Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ныҡлы төшөнмәгәс, бәхәсләшеү урынлымы?
Ныҡлы төшөнмәгәс,  бәхәсләшеү урынлымы? Күптән түгел Интернетта дингә ынтылған бөгөнгө ҡәрҙәштәребеҙҙән әсе көлөү сағылған шиғыр күренеп ҡалды. “Бындай һүҙҙәрҙе әйтергә баҙнат иткәс, үҙегеҙ, моғайын, биш тапҡыр намаҙ уҡыйһығыҙҙыр, ураҙа тотаһығыҙҙыр, зәҡәт түләйһегеҙҙер, бәлки, хажға ла барғанһығыҙҙыр?” – тип һорап яҙып ебәрҙем.
“Юҡ, – тигән әңгәмәсем. – Мин Аллаһҡа ғына ышанам”. “Улай бул­ғас, һеҙ бит диндең биш бағана­һының береһен генә тотаһығыҙ”. “Мин барыһын да беләм, ҡатын-ҡыҙ ирҙәрҙе өйрәтергә тейеш түгел...”
Һөйләшеүҙән сығып, ошолай: “Аллаһҡа ышанам, урламайым, үл­тер­мәйем, бер гонаһым да юҡ. Намаҙ уҡыуға, ураҙа тотоуға кил­гәндә иһә – ауырыйым йә иһә эшем күп, ваҡытым юҡ. Ана бүтәндәр гонаһын йыуһын”, – тип фекер йө­рөт­кәндәргә, дингә ҡайтырға ниәт­ләгән мосолмандарҙы яманлап, уларҙың теге йәки был ғәйебен эҙләгәндәргә белгәнемсә яуап ҡай­тарырға теләйем. Әлбиттә, барыһы ла аят-хәҙистәр, ғалимдарҙың тик­ше­ренеүҙәре нигеҙендә булыр.
Үрҙә килтерелгән фекерҙәр на­ҙанлыҡтан килә. Эйе, мосолман илдәрендәге кеүек бала саҡтан уҡ дини тәрбиә күрмәгәс, өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле беҙгә. Шуға күрә арабыҙҙа тышҡы ҡиәфәткә, кейемгә генә иғтибар биргәндәр, Ҡөрьәнде тәжвидһеҙ уҡығандар, ниндәйҙер ваҡ йолаларҙа яңылышҡандар бар. Ләкин бит улар тырыша, динде үҙ­ләштерә, ғилемгә ынтыла. Иншал­лаһ, ваҡыты еткәс, етеш­һеҙ­лек­тәрен төҙәтерҙәр. “Кемдер миңә табан бер аҙым атлаһа, уға ун аҙымға яҡынайырмын”, – тиелгән бит Ҡөрьәндә.
Эйе, дингә ынтылғандар араһын­да элек ниндәйҙер гонаһ ҡылғандар осрай. Улар тәүбәгә килеп, уҡыу йорт­тарында белем ала, халыҡҡа иман таратырға тырыша икән, ғә­мәл­дәре ҙур хуплауға лайыҡ бит. Шул уҡ ваҡытта һаман насар ғә­ҙәттәрен ташламаған, ғәйбәт һөй­ләү­ҙән туҡтамаған, харам ашаған, әлифте таяҡ тип белмәһә лә, күкрәк ҡағып йөрөгән кешеләрҙән нимә көтөргә мөмкин? Аллаһтың бар­лы­ғына инанабыҙ икән, Раббыбыҙҙың китабы “Ҡөрьән Кәрим”гә лә ыша­нырға, ундағы талаптарҙы үтәргә ынтылырға тейешбеҙ бит.
Эйе, беҙҙә әлегә ғилемле муллалар күп түгел, шуға күрә халыҡ мәжлескә Ҡөрьән уҡый белгән те­ләһә ниндәй кешене саҡырырға мәжбүр була. Ә әйткәнде кире ҡа­ғыу – ярамаған эш. Саҡырылған ҡәрҙәшебеҙ Ҡөрьән сүрәләрен ысын күңелдән уҡыһа, Аллаһ Тәғәләнең ҡабул итеүе бар. Уны ғәйепләргә хаҡыбыҙ юҡ.
Хәйер-саҙаҡаға килгәндә, уны ке­ше Аллаһтың ризалығы өсөн фә­ҡир­ҙәргә һәм динде үҫтереү теләге менән мәсеткә бирә. Был ғәмәлде мәжлестәрҙә башҡарыу – беҙҙең ғөрөф-ғәҙәт. Хужа, мөмкин­легенә ҡарап, әруахтарҙың рухына сауап булып барһын тигән ниәттә тарата. Саҙаҡанан баш тартыу хупланмай. Әйткәндәй, әхирәттәремдең береһе хәйерҙәрҙе айырым һауытҡа йыйып бара ла мохтаждарға бирә. Үҙең мохтаж булмағанлыҡтан, шулай итһәң, яҡшыраҡтыр.
Мәсеттәргә килгәндә, мосолман илдәрендәге кеүек, уларға аҡса бүленмәй, шуға күрә бирелгән хәйерҙе тартып-һуҙып көн итәләр. Электр уты, йылылыҡ, һыу буш түгел бит. Йыһазландырыу ҙа – хәйер иҫәбенән. Ғөмүмән, саҙаҡа биреп, әҙәм балаһы мәсеткә генә ярҙам итмәй, үҙенең иманын да нығыта, гонаһтарын юйҙыра. Шул уҡ ваҡытта: “Хәйерҙең әҙе лә, күбе лә – хәйер”, – тип, күптәр саҙаҡаны бик самалап бирә. Биш йыл элек бер мулла һөйләүенсә, кемдер үтә ҡыйбат сит ил машинаһын алғас, мәсеткә килгән. Иман йортонда ла, автомобилендә лә оҙаҡ доға уҡыт­ҡас, 20 һум хәйер биреп киткән...
Ураҙа тамамланғас бирелгән зә­ҡәт, фытыр, фидиә саҙаҡаларын мә­сет үҙ кәрәгенә тотонмай, был аҡса етемдәр, фәҡирҙәр, инвалидтар өсөн бирелә. Был хәйерҙәрҙең күләмен йыл һайын мөфтиәт шәри­ғәт закондары буйынса иҫәпләп сы­ғара. Шуға күрә мулла са­ҙа­ҡалар­ҙың хаҡын әйтергә мәжбүр.
Мосолман кейеме модала, тиел­гән унда. Бик хуп. Ярым асыҡ йө­рөү­гә ҡарағанда ҡапланырға ын­ты­лыу яҡшы бит. Кейемен кей­гәс, бәлки, был ҡатын-ҡыҙ намаҙын да уҡыйҙыр. Тора-бара ул дингә ныҡлап ылығыр, иншаллаһ. Эйе, Ҡөрьән ҡушҡанса кейенмәһәң, на­маҙың һәм тәүәфең ҡабул булмай.
Тәһәрәттең дә үҙ ҡанундары бар. Унһыҙ намаҙ уҡырға ярамай, Мәк­кәлә тәүәф ҡылһаң, ғәмәлең ҡабул булмай. Ҡөрьән уҡығанда иһә ғөсөллө булыу зарур.
Фотоһүрәттәр тураһында ғалим­дарҙың фекере төрлөсә. Берәүҙәр әйтеүенсә, зарарҙары юҡ, сөнки уларҙан күләгә төшмәй. Икенселәр “ярамай” ти. Жаһилиәт ваҡытында Ҡәғбәтулла янында 360 һын торған – һәр ҡәбилә үҙ нәҫелендә булған изгеләрҙең һәйкәлен эшләп ҡуйған. Мәккәләр Аллаһҡа ошо боттар аша мөрәжәғәт иткән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм уларҙы емерттергән, кешенең аңынан был хөрәфәтте тамырынан алып таш­лау­ға күп көс һалған. Ҡөрьән ҡуш­ҡанса, фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә та­бынабыҙ. Шулай ҙа ғилеме һай­ҙар төрлө яҡҡа тайпылырға әҙер тора. Мәҫәлән, бәғзеләр экстрасенс-табиптарҙың фотоһын элеп ҡуйып, унан файҙа көтә, ҡайһы берҙәр ҡәберлектәрҙән ярҙам һо­рай һәм башҡалар. Былар мәжү­си­лек ваҡытындағы Мәккә хал­ҡының ғибәҙәтенә оҡшаш түгелме һуң?
Күптән түгел икенсе ҡалалағы бер танышым шылтыратып, мә­сеткә башҡа бармаясағы, сөнки унда ниндәйҙер ҡатындың тупаҫ һүҙҙәр менән кәйефен ҡырыуы хаҡында белдерҙе. Иман йортона йөрөгән кеше изге, саф күңелле булырға тейеш бит, ти. Икенсе бер танышым “мәсеттә күңелһеҙ” тип белдерҙе. Уларға яуап итеп, шуны әйткем килә: беҙ иман йортона күңел асырға, экскурсияға йәки баш­ҡа мосолмандарҙы, имамдарҙы ғәйепләп, тикшереп ултырырға бар­майбыҙ, ә йәмәғәт менән намаҙ уҡырға, Аллаһҡа яҡынлашырға, Уның рәхмәтенә өлгәшергә теләп йөрөйбөҙ. Тимәк, ҡайһы бер етеш­һеҙлектәргә иғтибар итмәҫкә те­йешбеҙ. Иманлы бәндә үпкәләп бармай, шик-шөбһәгә бирелмәй бит, уның күңеле һәр саҡ тыныс.
Мосолман кеше динен, телен өйрәнергә, ғилемен арттырырға ты­рышһа, үҙе өсөн яҡшы, бүтәндәргә өлгө булыр ине. Кешенең донъя­лағы төп бурысы – Аллаһ Тәғә­ләнең ҡушҡандарын үтәү һәм сикләгән ғәмәлдәренән тыйылыу. Барлыҡ бәлә-ҡаза ошо талаптарҙан ситләшеү сәбәпле килеп сыға бит. Ғилемең булмаған өлкәлә нисек бәхәсләшеп йөрөмәк кәрәк? Минең­сә, күп нәмәгә намаҙға баҫҡас ҡына төшөнә башлайһың. Үҙем дә тәүҙә был ғәмәлгә тотонмаҫ өсөн төрлө сәбәп табырға тырыштым, эҙлән­дем. Шулай ун йыллап ваҡыт үтеп китте. Иң башта уҡ намаҙ кәрәк булған, тип уйлайым хәҙер. Мин бит уны бик ауыр эш кеүек күҙ алдына килтерә торғайным. Яңылыш­ҡан­мын.
Арабыҙҙа күптәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иманлы булырға тырышһа ла, ғәйбәт һөйләүҙән, башҡаларҙы тәнҡитләүҙән туҡтала алмай. Ҡөрь­әндәге ошо һүҙҙәргә һәр беребеҙ ҡолаҡ һалһаҡ ине: “Эй, мөьминдәр, күп ғомандан һаҡланығыҙ, уларҙың бәғзеләрендә гонаһ барҙыр. Үә ке­шенән ғәйеп эҙләмәгеҙ, бер-бере­геҙҙе ғәйбәткә батырмағыҙ. Ал­лаһтан ҡурҡығыҙ, тәүбә ҡылы­ғыҙ! Раббыбыҙ рәхимле, төҙәлеү юлына баҫҡандарҙы ғәфү итер”.

Зәйтүнә КҮҪӘПОВА,
хажиә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518