Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында”
Тыуған еркәйемә ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп, —

тип йырлағандар борон.
Хәҙер йыш ҡына имгәкләп булһа ла ауылынан сығып китергә тырышалар...
* * *
Хаждың төп өлөшө — Ғәрәфәт тауында торғанда мине эҫе һуҡты. Күпмелер ваҡыт медицина ярҙамы күрһәтеп, аңыма килтереп мәж булғандар. Табиптарҙың шул тиклем кешелеклелеге! Әҙәм бала­һына мөнәсәбәте! Тел менән аң­лаша алмаһаҡ та, алсаҡлыҡ­тарына хайран ҡалып яттым.
Бүлмәләш ҡатындың бармағын иҙә баҫтылар. Уны медпунктҡа үҙе шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡатын алып барған. Ҡулды тек­кәндә ул, арҡамдан һөйөп, йәлләп һыйпап-һыйпап торҙо, ти.
Сыҡҡас, беҙҙең шәфҡәт туташы: “Мин ҡайтҡас үҙгәрәм, апай. Ал­лаһы Тәғәлә миңә шуны күрһәтер өсөн һинең менән ебәргәндер”, — тигән.

* * *
Секталарға нисек инеп китәләр? Интернетта бик дөрөҫ яҙылған кеүек күренгән мәҡәләләр таратыу юлы менән дә. Ҡайһылай дөрөҫ әйтелгән тип уйлап, кеше бер тиклем шуны уҡый торғас, авторҙың һәм уның арҡаҙаштарының һәр һүҙен ысын тип ҡабул итә башлай, нисек ялған донъяға, шулар ара­һына инеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Беҙҙең “Бәйләнештә”ге “Баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнә лә ярайһы йыш шундай мәҡәләләр ҡуялар: ҡатын-ҡыҙҙы яҡлаған, яҡ­шы кәңәштәр биргән кеүек улар. Мәҡәләлә бер-ике урында ғына теге сектаның (инаныстың) исеме әйтеп кителә. Мин уларҙы юя барам.
* * *
Был ҡиммәттәр — ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау — Исламда ҙур урын тота. Пәйғәмбәребеҙ үҙенең Бәхилләшеү вәғәзендә тап ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау тураһында һөйләгән. Уйлап ҡара­ғыҙ — васыят итеп әйтеп ҡалдыр­ған бит!
Бары тик динебеҙҙе дөрөҫ итеп өйрәнергә кәрәк. Наҙан, яһил ир-ат дин шулай ҡуша тип ҡатын-ҡыҙҙы кәмһетергә маташа икән — төптө ялған! Хоҡуҡтарыбыҙҙы беләйек — беҙ бит хәҙер белемле, аңлы!
Беҙ бәхетле — беҙгә Хаҡ Тәғәлә “Йәннәт — әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында” тип өйрәткән дин бүләк иткән! Шул дин өсөн бит милләттәшебеҙ Киҫәнбикә Байрасова тереләй утҡа ингән... Рухы шат булһын!
* * *
Аллаһы Тәғәлә хажда миңә ике хикмәт күрһәтте. Беренсе барғанда, күктән диңгеҙ түңкәрелгәндәй ҡойонға эләгеп, автобус түбәһенә ҡуйылған багаждар үтәнән-үтә һыуланғайны. Бүлмәләшемдең шаҡмаҡлы ҡытай сумкаһынан һуҙылып һарҡынты ағып ҡала. Бүлмәгә ингәс, әйберҙәрен сығара башлағайны, һатып алған бар нәмәһе, хатта шыптыр эсендә ятҡаны, лысма һыу икәне асыҡланды. Әсәһенең ихрам күлдәге генә ҡоп-ҡоро ята. Ә бер нәмәгә лә төрөлмәгәйне үҙе. Барыбыҙ ҙа хайран ҡалдыҡ. Үҙ күҙем менән шуны күрмәһәм, ышанмаҫ инем.
Һыу менән хикмәт күрһәтте беҙгә Хаҡ Тәғәлә.
* * *
Оло хаж — Ғәрәфәт тауы үҙә­нен­дә тороу (Ҡорбан байрамы көнө). Миллиондарса хаж ҡылыусы был көндә ошо урынға ағыла, Пәйғәмбәребеҙ һуңғы вәғәзен уҡыған Рәхмәт тауына менергә тырыша. Рәсүлебеҙ торған урынға иҫтәлекле бағана ҡуйылған. Бында кондиционер ҙа, вентиляция ла юҡ — бары баш осона ҡаплап сығыл­ған туҡыма. Сатырҙарҙа тын алғы­һыҙ эҫе. 50 градустан юғарыраҡ, тинеләр.
Был юлы мине эҫе һуҡты. Янып барам... Аяҡ аҫтына газон үләне түшәлгән. Шуға ятып, ҡулым менән үҙебеҙҙәге кеүек үлән һалҡынса­лығын эҙләйем. Үлән эҫе! Битемә һөрткән һыу бер нисә секундҡа ғына рәхәтлек бирә лә юҡҡа сыға. Иҫтән яҙғанмын. Аңыма килгәндә башым, муйыным аҫтына боҙ ҡуйылғайны, ниндәйҙер бүлмәлә ятам. Медицина ярҙамы күрһәтеү пунктындамын икән. Кондиционер эшләй, рәхәт. Туҡтауһыҙ һыу эсе­рәләр. Хәлем яҡшырғанын тойғас, ҡайтырға һораным. Хәләлем кори­дорҙа көтөп ултырған. Төркөм етәксеһе Илшат хәҙрәткә шылтыратып, ул беҙҙе килеп алды.
Көн тамамланғансы килеп, намаҙҙарымды уҡып өлгөрҙөм. Ярай ошо эҫелә мин иҫемде юғалтҡанмын да яфаларҙы һиҙмәгәнмен. Мине ҡотҡарғандар. Ә бит йәһәннәм утында иҫеңде лә юғалта алмайһың, бер генә секундҡа ла ошо уттан ҡотола алмайһың, тип аңлата динебеҙ.
...Аллаһ Тәғә­ләнең был хажымда биргән хикмәтле һабағы ошо булды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511