Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәҙер кисенең ҡөҙрәте
Ҡәҙер кисенең ҡөҙрәте Изге Рамаҙан шәрифтең 27-се төнө – Ҡәҙер кисе. Унда Раббыбыҙҙың рәхмәте менән фәрештәләр ергә төшә һәм уяу торған, намаҙҙа, зекерҙә булған, ата-әсәһенә ихтирам-хөрмәт күрһәткән изгелекле кешеләргә доға ҡыла.


Изге “Ҡөрьән Кәрим”дә Ҡәҙер кисе хаҡында айырым сүрә бар. Уның индерелеү тарихы былай: бер саҡ Мө­хәммәт ғәләйһис-сәләмдең янына Аллаһ Тәғәлә юлында 80 йылдан ашыу тырышып хеҙмәт иткән кеше килгәс, сәхәбәләр уйға ҡала. “Йә, Рәсүлуллаһ, беҙҙең ғүмер улай уҡ оҙон булмаҫ, ошондай дәрәжәгә өлгәшә алыр­быҙмы?” — тип һорай улар Пәйғәмбәребеҙҙән. Яуап рәүешендә “Ҡөрьән”дә Ҡә­ҙер кисе тураһында айырым сүрә барлыҡҡа килә. Уның мәғәнәһе шулай: әгәр ошо кистә иманлы бәндә ғәмәл-ғибәҙәт ҡыла икән, ул Аллаһ Тәғәләгә 80 йылдан ашыу хеҙмәт иткән кешенекенән дә ҙурыраҡ сауапҡа өлгәшә.
“Йә, Рәсүлуллаһ, был мәл­дә ниндәй доға ҡыла­йым?” — тип һораған Мө­хәм­мәт ғәләйһис-сәләмдән ҡа­тыны Ғәйшә. Пәйғәм­бә­ре­беҙ уға “Эй, Раббым, һин — ғәфү итеүсе затһың, минең гонаһтарҙы ла ярлыҡа” тигән доғаны уҡырға бойорған. Ғөмүмән, Мөхәм­мәт ғәләй­һис-сәләм Рамаҙан айының ахырғы ун көнөндә кис­тәрен тотош ғаиләһе менән ғибәҙәттә булған. Хатта ки үҙе төндәрен мәсеттән сыҡмайынса намаҙ уҡыған.
Мосолмандың
изге бурысы


Республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-дин мөнәсәбәттәре буйынса совет ярҙамында Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратындағы йәштәр бүлексәһе янғындан зыян күргәндәргә көнкүрештә кәрәкле әйбер, кейем-һалым йыйҙы. Сара “Мәрхәмәтлектең изге йылмайыуы” акцияһына ярашлы үткәрелде.

Йыйылған әйбер Благовещен районында йортһоҙ ҡалған ғаиләләргә бирелде. Мәғлүм булыуынса, ундағы Яңы Надеждин ауылында биш йорт янып, 15 кеше урамда тороп ҡалды, һигеҙе – балалар.
“Мохтаждарға ярҙам итеү – һәр мосолмандың изге бурысы, – ти мөфтиәт рәйесе урынбаҫары Айнур Арыҫланов. – Бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәһәк, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итер. Акцияла ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Ураҙа айында ҡылған изге ғәмәлдәре яуап алһын, иншаллаһ”.

Моңдарынан
йөрәк нурланды


Изгенән дә изге Ислам дине
Әҙәплелеккә гел өйрәтте.
Ҡөрьән моңонан йөрәк нурланды,
Аяттары йәнде тетрәтте.

Ҡибла яҡҡа ҡарап ғибәҙәттәр
Ҡылырға ла тик Ул өйрәтте.
Аллаһ барлығына ышанмаһаң,
Ҡабул булыуы юҡ теләктең.

Нәфселәрҙе тыйыр ураҙаң бар,
Сәләмәтлек өсөн кәрәкле.
Ҡөрьән моңо иманлы бәндәне
Сабырлыҡҡа ғына өйрәтте.

Изгеләрҙән-изге Ислам дине
Ғәҙеллеккә генә өйрәтте.
Харам ашты, харам малды һөймәҫ
Ислам динен тотҡан әҙәпле.

“Дини тәҡүим” китабынан.

Шөкөр итә бел

“Өс нәмәнән кешегә бер ваҡытта ла зыян булмаҫ: ауырлыҡ килгәндә доғанан айырылмау, гонаһ ҡылғанда Аллаһтың ярлыҡауын һорау, етешлектә йәшәгәндә шөкөр итә белеү”, – тигән имам Садиҡ.

Раббыбыҙҙың биргән ниғмәт­тәре, ысын күңелдән һөйөү менән ҡабул ителмәһә, күпкә бармай. “Аллаға шөкөр! Әл-хәмдү лил-ләһ!” – тип һәр саҡ ҡабатлап то­рорға кәрәк. Шул саҡта әҙәм ба­лаһының тормошонда мәрхәмәт-ниғмәт, бәрәкәт артыр.
“Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итә бе­леү бәндәне бәләләрҙән һаҡлай, игелектәрҙе ышаныслы һәм дауамлы итә”, – тигән Ғәли хәҙрәт.

Үҙән тулы
алтыны булһа...


“Ебәктән һәм башҡа шундай ҡиммәтле туҡыманан тегелгән кейемгә ынтылмағыҙ, алтындан эшләнгән һауыттан эсмәгеҙ, ашамағыҙ. Уларҙың барыһы ла иманһыҙҙарға — фани донъяла, мөьминдәргә ахирәттә ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ ирҙәргә. Былар биҙәнеп-төҙәнеү өсөн ҡатын-ҡыҙға ғына рөхсәт ителә.

Фани донъяла матди байлыҡ һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә килтереп кенә тора. Улар күп булһа, кеше тормоштоң башҡа гүзәл­лектәре хаҡында онота башлай. “Әгәр ҙә ки әҙәм балаһының үҙән тулы алтыны булһа, ул икен­сеһен, өсөнсөһөн тултырырға теләр”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Исламда алтын менән ебәкте тыйыу — барҙы исраф итеүгә, мал туҙҙырыуға, артыҡ ҡупшыланып йөрөүгә ҡаршы алып барылған көрәштең бер өлөшө. Байлығы артҡан һайын кешенең күңеле ярлылана бара, рухы зәғифләнә, араларҙағы татыулыҡ тарҡала. Шул уҡ ваҡытта мал-мөлкәт өсөн ҡан ҡойоп, йән ҡыйып йөрөү мосолман эше түгел. Пәйғәмбәребеҙ алтынды тәнгә шифаһы булһын өсөн генә файҙаланырға кәңәш биргән.

Әҙәплелек –
хазина


Кешенең бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө ҙур. “Бер-берегеҙгә ышана белегеҙ, — тип өйрәтә Ислам. — Ҡәрҙәштәрегеҙҙән изгелек кенә көтөргә өйрәнегеҙ, һөйләгән һүҙҙәренән насарлыҡ эҙләмәгеҙ. Башҡаларға ышаныу гонаһҡа батып барғандарҙы ла бәләнән ҡотҡарып ҡала”.

Күркәм холоҡ, тәрбиәлелек — әҙәм балаһындағы иң матур сифаттар. “Улар барҙа ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная”, — тигән имам Садиҡ. Бөгөнгө аҡыл эйәләренең күбеһе әҙәплелекте, тәрбиәлелекте бәхеткә, уңышҡа алып барған хазина тип белә.
Аяттарға күҙ һалайыҡ: “Үлсә­гән ваҡытта ғәҙеллек кәрәк, бизмәнегеҙ дөрөҫ булһын. Бының аҙағы — яҡшы”, “Белмәгәнеңде беләм тип барма: ҡолаҡтарың, күҙҙәрең, күңелең был йәһәттән бергәләп яуап тотасаҡ”, “Күкрә­геңде киреп йөрөмә: ерҙе үтәнән-үтә тишеп сығырға көсөң барыбер етмәҫ, буйың менән дә тауҙар түбәһенә етә алмаҫһың”, “Тәкәб­бер­леккә бирелеп, маҡтанып йөрөгән­дәрҙе Аллаһ һөймәй” һәм башҡалар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599