Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдарҙы яҡтыртҡан маяҡ
Юлдарҙы яҡтыртҡан маяҡ Матурлығы, үҙенсәлекле архитектур ҡоролошо менән йыраҡтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итеп, үҙенә тартып тора ул. Сәләмләп ҡаршылай, фатиха биреп оҙата. Әл-хәмдү лил-ләһ, Өфөнөң Нуғай ауылында дүрт йыл элек эшләй башлаған был һоҡланғыс мәсеттең тупһаһына саң ҡундырмай халыҡ.
Юлдарҙы яҡтыртҡан маяҡ– Тәүҙә, иман йорто бул­мағанда, йома намаҙҙарын ошондағы мосолмандар йәшәгән өйҙәрҙә уҙғара торғайныҡ, – тип хәтерләй 2004 йылда Юғары мөф­төй Тәлғәт Тажетдиндың ҡарары менән ауылға имам-хатип итеп тәғәйен­ләнгән Ришат хәҙрәт Мө­хәмәтуллин. – Ике йыл тирәһе шулай йөрөлдө. Унан мәхәллә булдырып, мәсет асырға ҡарар иттек. Төҙөлөштө атҡарып сы­ғыуҙа баш ҡала хакимиәте, эргә-тирәләге ауылдар халҡы һәм башҡалар ҙур ярҙам күрһәтте.
Йылдан-йыл ҙурайған Нуғайҙа яңы ҡоролған ғаиләләр айырыуса күп. Шуға ла мәсеткә йөрө­гәндәр араһында йәштәр­ҙең, балаларҙың күплегенә аптырайһы түгел. Иман йор­тонда төрлө быуын вә­килдәре ҡатнашлығында Ураҙа, Ҡорбан байрамдары, башҡа саралар үткә­релә, уларҙа халыҡ гел шы­ғырым тулы була. Шулай уҡ никах туйҙары уҙға­ралар, сабыйҙарға исем ҡушалар. Йома намаҙына йөҙләп кеше даими йөрөй.
“Мәсеттең эшмәкәр­ле­ген көнүҙәк бурыстарға, маҡсаттарға ярашлы ойош­тороу мөһим”, – ти Ришат хәҙрәт. Үҙҙәре тап шу­лай итә лә. Мәҫәлән, былтыр иман йортонда Абдул-Ғәзиз (Руслан) хәҙрәт Дилмөхәмәтов балалар өсөн бушлай ғәрәп теле дәрестәре үткәрә башла­ған. Биләмәлә Ислам йолалары буйынса хеҙмәт­лән­дереүсе “Зәм-зәм” тигән ресторан эшләй, хәләл ри­зыҡтар магазины, мосолман атрибутикаһы һәм дини китаптар кибете асыл­ған. Ришат хәҙрәттең бындағы балалар өсөн уйын майҙансығын ҙурай­тыу, яңы өйләнешкәндәр иҫтәлеккә фотоға төшә алһын тигән маҡсатта гөл-баҡсалы парк ойоштороу, һыу буйына төшә торған урынды матурлау ниәте лә бар.
Оло юл буйында ятҡан­ға күрә, мәсет биләмәһе сауҙа, етештереү объект­та­ры өсөн урын эҙләгән байтаҡ эшҡыуарҙы ҡыҙыҡ­һындыра, әммә мәхәллә ағзалары һәр тәҡдимгә һағайып ҡарай. Шулай ҙа, моғайын, тиҙҙән Нуғай мәсете янында тауар һатыу, халыҡты хеҙмәт­ләндереү тәғәйенлә­нешен­дәге яңы биналар бар­лыҡҡа килер. Ни тиһәң дә, уларға ихтыяж ҙур. Ришат хәҙрәттең хыялынса, иман йорто ҡарамағында мох­таж­дарға ярҙам итеүсе хәйриә фонды, дини баҫ­малар нәшриәте асыу бик яҡшы булыр ине. Әйт­кән­дәй, әле башҡорт һәм урыҫ телдәрендә “Нуғай мәсете” тигән китап сығарырға әҙерләнәләр. Унда ауыл­дың барлыҡҡа килеүе, мәхәллә төҙөү, мәсет һалыу тарихы, бағыусы­лар, попечителдәр советы ағзалары, иман йортоноң әлеге эшмәкәрлеге һәм башҡалар тураһында мәғлү­мәт тупланған.
– Иң мөһиме – мәсет күберәк кешене йәлеп ит­һен, айырыуса йәштәрҙе хаҡ юлға әйҙәһен. Иман йортон төҙөгәндә беҙгә төр­лө яҡлап булышлыҡ ҡылған, таяныс булған барыһының да теләге шул. Изге ниәттәребеҙ бойомға ашыр, мәсетебеҙ бик күп быуындар күңеленә иман нуры сәсер, иншаллаһ, – ти Ришат хәҙрәт Мөхә­мәтуллин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512