Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Изге маҡсаттар менән башлайыҡ
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рәхмә­туллаһи үә бәрә­кәтүһ, хөрмәтле ҡәр­ҙәштәр, ватандаштар! Бына Ҡояш календары буйынса йәнә бер йылдың аҙағы яҡынлаша. Уны матур итеп тамамлап ҡуйып, яңы­һына имен-аман, изге маҡсаттар менән аяҡ баҫырға яҙһын, иншаллаһ! “Барыһы ла ниәткә бәйле”, – тигән бит пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Ваҡыт – Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән иң ҙур ниғмәт. Тимәк, әҙәм бала­һы уның ҡәҙерен белергә тейеш. Ғүмеребеҙҙең һәр сәғәтен, көнөн файҙалы үткәрергә бурыслыбыҙ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡал­дыр­ма” тигән һүҙҙәрен, гелән юғарылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылырға бойороуын иҫебеҙҙән сығармаһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Тимәк, алға барған һайын үҫешергә, ғилемебеҙҙе, һөнәрҙәребеҙҙе арттыра барырға бурыслыбыҙ.
2016 йыл ваҡиғаларға бай осор булды. Һайлау үтте, ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторолдо, мәҙәни, ғилми, иҡтисади, спорт саралары күпләп уҙғарылды. Республикабыҙ менән башҡа төбәктәр, илдәр араһында хеҙмәттәшлек тағы ла киңәйҙе, үҙ-ара дуҫ-татыу, аңлашып йәшәү мөһимлегенә йәнә бер ҡат инандыҡ. Берҙәмлеккә әйҙәгән сараларҙа йәштә­ребеҙҙең күпләп ҡатнашыуы, хатта бәғзеләренең ойоштороусы ла булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Ғөмүмән, улар араһында милләтенә, тарихына, туған теленә, диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына иғтибарлылар күбәйә. Сикһеҙ ҙур шатлыҡ был, әл-хәмдү лил-ләһ! Йәштәребеҙ хаҡ юлға ынтыла, сәләмәт йәшәү өлгөһөн күрһәтә, иман нигеҙендә күркәм тормош ҡора икән, уларҙы һәр яҡлап ҡеүәтләргә, ярҙам итергә, күңелдәренә дәрт өҫтәп торорға онотмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт! Был ғәмәлебеҙ киләсәктә, иншаллаһ, үҙебеҙгә, алдағы быуындарыбыҙға меңләтә изгелек булып ҡайтыр.
Республикабыҙҙа быйыл төҙөлөшкә лә ҙур иғтибар бүленде. Юлдар яңыртылды, күперҙәр һалынды, мәктәптәр, балалар баҡсалары асылды. Шул уҡ ваҡытта төбәгебеҙҙә тиҫтәләгән иман йорто төҙөлдө. Мәсеттәрҙең шулай йылдан-йыл арта барыуы, һис шикһеҙ, халҡыбыҙҙың хаҡ юлға күпләп баҫыуы, Аллаһ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуы, татыулыҡта, именлектә йәшәргә ынтылыуы хаҡында һөйләй. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең мосолман өммәте башҡа дини ойошмалар, конфессиялар менән ныҡлы бәйләнешен ҡәҙерләп һаҡлап, бөтөн донъяға сағыу өлгө күрһәтеүен дауам итә. Киләсәктә лә шулай булһын, иншаллаһ!
Яңы йылға аяҡ баҫҡанда үткәндә­ребеҙгә әйләнеп бағып, башҡарған эш-ғәмәлдәребеҙ хаҡында уйланып алайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Бындай байҡауҙы айырым кешеләр генә түгел, коллективтар ҙа яһарға тейештер. Ниндәй уңыштарға өлгәшелгән? Ҡайһы эште башҡарып өлгөрөлмәгән? Быға нимә сәбәпсе булған? Ошо һәм башҡа һорауҙар ныҡлы фекер төйнәп, алға аныҡ маҡсат ҡуйырға булышлыҡ ҡылыр.
Мәғлүм ки, киләһе йыл Экология йылы тип иғлан ителде. Был тармаҡта башҡараһы эш, бурыстар бихисап. Тәбиғәттең, ерҙең таҙалығы – тормошта иң мөһиме. Ул сәләмәтлегебеҙгә туранан-тура йоғонто яһай. Ә һаулыҡ, белеүебеҙсә, иң ҙур байлыҡ. Аллаһтың әҙәм балаларына оло бүләге булған ерҙе, уның ниғмәттәрен һаҡлау – һәр беребеҙҙең изге бурысы, хөрмәтле йәмәғәт.
Раббыбыҙ киләһе көндәребеҙҙе, йылдарыбыҙҙы мөбәрәк ҡылһын, иншаллаһ. Хал­ҡы­быҙға яңы рухи үрҙәргә күтәрелергә, иҡтисадыбыҙҙы үҫтерергә насип итһен. Йәштәребеҙ ошо бәрәкәттә, әҙәп-әхлаҡ, милләт-ара татыулыҡ мөхитендә хәйерле ғилем алһын, мөхәббәт нигеҙендә ғаилә ҡорһон, һау-сәләмәт, тәрбиәле балалар үҫтерһен. Илебеҙ тыныс булһын. Именлек өсөн ҡулға-ҡул тотоношоп, бергә хеҙмәт итәйек, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр. Тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе яратайыҡ, уны күтәреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышайыҡ. Халҡыбыҙға хас ихтыяр көсөн юғалтмайынса, юғарылыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылып йәшәйек. Киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлаһаҡ, киләһе һәр көнөбөҙ нурлы булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599