙең халыҡҡа булған һөйөүен белдереп, беҙҙе лә камил заттар араһында күрергә теләп, беҙгә күпләп үҙенең дуҫтарын, әүлиәләрен ебәргән. Шулар араһында Ҡотоб заман, Урал-Волга төбәгендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙар йәмғиәтенең һуңғы бөйөк Шәйехе Зәйнулла Рәсүлев хәҡиҡәт юлында мәңгелек бәхеткә әйҙәүсе һүнмәҫ йондоҙ, аҙаштырмаҫ маяҡ, өлгөлө әҙәп-әхлаҡ эйәһе булып тора.
Беҙҙең Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ: “Кем үҙ белемдәре менән генә хуш­һына, шул юлдан яҙыр”, – тип бойора. Шуның өсөн дә беҙ дин мәсьә­лә­ләрендә көҙгө булырҙай, һинең хәлеңде һиңә күрһәтерҙәй ошондай оло шәхестәргә, остаздарға мохтаж­быҙ. Һин нисек көҙгөгә ҡарап сәсеңде-ҡашыңды, кейемеңде төҙәтһәң, Ал­лаһтың дуҫы ярҙамында күңел хәл­дәреңде күреп етешһеҙлектәреңде төҙәтәһең. Зәйнулла Рәсүлев кеүек шәхестәребеҙ, иман камиллығына ирешеп, бөтә халыҡ өсөн көҙгө вази­фаһын башҡара. Суфыйсылыҡтың эске яғы илаһи һөйөү булһа, тышҡы яғы – матур әхлаҡ ул. Шуның өсөн дә тәриҡәт юлында, хаҡиҡи юлда бул­ған кешенең маҡсаты, остаздары ярҙамында, насар холоҡ һәм ғәҙәт­тәрҙән арынып, матур әхлаҡ эйәһе булыу.
Суфыйсылыҡ, тәриҡәт юлы – ул тыныслыҡ юлы. Был юлда тирә-яҡ­тағылар менән татыу йәшәү, гармо­нияға өлгәшеү өсөн бары тик тейешле ғибәҙәттәрҙе башҡарып, үҙ өҫтөңдә эшләргә, кешенән ғәйеп эҙләмәҫкә, Хоҙай биргәндәргә шөкөр итеп, ҡәнәғәтлек күрһәтергә кәрәк.
Ярай, әүлиәләрҙең, шәйехтәрҙең, остаздарҙың үҙ вазифалары бар. Ә ябай кешенән ошо хәҡиҡәт юлында нимә талап ителә һуң?
Ябай кешенең вазифалары ла ябай. Аллаһ фарыз тип бойор­ғандарҙы үтәргә (тәү сиратта намаҙға ҡағыла). Дин юлында сарыф итергә матди мөмкинлектәрең юҡ икән, һинең өсөн үҙеңде ҡарау ҙа: Аллаһ ризалығы өсөн тәнеңде һау-сәләмәт һаҡларға тырышыу, тәнеңде, өҫ-башыңды, йәшәгән ереңде таҙа тотоу, тыйылған нәмәләрҙән алыҫ тороу, төшөнкөлөккә бирелмәү, ҡәнәғәт була белеү, ҡаршы төшмәү, хәләл көс менән йәшәү сығанаҡтары табыу һ.б. ғибәҙәт булып тора.
Кешегә мең нәсихәт бир, аҙым һайын нимә эшләргә тейешлеген әйт, тик ул һине тыңламаясаҡ. Бер бәлә иһә уға хәҡиҡәтте тиҙ генә аңларға ярҙам итә. Ошонан сығып рәхәт һәм еңел йәшәүҙең серенә төшөнөр өсөн ниндәйҙер бәләнең килеүен көтмәйек, ошо беҙҙең изгеләребеҙ, әүлиәләр, шәйехтәребеҙҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, уларҙың тормошон, өлгө итеп алып, Аллаһ ҡушҡандарҙы ҡулдан килгән тиклем үтәп бөгөндән үк бәхетле һәм тыныс йәшәйек.
Беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ. Беҙгә ситтәргә оҡшарға тырышырға кәрәк­мәй. Беҙҙең үҙебеҙҙең кәрәк тиклем ғалимыбыҙ, әүлиәбеҙ, батырыбыҙ бар. Улар – беҙҙең әйҙәүселәр, беҙ ынтылырға тейешле яҡтылыҡ, беҙ тиңләшергә тейешле өлгө, беҙҙең рухи көсөбөҙҙөң сығанағы. Шуға ла беҙгә аяҡта ныҡлы баҫып торор өсөн, яҡты киләсәгебеҙ өсөн, мәңгелек бәхеткә ирешеү өсөн һис кенә лә улар менән рухи бәйләнеште өҙөргә ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518