Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”
— Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә сикләүҙәр йыш индерелеүгә ҡарамаҫтан, бәлә-ҡаза кәмемәй. Бының сәбәбе автомәктәптәрҙең тейешле кимәлдә эшләмәүендәлер, тим...
Ф. ИБРАҺИМОВ.
Бүздәк районы
.
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Беҙ тимерҙе күктән төшөрҙөк. Унда шул тиклем ҙур көс, ҡеүәт һәм әҙәм балаһы өсөн бөтмәҫ файҙа бар”, — тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дең “Ти­мер” сүрәһендә. Әйтел­гәндәрҙең хаҡлығына йылдан-йыл нығыраҡ инанабыҙ: тимер хәҙерге сәнәғәттә, шулай уҡ айырым оҫталар тарафынан киң ҡулланыла. Был металдан эшләнгән техника төрҙәре лә камиллашыуҙан туҡтамай. Изге китабыбыҙҙа: “Тимерҙең файҙаһы сикһеҙ”, – тиелгән икән, тимәк, асыласаҡ хикмәттәр күп әле.
Ерҙең әйләнеүе, ҡояштың ҡалҡыуы, байыуы, йондоҙҙарҙың хәрәкәт итеүе – барыһы ла Аллаһтың ҡануны буйынса бара. Йылға ағышының да үҙ ҡағиҙәһе бар. Мәҫәлән, Өфөнө уратып аҡҡан Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары бормаланмайынса, юғары тиҙлек менән туп-тура аҡһа, экологияға, үҫемлектәргә, балыҡтарға ҙур зыян килер ине. Шуның шикелле юл да үҙенсәлектәргә эйә. Уны тормош менән сағыштырырға мөмкин: бормалы-бормалы, әгәр ҙә ки тигеҙ генә барһа, әҙәм балаһы “йоҡлап” китәсәк. Шул уҡ ваҡытта икеһендә лә ҡанун-ҡағиҙәләр теүәл үтәл­һә, тормошобоҙға зарар килмәҫ, бәлә-ҡаза урап үтер.
“Техниканы төҙөк хәлдә тотоғоҙ, ислах ҡылып файҙаланығыҙ”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙҙең тағы бер хәҙисен йәнә иҫкә тө­шө­рөп уҙайыҡ. Ир кеше дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Алдан дөйәң­де яҡшылап ҡара, бәйлә, унан Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, хәүефһеҙлек тәү сиратта үҙебеҙгә бәйле.
Мәғлүм ки, бөгөн кешеләргә автомобиль алыу өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырылды. Шуға ла юлдарҙа тығын барлыҡҡа килде, өҫтәүенә ҡала-ауылдар эсендәге тиҙлек тә артып китте. Мәҫәлән, еңел машиналарҙыҡы – сәғәтенә уртаса 70 – 80 саҡрым тирәһе. Хатта ки унан да арт­тырғандар бар. Автомобиль оло юлдан сәғәтенә 90 саҡ­рым тиҙлек менән барған хәлдә бер секундта 20 метр тирәһе ер уҙа. Тимәк, 100 метрлыҡ ара дүрт секундта үтелә тигән һүҙ. Ифрат ҙур тиҙлек бит! Ошо һәм башҡа осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡаты талаптар өҫтәлә барыуы йәмғиәт тарафынан хупланырға тейеш.
Үҙгәрештәрҙән тик яҡшылыҡ эҙләргә кәрәк. Көндән-көн тиерлек тулылана барған юлдарҙа хәүеф-хәтәр һағалап ҡына тора бит. Тыйыуҙар индереп, дәүләт кешелекте ошо ҡурҡыныстарҙан араларға тырыша, именлек һағында тора. Ә водитель “яңы­лыҡтар күп” тип зарлан­маҫҡа, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынып барырға, белемен даими камиллаштырырға бурыслы.
“Бәлә-ҡаза күплегенең сәбәбе – автомәктәптәрҙең эшләп еткермәүендә”, – ти ҡәрҙәшебеҙ. Белеүемсә, бындай уҡыу йорттары һуңғы йылдарҙа ҙур һынау уҙҙы, һөҙөмтәлә әле иң яҡшылары ғына хеҙмәтен дауам итә. Нисек кенә булмаһын, һәр кем сәбәпте тәүҙә үҙенән эҙләргә тейеш. Мәктәптә бүленгән айырым ваҡытта ғына барыһына ла өйрәнеп бөтөү мөмкин түгел. Шунлыҡтан водитель артабан да ғилем туплауҙан туҡтамаҫҡа, һәр көндө дәрес кеүек ҡабул итергә, яуаплы ҡарарға тейеш.
Юл тормош һымаҡ, тинем. Унда автомобиль йөрөтөүселәр генә түгел, пассажирҙар һәм йә­йәү­леләр ҙә бар. Тәү сиратта улар араһында бер-бе­ре­һенә ихтирам, иғтибар булырға тейеш. Шул осраҡ­та, һис шикһеҙ, фажиғәләр ҙә кәмер ине. Юлда барыбыҙ ҙа бер тигеҙ, унда министр ҙа, губернатор ҙа өҫтөн түгел. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү һәр кем өсөн мотлаҡ.
Юлда ла, тормоштағы кеүек, бер-беребеҙгә ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсыл булайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Һәммәбеҙҙең дә ғаиләһе, ата-әсәһе, балалары бар. Уларҙың ғүмере, яҙмышы өсөн яуаплы икәнлегебеҙҙе онотмайыҡ. “Ирҙе һынағың килһә, юлға сыҡ”, “Һаҡланғанды һаҡ­лар­мын” тигән әйтемдәрҙе һәр саҡ иҫтә тотоп, башҡалар алдында ышанысты юғалтмайыҡ. Юлдарыбыҙ һәр ваҡыт хәйерлегә, уңышҡа, бәрәкәткә илтһен! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599