Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге мөфтөйҙөң яҙмышы
Ғинуар башында күренекле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Мансур Халиҡовтың тыуыуына 130 йыл тулды. Мәғлүм ки, бөйөк шәхес – Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының тәүге мөфтөйө.
Ул әлеге Ғафури райо­нының Оло Үтәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Шул осорҙағы алдын­ғы “Рәсү­лиә”, “Ғәлиә” мәҙрә­сәләрен тамамлап, яҡшы ғилем туплай. 1910 йылда тыуған ауылында мөҙәрис булып эшләй башлай, яңыса белем биреү ысулдарын хуплай, урыҫ теле, математика, география, тарих фән­дәрен өйрәтә, баш­ҡорт телен уҡыта. Башҡорт милли хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша.
1918 йылда Мансур Ха­лиҡов Табын башҡарма ко­митетының халыҡ мәға­рифы бүлеге етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән Баш­ҡорт АССР-ы мәғари­фы­ның халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы ғилми йәм­ғиәтенә алына. Шул осорҙа Өфө губер­на­һының крәҫ­тиәндәр съезына, ҡорол­тайҙың тәүге йыйындарына делегат итеп һайлана, Бөтә Рәсәй ойоштороу йыйылышы эшендә әүҙем ҡатнаша.
1921 йылда Стәрле­та­маҡ­ҡа яҡын урынлашҡан Аллағыуат ауылында уҙға­рылған дини съезда Мансур Халиҡов Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө итеп һай­лана. Шул уҡ йылда ас­лыҡтан интеккәндәргә ярҙам комитеты рәйесе булып, был эште ойошто­роуға күп көс һала.
Мансур Халиҡов 1929 йылда ”халыҡ дошманы” тип иғлан ителеп, өс йылға һөргөнгә ебәрелә. 1932 йыл­да тағы ла ҡулға алына. Был юлы диндарға ҡабат иреккә сығыу насип булмай: ике йылдан Силәбе өлкә­һендәге холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт коло­нияһында ғүмере өҙөлә. Ерләнгән урыны билдәһеҙ.
Тәүге мөфтөйҙөң исеме 1991 йылда тулыһынса аҡланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511