Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр мәсеткә барып етһен!
Һәр мәсеткә барып етһен! Күренекле шағир, йыраусы, ҡурайсы, Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты Мәүлит Ямалетдинов 23 йыл дауамында изге китабыбыҙҙағы сүрәләрҙе шиғри юлға һалыу буйынса тәфсирле эш алып бара.
IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ил кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияла уның хеҙмәте менән таныштырылды. Сара Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкиле Әхмәт хәҙрәт Әхмәровтың “Фатиха” сүрәһен уҡыуынан башланып китте.

Һәр мәсеткә барып етһен!— Бер нисә йыл элек “Ҡөрьән Кә­рим”дең илле сүрәһенә шиғри аңлат­маларҙан тупланған баҫма Нур­мө­хәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин ярҙамында биш мең дана тираж ме­нән донъя күргәйне, – тине Мәүлит Ямалетдинов. – Мөфтөйгә ҙур рәх­мәт­лемен. Әлеге баҫмала иһә 76 сү­рә шиғри юлдар менән бирелде. Шуныһы ҡыҙыҡ: Ҡөрьәнде тәү тап­ҡыр тәржемә иткәндәрҙең береһе Гордий Саблуков та – Башҡортос­тандан. Ә мин сүрәләрҙе беренсе­ләрҙән булып башҡортса шиғри юлдарға һалдым. Хеҙмәтемде китап итеп сығарыуҙа ярҙам күрһәткән Миңзәлә хажиә менән Ҡадурий хажи Фазлетдиновтарға, шулай уҡ “Башҡортостан энциклопедияһы”на ҙур рәхмәт!
— Бында тәү сиратта Юғары мөф­төй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндың өлөшөн билдәләп китергә кәрәк, – тине Миңзәлә хажиә. – Ул “Ҡөрьән Кәрим” сүрәләренең шиғри аңлатмаларын ихлас күңелдән шатланып ҡабул итте, баҫтырып сығарыуға фатихаһын бирҙе. Мөфтөй тышлыҡтың биҙәлеше буйынса ла кәңәштәрен, тәҡдимдәрен әйтте, эште ойоштороуҙа төп көс булды.
Әле “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренән шиғри аңлатма” 500 данала донъя күргән.
— Был бик аҙ, – тине Ҡадурий хажи. – Заманында бит “Ҡөрьән Кәрим” 300 меңгә яҡын тираж менән баҫылып сыҡҡан. Ауылдағы имам-хатиптар халыҡҡа сүрәләрҙе шиғри аңлатма аша башҡортса еткерһә, ифрат файҙалы буласаҡ, йәштәр дингә күберәк ылығасаҡ. Милләт­тәш­тәребеҙ бит йыр-моң ярата: аяттарҙы көйләп уҡыр ине. Был алым балалар өсөн дә мөһим. Шуға ла китапты күпләп сығарыу яғын хәстәрләргә кәрәк. Ул һәр мәсеттә булырға тейеш.
Ә инде Мәүлит Ямалетдинов ҡалған сүрәләрҙе лә шиғри юлдарға һалып, аңлатмаларын биреп, тулы баҫмаһын әҙерләр, тип өмөтләнәбеҙ. Уның хеҙмәте, һис шикһеҙ, юғары баһаға лайыҡ. Заманында милләт­тәш­тәребеҙгә башҡортса “Ҡөрьән Кәрим”де еткергән авторҙарҙан бер төркөм Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булғайны. Ә Мәүлит Ямалетдинов сүрәләрҙе яңғыҙы шиғри юлдарға һалып, халҡыбыҙға ҙур бүләк эшләне.
Ысынлап та, шағир, баҫалҡы кеше булараҡ, хеҙмәте хаҡында тыйнаҡ ҡына һөйләү менән сикләнде. Ә бит уға китаптың аҙағында сүрәләрҙең һәм һәр ғәрәп һүҙенең мәғәнәһен төшөндөрөп китеү өсөн генә лә күпме әҙәбиәт аҡтарырға, ғилми сығанаҡ­тарға, тарихи китаптарға мөрәжәғәт итергә тура килгән! Уҡыусы, 944 аң­латма менән танышып, үҙенә бихисап мәғлүмәт аласаҡ.
Һуңғы осорҙа балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса үҙенсәлекле бәйгеләр ойош­торо­ла башланы. Мәктәпкә лә бар­ма­ған бәләкәстәргә аяттарҙы ғәрәпсә һөйләүгә ҡарағанда үҙ телендә матур итеп әйтеүе, көйләп уҡыуы еңелерәк булыр ине.
Миңзәлә менән Ҡадурий Фазлетдиновтар имам-хатиптарҙан, “Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә шиғри аңлатма” китабын ҡулланып, халыҡҡа дин тәғ­лимәттәрен аңлайышлы телдә етке­реүҙе үтенә. Ысынлап та, кешелә ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ. Айырым йорт­тарҙа Ҡөрьән уҡылғанда башҡортса аңлатмалар ихлас ҡабул ителәсәк. Йыр яратҡан халҡыбыҙ шиғри юлдарға һалынған сүрәләрҙе еңел генә ятлап алып, көйләп йөрөр. Мәүлит Ямалетдиновтың үҙенең дә оҫта йыраусы, ҡурайсы булыуы ошо изге эшкә илһам биргәндер: аяттары “йырлап” тора!
Яңы китап менән таныштырғанда ғалим Марсель Фархшатов Ҡөрьән­дең тарихы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән сығыш яһаны. Фазлетдиновтар иһә яҡын арала дин әһелдәре, яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре ҡатнашлығында китапҡа ҙур исем туйы үткәреләсәге хаҡында белдерҙе. Әлегә иһә сараға йы­йылған йөҙләп кеше яңы баҫманы алып ҡыуанды. Ҡөрьәндең тап йома көндө мосолмандар ҡулына тапшырылыуы ла ҙур хикмәткә эйә бит.



1. Барса маҡтау бер Аллаһҡа:
2. Ул – ғаләмдәр хужаһы,
3. (Сикһеҙ) рәхмәт һәм мәрхәмәт бүтән кемгә хас тағы?
4. Ул ҡиәмәт көнөнөң дә (берҙән-бер) падишаһы.
5. (Әй, Аллаһ), тик Һинең алда беҙ ғибәҙәт ҡылабыҙ,
Һинең генә ярҙамыңа ялбарышып ҡалабыҙ:
6. Күрһәт беҙгә тура юлды, хаҡ­лыҡ юлына күндер,
7. Ниғмәттәреңә ирешкән заттар рәтенә индер,
Асыуыңа дусарҙарҙың аҙашы­уынан дүндер.

(“Фатиха” сүрәһенең
шиғри аңлатмаһы).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509