Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яратыуҙан тыуһын һәр бала
Яратыуҙан тыуһын һәр бала “Теләп кенә тапҡан,
Һөйөп кенә баҡҡан
Балаларҙың бәхете мул була.
Әсә теләгендә – доға ҡөҙрәттәре,
Яратыуҙан тыуһын һәр бала...”

Ошо йырҙы ишеткән һайын тертләп китәм, күҙҙәрем әсе йәшкә мансыла. Бала саҡтағы бер аяныслы ваҡиғаға бәйле был. Ҡапҡа артына йәшеренеп кенә урамға ҡарап торған сөм-ҡара күҙле малайҙы һис ҡасан онота алмам, ахыры.

...Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң ситкә эшкә сығып киткән Хәтирә апай оҙаҡламай бәпәй күтәреп ҡайтты. “Егете алдаған, өйләнергә теләмәгән”, – тип үҙ-ара шым ғына һөйләште өлкәндәр. Апай иһә ҡайтыу менән балаһын өлкән йәштәге әсәһенә тапшырҙы ла ҡайҙалыр сығып олаҡты.
Ә инәй ҡаты сирләй ине. Киләһе йәйгә йән дә бирҙе ул. Хәбәр иткәндәрҙер, тиҙҙән Хәтирә апай ҡайтып төштө. Урам аша күрше йәшәгәс, күреп торабыҙ: донъя көтөргә бер ниндәй теләге юҡ, булған ғына ваҡ малды тиҙ арала һатып ебәрҙе, йыш ҡына ҡыҙмаса йөрөй үҙе. Ҡысҡырына, туҙына. “Һин генә ғәйепле минең бәхетһеҙлектә, артыҡ тамаҡ! Ниңә тыуҙырғанмындыр? Кемгә кәрәгең бар һуң һинең?” – тип сабыйына ябырылыуын ишетеү айырыуса йөрәкте өҙә. Уныһы, бер йәше яңы тулған бәләкәс, үҙ алдына тәпәй баҫырға өйрәнеп, эләгә-йығыла көн күреп йөрөй. Ашарҙарына иһә ауыл халҡы ташый.
Биш йәше тулғанда ла малай һөйләшмәй ине. Урамға сығырға оялып, гел ҡапҡа ярығынан ҡарап тора. Ҡыш иһә туңған тәҙрәнең боҙон иретеп, бәләкәй генә уйым яһап ала ла көноҙоно тышты күҙәтә. Сөм-ҡара күҙҙәрендәге әсе һағыш әле лә йөрәкте өтөп алғандай...
Малайға алты йәш самаһы булғанда әсәһе ҡырҙан беҙҙең халыҡҡа оҡшамаған ир эйәртеп ҡайтты. Икенсе бәпәйе тыуҙы. Ә был ир бер ҙә эшләргә уйламай, бар белгәне – кәйеф-сара ҡороу. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күршебеҙ ире алдында өтәләнеп йүгереп йөрөй, гүйә, иң бәхетле ҡатын. Сабыйын иһә күберәк ағаһы ҡарай, тинеләр. Бәләкәстәргә әлеге лә баяғы ауылдаштар ризыҡ ташыуын дауам итте.
Йәйге эҫе көндәрҙең береһендә күрше йортта көтмәгәндә янғын сыҡты. Хәтирә апай иренә эсергә алыу өсөн күрше ауылдағы кибеткә киткән булған, ә йәмәғәте өйҙә тәмәке тартып ултырған еренән йоҡоға талған. Төпсөк иҙән ярығына төшөп китеп, баҙҙа ут тоҡанған. Ир үҙе нисектер уянып, ғәйепле икәнен аңлап, йәһәт кенә ауылдан сығып тайған. Ә сабыйҙар... Ағаһы йүргәктәге ҡустыһын күтәреп алып сығып, күршеләрҙең ишек алдына һалған да үҙе, берәй нәмәне алам типтер инде, кире йортҡа инеп киткән. Тап шул мәлдә түбә гөрҫләп ауған...
Хәтирә апайҙың иһә күҙ йәше лә сыҡманы, тинеләр. Өлкән улының тотошлай янған кәүҙәһен ауылдаштар күмәкләп барып ерләне, бәләкәй малай иһә ағаһы тапшырған урында – күршеләрҙә – буй еткерҙе. Ә әсә­ләре ирен эҙләп киткән еренән әйләнеп ҡайтманы.
...Мөхәббәттән тыуһын, яратылып үҫһен ине һәр сабый. Әсәй-атай һөйөүенән дә ҡөҙрәтлерәк нимә бар?

(Өфө ҡалаһында йәшәгән ҡатындан яҙып алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511