Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡабырға”ны турайтырға тырышһаң...
“Ҡабырға”ны турайтырға тырышһаң... Һуңғы йылдарҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, дин юлына баҫҡандар күбәйгәндән-күбәйә. Был ғаиләләрҙең тыныслығына, ныҡлығына баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Диндең төп нигеҙе лә шул бит: изгелеккә, татыулыҡҡа, именлеккә ынтылыш.

Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рухи ҡим­мәтебеҙҙең асылына ныҡлы төшөн­мәйенсә, яңылышлыҡ ҡылған кешеләр осрап тора. Мәҫәлән, иң яҡын кешеһен – хәләл ефетен – ҡурҡытып йәшәткән ир-ат барлығы хаҡында ишетергә тура килә. Динебеҙ ҡатынды ныҡ тоторға ҡуша, йәнәһе.
Исламда ундай төшөнсә юҡ. Ди­небеҙ ҡатын-ҡыҙҙы юғары дәрәжәгә күтәрә. Мәғлүм ки, хатта “Ҡөрьән Кәрим”дә гүзәл затҡа, уның бурыстарына, хоҡуҡтарына арналған “Ән-Ниса” сүрәһе лә бар. Унда мираҫ, ғаилә ҡороу, тормош көтөү, кешеләр менән мөнәсәбәт һәм башҡа мәсьәләләр аныҡ зекер ителгән. Сүрә менән танышҡан кеше, һис шикһеҙ, “динебеҙ ҡатынды ныҡ тоторға ҡуша” тип әйтә алмаҫ ине.
Бөтөн ризыҡ, үлән, иген, емеш туп­раҡта үҫә. Шуның шикелле ҡатын-ҡыҙға нәҫелде, кешелек донъяһын, күркәм тәрбиә ҡанундарын дауам итеү бурысы ҡуйылған. Һуңғы йылдарҙа тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Ни өсөн? Билдәле: ерҙе, уның уңдырышлылығын, таҙалығын һаҡла­маһаҡ, унда үҫкән ризыҡтан ни көтөргә ҡала? Тимәк, киләсәгебеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән әсәләр ҙә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә, ихтирамға лайыҡ булырға тейеш. Гүзәл заттың тән һәм рухи сәләмәтлеге ҡайғыртылмаһа, улар аҡыллы, әхлаҡлы, һөнәрле, илһөйәр, телһөйәр балалар үҫтерә алмаясаҡ.
Ҡатын-ҡыҙ – ғаилә усағын һүн­дер­мәй һаҡлаусы. Әгәр ҙә ки ул ялҡынһыҙ, тимәк, иғтибарҙан ситтә булһа, яҡын­дарына йылы өләшә алырмы? Тимәк, әсә кеше тәү сиратта үҙе ихтирам-хөрмәт күреп, иренең арҡаһына ышыҡланып, ыҙалыҡ күрмәй йәшәргә тейеш. Ошондай күркәм мөнәсәбәт уға йорттоң йәме булыу, хәләл ефетенә дәрт-дарман өҫтәп тороу, тәртипле балалар үҫтереү мөмкинлеген бирә.
Ир менән ҡатындың мөнәсәбәттә­ренә килгәндә, әлбиттә, тормош булғас, ҡаршылыҡ осрамай тормай. Шуның өсөн һәр ваҡыт бер-береңде аңларға, ҡубырға әҙер ыҙғышты тиҙ арала яйға һалып ебәрергә тырышыу зарур. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең: “Ҡатын-ҡыҙға изгелекле булығыҙ. Ул бөгөлөп торған ҡабыр­ғанан яһалған. Әгәр был ҡыйыш­лыҡты турайтырға тырышһағыҙ, һындырыр­һығыҙ. Ә инде шул килеш ҡалдыр­һағыҙ, кәкрелек бөтмәҫ. Тимәк, ҡатын-ҡыҙҙы аңлау, уға ҡарата сабыр, изгелекле булыу мөһим”, – тигән һүҙҙәрен иҫтән сығармаһын ине көслө зат.
“Иреңә ер икәнһең, ул һиңә күк булыр” тигән аҡылды ла онотмау зарур. Тимәк, гүзәл зат үҙе лә йәрен иғти­барҙан айырмаҫҡа, йылы һүҙҙәрен йәлләмәҫкә, аңларға тырышырға тейеш. Ошоға бәйле бер хикмәтле хикәйәт тә бар. “Ғаиләбеҙҙә һәр саҡ шау-шыу ҡуба. Ирем менән бер-беребеҙҙе аңлай алмай ирешә лә китәбеҙ”, – тип зарын белдергән йәш ҡатын имамға. Диндар уны иғтибар менән тыңлап бөткән дә ниндәйҙер һауыт тотторған. “Эсенә файҙалы һыу тултырҙым, – тигән. – Иреңдең ире­шергә уйлағанын һиҙһәң, ошоно ур­тыңа тултыр. Талаш башланмаҫ. Файҙалы һыу йортоғоҙға тыныслыҡ алып килер”.
Ысынлап та, шулай булған. Һө­ҙөм­тәлә ир менән ҡатын татыу йәшәй башлаған. Ләкин тора-бара һауыттағы һыу төбөнә еткән. Ҡурҡыуға ҡалған ҡатын имамға йүнәлгән.
– Һыуым бөтөп бара, ни эшләрмен? – тип хафаһын белдергән ул.
– Миндә лә юҡ шул, – тип хәйләләгән имам. – Ә һин борсолма. Элеккесә һыу уртланым икән тип уйла ла ултыр.
“Өндәшмәү – ал­тын”, “Сабыр иткән – моратына еткән” тигән хикмәтле һүҙҙәре бар халҡыбыҙҙың. Уларҙы тормошобоҙға нигеҙ итеп алып, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәһәк, аңлашылмаусанлыҡтарға урын бул­маҫ. Өҫтәүенә дин ғилемен, Ҡөрьәнде ныҡлы үҙләштерһәк, “Ҡатынды ҡаты тоторға кәрәк” тигән һүҙҙәргә лә ҡолаҡ һалмай башларбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506