Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң ҙур мираҫ – Ҡөрьән өйрәтеү
Иң ҙур мираҫ – Ҡөрьән өйрәтеү Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө һәм изге Рамаҙан айы алдынан Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы менән Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты “Рисәләт-Послание” гәзите һәм islamrb.ru сайты редакциялары ярҙамында Өфөлә конкурс ойоштороп, республиканың йәш быуын вәкилдәре араһынан Ҡөрьән сүрәләрен яттан иң яҡшы һөйләүселәрҙе асыҡланы.
Сара мәҙрәсә алдындағы майҙанда изге Ҡөрьән аяттарын уҡыуҙан башланды. Мәр­йәм Солтанова исемен­дәге Ислам колледжы директоры Илдар хәҙрәт Малахов, йыйы­лыусыларҙы тәбрикләп, рухи тәрбиә, әхлаҡ нигеҙҙәренең бала күңелен бәләкәй саҡтан уҡ биләргә тейешлеген бил­дә­ләне. Ҡаһирәләге “Әл-Әз­һәр” университетынан Өфөгә белем биреү маҡсатында килгән шәйехтәр ҙә телмәр тотто. Әйткәндәй, был остаздар араһында Ҡөрьән-хафиздар, йәғни изге китапты тулыһынса яттан белгәндәр бар. “Динде яҡшыраҡ белгән һайын кешенең күңеле нығы­раҡ сафлана. Ундай­ҙарҙың һүҙе йөрәк түренән сыҡҡанға яғымлыраҡ, тәьҫирлерәк һәм һис ялҡытмай”, – тине Илдар хәҙрәт Малахов.
Артабан конкурста ҡат­нашыусыларҙы, автобусҡа ултыртып, Дуҫлыҡ монументына табан алып киттеләр. Йыл­дағыса, һынауҙар теплоходта барасаҡ икән. Балалар үҙенең белем кимәлен күрһәтеп тә, ял итеп тә өлгөрә.
Элек Ҡөрьән сүрәләрен ятлаусылар ярышының ҡайһы көндә үтәсәге хаҡында бер нисә ай алдан хәбәр итер булғандар, тик быйыл ниңәлер һуңлағандар. Шуға ла ҡатна­шыу­сылар аҙыраҡ. Ҡайһы бер райондарҙан вәкилдәр кү­ренмәне. Уның ҡарауы, конкурс йәнле генә барҙы. Күрә­һең, йылдан-йыл көслөрәк, һәләтлерәк балалар ҡатнаша.
Белорет районы команда­һы ярышта алтынсы йыл рәттән ҡатнаша. Етәкселәре, Межгорье ҡалаһындағы мә­сеттең имам-хатибы Фәтих хәҙрәт Фәтҡуллин әйтеүенсә, Белорет ҡалаһынан, Көҙйыл­ғанан, Татлынан, Уҫманғәле менән Исмаҡайҙан йыйылып, ике автобуста юлға сыҡҡан­дар.
– Нисәмә йыл инде үҙебеҙ­ҙең район кимәлендә Исмаҡай ауылында ла Ҡөрьән уҡыусы­лар бәйгеһе ойошторабыҙ, – ти Фәтих хәҙрәт. – Былтыр көҙ яры­шырға йөҙҙән ашыу бала килгәйне. Уларҙың береһе лә баһаһыҙ ҡалмаһын, дини белемгә ынтылыштары, дәрт­тәре һүрелмәһен өсөн хәлебеҙҙән килгәнсә тыры­ша­быҙ. “Ҡөрьәнде өйрәтеү – кешегә ата-әсәһе бирә алған иң ҙур мираҫ”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләм.
Уҫманғәленән Рәфис хәҙ­рәт ҡатыны һәм өс улы менән килгән. Өлкәндәре – 11 йәш­лек Фәтих – менән һөйләшә­беҙ. Ул 4 йәшенән бирле уҡый аяттарҙы, хәҙер инде дүрт тиҫтә самаһы сүрәне белә. Конкурста тәүге ҡатнашҡа­нында бер ниндәй ҙә урын алмаған булған, унан һуңғы­ларында иһә гел I, II дәрәжә дипломдарға өлгәш­кән. Ҡус­ты­һы Билал да тырышлыҡ, зирәклек менән алдыра. Иң бәләкәстәре лә бер нисә йылдан ағайҙары юлына баҫыр, моғайын.
Ғафури районының Һабай һәм Ҡауарҙы ауылдарынан да өмөтлө балалар менән таныштыҡ. Байтаҡ район һәм ҡаланан бар ине вәкилдәр. Улар имтихан үткәрелгән бүлмәгә этеш-төртөшһөҙ генә инә, белгәндәрен тыныс ҡына һөйләп бирә. Бере­һе­нең дә йөҙөндә еңеүгә, баш­ҡаларҙы уҙыуға ынтылыш юҡ. Үҙ көсөн һынау ғына мөһим кеүек барыһына ла. Жюри ағзалары диҡҡәт ме­нән тыңлай, өҫтәмә һорауҙар биргеләй. Ярыш шарттары буйынса 7 йәшкә тиклем­ге­ләр “Әл-Фил”дән “Ән-Нәс”кә тиклемге сүрәләрҙе ятларға тейеш булды, 7-нән 12 йәшкә саҡлыларға “Әл-Фәджр”ҙән аҙаҡҡыларын һөй­ләргә кәрәк ине, 12 – 16 йәш­лек­тәрҙән иһә “Ҡөрьән-Кәрим”дең 30-ҙан бер өлөшөн белеү талап ителде.
Ике сәғәт буйы теплоходта йөҙөп, өйлә намаҙы ваҡы­тына ғына мәҙрәсәгә кире ҡайтты­лар. Унда балаларҙы тәмле былау, рәхәт-лукум, татлы емеш­тәр һәм, әлбиттә, еңеүсе­ләрҙе бүләктәр көтә ине. Беренсе урын алғандар­ға ноутбук бирһәләр, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн кеҫә телефоны, спорт ҡорамалы һымаҡ ҡиммәтле әйберҙәр тапшырылды.




Автор: Я. УСМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599