Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өммәттең мәңгелек маяғы
Өммәттең мәңгелек маяғы
Башҡортостан мо­сол­мандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхә­мәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәх­мәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөр­мәтле ҡәрҙәштәр! 11 декабрҙә, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәләнең иң һөйөклө рәсүле, пәйғәм­бәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм донъяға килгән Мәүлит кисе билдәләнә. Мосолман донъяһында ҙур әһәмиәткә эйә ул. Был кистә, шулай уҡ тотош Мәүлит айында Ҡөрьән мәжлестәре үткәреү, Пәйғәмбәребеҙгә салауат әйтеү, мохтаждарға, етемдәргә ярҙам итеү сауаплы ғәмәл һанала.
“Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм ниндәй булды?” – тип һорағандар бер мәл хәҙрәти Ғәйшәнән. Яуап шулай яңғыраған: “Ул “Ҡөрьән Кәрим”дең үҙе ине”. Эйе, пәйғәмбәребеҙ изге китаптағы бөтөн ҡағиҙәләрҙең үтәлешен үҙ өлгөһөндә күрһәткән, өммәтенә нисек йәшәргә кәрәклекте аныҡ төшөндөргән. Уның һәр ғәмәлендә – Аллаһ һүҙенең тәфсире. “Эй, иманлы бәндәләр! Һеҙҙең өсөн Раббыбыҙҙың пәйғәмбәре – ҙур өлгө, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. – Әҙәм балаһы Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмде Аллаһ рәсүле тип таныһа, ҡиәмәт көнөнә ышанһа, был аҙаҡ иҫәпкә алыныр”.
Пәйғәмбәре­беҙ тәү сиратта дингә күркәм вәғәз, матур, мәғәнәле һүҙ аша саҡырыу кәрәклеген әйткән. Үҙе, мәҫәлән, Әбү Муса әл Әшә­риҙе иман таратыу өсөн Йәмәнгә ебә­рергә булғас, уға эште “Лә иләһә илләл-лаһ!” тип баш­лар­ға ҡушҡан. Саҡы­рыу Ҡөрьән тәғли­мәте буйынса ипле рәүештә, мәжбүр итмәйенсә башҡа­ры­лырға тейеш.
“Иманға әйҙәүҙе ҡабул ҡылһалар, артабан намаҙға өйрәт”, – тигән пәйғәмбәребеҙ. Унан – ураҙаға, зәҡәткә... Шул уҡ ваҡытта был ғәмәл­дәрҙең ниндәй ваҡытта үтәлергә тейешлеге тураһында әйтмәгән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, дингә килеү тиҙ арала, мәжбүр итеү юлы менән башҡарыла торған эш түгел.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең Ислам терәктәренең береһе булған ураҙа ғәмәлен нисек үтәгәне хаҡында элекке вәғәздәремдә күп тапҡыр әйткәйнем. “Уның ниғмәттәрен татымаған кеше ҙур отолошта ҡалыр”, – тигән был хаҡта бер хәҙисендә. Үҙе Рамаҙан айының ахырғы ун көнөндә кис­тәрен тотош ғаиләһе менән ғибәҙәттә булған. Хатта ки төндәрен мәсеттән сыҡмайынса намаҙ уҡыған. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең ураҙаһын күҙ алдына килтереп, уның ошо айҙа бөйөк пәйғәмбәрлек вазифаһын да теүәл үтәгәнен, шул арала ғибәҙәткә ҡарата яуаплылыҡты ла кәметмәгәнен хәтерҙән сығармайынса, Рамаҙан айында фарыз ҡылынған бөтөн изге ғәмәлдәрҙе атҡарырға яҙһын.
Мөхәммәт ғәләйһис-сә­ләм хеҙмәттең юғары әһәмиәтен үҙ тормошо аша раҫлаған. Сауҙа менән уңышлы шөғөлләнгән, ғаилә­һен яҡшы ҡараған. “Ҡыйыу, тәүәккәл йүнсел ризыҡланыр”, – тигән ул. Шул уҡ ваҡытта эшҡыуарлыҡты ғәҙел алып барырға саҡырған: ошо саҡта ғына килемеңдә бәрәкәт була. Хеҙмәткә бәйле билдәле хәҙисте йәнә иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Бер егет Мөхәммәт ғәләй­һис-сәләм янына ярҙам һорап килгән. “Ауырыйһыңмы, әллә эшләй ал­майһыңмы?” – тип ҡыҙыҡһынған пәйғәмбәребеҙ. Тегеһе ҡоралы юҡлығы хаҡында әйткәс, балта һатып алып биргән дә, утын ҡырҡып, халыҡҡа һатырға ҡушҡан. Егет бер аҙнанан йәнә килгән. Ҡулында – алтын аҡса, ти...
Ир-ат шулай уҡ ата-әсәһенә, балаларына, ҡаты­нына ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Исламда шундай ғаилә башлығы өлгө итеп ҡуйыла. “Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән ҡарай икән, Аллаһ Тәғәлә уларға рәхмәтен ебәрә”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Ғаилә, ата-әсә төшөнсәлә­ренең юғарылығын даими аңлатҡан. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланырмын”, – тигән бер хәҙисендә. Шулай уҡ үҙеңдән алда башҡаларҙы уйларға, тәкәбберлеккә бирелмәҫкә, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булырға, татыулыҡҡа әйҙәгән.
Пәйғәмбәребеҙҙең аманатына тоғро ҡалып, уның күрһәткән өлгөһөндә йәшәргә, Аллаһтың ризалығына өлгәшергә тырышһаҡсы, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 092

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 511

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518