Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тапҡаның таянырлыҡ булһын
– Ғөшөр саҙаҡаһы нимә ул, Нурмөхәмәт хәҙрәт? Ул зәҡәттән нимәһе менән айырыла?

Рәүилә.
Ауырғазы районы.


– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Раббыбыҙ әҙәм балаларының һәр береһенә аң-зиһен, айырым һәләт биргән. Ләкин бәғзеләр тиҙ генә уңышҡа өл­гәшә, икен­селәре, күпме генә тырыш­һа ла, нығынып китә алмай. Һө­ҙөмтәлә төрлө ҡатлам – байҙар, урта хәл­леләр һәм ярлылар – барлыҡҡа килә. Шуның өсөн дә Аллаһ Тәғәлә динебеҙгә фәҡирҙәргә ярҙам күрһәтеү сараһын индергән. Дәүләтебеҙҙә “социаль яҡлау” тигән төшөнсә бар бит, шуның шикелле һәр диндә лә мохтажлыҡ кисергәндәргә булышлыҡ ҡылыу юлдары билдәләнгән.
Хәллеләр байлығын үҙе өсөн генә файҙаланмаһын, бәлки, фәҡирҙәргә лә өлөш сығарһын тигән маҡсатта Раббыбыҙ саҙаҡа төрҙәрен булдырған. Шуларҙың тәүгеһе – зәҡәт. Уның алтын, көмөш баһаһы, мал иҫәбе буйынса айырым миҡдарҙары бар. Әйткәндәй, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм вафат булғандан һуң Әбүбәкер хәҙрәтте хәлифә итеп һайлаған ваҡытта ҡайһы бер ғәрәптәр зәҡәтте бөтөрөү теләген белдергән. Яңы башлыҡ иһә уларға ҡаршы төшөп, Пәйғәмбәребеҙҙең башланғыстары дауам ителергә тейешлеген әйткән.
Зәҡәттән тыш, ғөшөр саҙаҡаһы бар. Ул ерҙән алынған продукция – бойҙай, арпа, картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр һәм башҡалар – иҫәбенән (ундан бер өлөш) бирелә.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, мосолман эшләргә, тапҡанынан мохтаждарға өлөш сығарырға тейеш. Динебеҙ һәлкәүлекте, һаранлыҡты һис тә өнәмәй. Ошо йәһәттән бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. “Аллаһ Тәғәлә һәр йән эйәһенә ризығын бирә” тигән һүҙҙәрҙе уҡыған егет ҡаланан ситкә сығып, ағас башына менеп ултыра. Бер аҙҙан шул ергә ауырыу төлкө килә лә ағастың төбөнә өң ҡаҙып, эсенә инеп ята. Күп тә тормай, ошо уҡ урынға арыҫлан килеп, аулаған кейеген ашай ҙа, туйғас, ситкә китә. Төлкө иһә, өңөнән сығып, ҡалған ит менән туҡлана. Башҡа йәнлектәр ҙә өлөшһөҙ ҡалмай.
Ағас башында ултыра-ултыра йоҡлап киткән егеттең төшөнә аҡ һаҡаллы бабай инә. “Һин бит һау-сәләмәт, – тип өндәшә ул. – Арыҫлан шикелле тырыш булырға тейешһең. Күрҙеңме, ул йәнлек аулап ҡына ҡалманы, ә башҡаларға ла өлөш сығарҙы. Ә һин әлеге ауырыу төлкө кеүек Хоҙайҙан ризыҡ көтөп ултыраһың. Төш, эшлә!”
Йәнә бер хикәйәтте хәтергә алайыҡ. Пәйғәмбәребеҙ барлыҡ ваҡытын мәсеттә уҙғарған кешене күреп, башҡаларҙан: “Был ҡәрҙәшебеҙ көнө-төнө ғибәҙәттә, уны кем ашата икән һуң?” – тип һорай. “Кәсеп менән шөғөлләнгән туғаны бар, шул ҡарап тора”, – тип яуаплайҙар. “Тимәк, йүнсел туғанының тормошо хәйерлерәк”, – тип һығымта яһай Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә тырышып хеҙмәт итергә, тапҡаныбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, ғаиләбеҙгә, күршеләребеҙгә, шулай уҡ мохтаждарға өлөш сығарырға насип ҡылһын. Бер-беребеҙҙе хәстәрләп йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Малыбыҙҙы паклап, хәйер бирә барайыҡ. Шулай икән, тапҡаныбыҙ – бәрәкәтле, йәмғиәттә үҙ-ара мөнәсәбәттәр күркәм булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599