Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Лаҡлының затлы ҡыҙы
Физә өсөн барыһы ла Лаҡлыла башлана. Ошонда – кендек ҡаны тамған ерҙә – тәпәй баҫа, тәү тапҡыр әсәй, атай тип өндәшә, өләсәй-олатайҙарының доға ҡылғанын, намаҙ уҡығанын күҙәтә... Әле иһә Малаяҙҙа йәшәй ул. Донъяның сөсөһө менән бергә әсеһен дә күп күрергә тура килһә лә, тормошонан ҡәнәғәт.


Ханымдың сигеп эшләнгән күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәренә ҡараһаң, күңелдә ”Ҡайҙан бирелә һуң әҙәм балаһына бындай оҫталыҡ?” тигән һорау тыуа. Физә Мө­хәммәтйәнова үҙе ғүмер буйы хисапсы булып эшләгән икән.
– Тормош юлымда гел яҡшы кешеләр тап булды, – тип һөйөнә ул. – Әле лә ауылдаштарым: “Нихәл, Физә апай?” – тип хәлемде белешеп кенә тора. Ту­ғандарым күп, ярҙам­сылдар. Әлеге сигеү эшенә нисек тотоноуыма килгәндә, тиҫтә йылдар элек ҡустым Илшаттың ҡатыны, киленем Зөлфиә: “Хаҡлы ялға сыҡҡас, бәғзе кешеләр ни менән шөғөл­ләнергә белмәй баҙап ҡала. Шуға алдан уҡ үҙеңә ниндәйҙер кәсеп табырға кәрәк”, – тине. Ысынлап та, буш ваҡытты нисек үткәрермен?
Киленем сигеү менән шөғөлләнергә тәҡдим итте. Әйткәндәй, ул үҙе лә, ҡустым да – рәссамдар. Миңә сигеү өлгөләре алып килделәр. Шунан алып “энәгә ултырҙым”. Был эш шул ҡәҙәр ҡыҙыҡлы: бер тотонһаң, туҡтап булмай. Тәүҙә рәсем төшөрәм, унан өҫтөнән сигеп сығам. Ижад эштәремде ҡустым Илшат матур итеп рамға ҡуйып бирә.
Физә Наил ҡыҙы әйтеүенсә, әлеге шөғөл өсөн ҙур түҙемлек кәрәк. Ә был һыҙат Аллаһ Тәғәләгә ышанған, мәсеткә йөрөгән, гелән хәйер биреп торған иманлы ҡа­тынға электән хас. Уның ижад эштәре араһында “Ҡолшәриф”, “Ләлә” мә­сеттәре лә сағылыш тапҡан. Дөйөм алғанда, ҡул оҫтаһының сигелгән картиналары йөҙгә еткән.
– Һорағандарға һатаһы­ғыҙҙыр, моғайын? – тим.
– Юҡ, бүләк итәм.
Физә Наил ҡыҙының эштәре район күргәҙ­мә­ләренә ҡуйыла, һабан­туйҙарҙы биҙәй. Оҫта әхирәттәрен, күршеләрен дә сигергә ихлас өйрәтә. Малаяҙ ҡатын-ҡыҙҙары, күмәкләп китапханаға йыйылып, ҡул эштәре буйынса тәжрибә уртаҡлаша, сигеп, бәйләп, шул ыңғайға һөйләшеп, серләшеп ултырырға ярата.
– Нәҫелегеҙҙә ҡул оҫталары булғанмы? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Әсәйем таҫтамал сигә торғайны, – тип моңһоу­ланып яуап бирҙе Физә Наил ҡыҙы. – Уның ҡул эштәрен ҡәҙерләп һаҡла­йым. Ғөмүмән, һәр эшкә күңел биреп тотонорға кәрәк. Шул саҡта ғына юғары маҡсатҡа өлгә­шергә мөмкин. Яратып башҡарған хеҙмәт күңелгә көс, дәрт бирә, йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Шуға ла һәр кемдең, айырыуса хаҡлы ялдағыларҙың, ниндәйҙер шөғөлө булырға тейеш.
Ә былай, ниндәй генә хәл булмаһын, Аллаһ Тәғәләгә һыйынам. Уға барыһы өсөн дә рәхмәт уҡыйым.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598