Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бихисап һынауҙан һуң...
Бихисап һынауҙан һуң... Күп милләтле Борай ере элек-электән татыулыҡҡа ынтылған ғилемле халҡы менән дан тотҡан. Әле лә дуҫлыҡ, бер-береңә ихтирам хөкөм һөрә бында.


Милләттәрҙең теленә, тарихына, мәҙәниәтенә иғтибар, хөрмәт арҡаһында иман йорттары ла йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, район үҙәгендә төҙөлөп килгән яңы мәсеттең манараһына ай ҡуйылды. Күркәм сара халыҡты осраштырҙы, араларҙы нығытты. Борайҙан ғына түгел, күрше райондарҙан, Өфө, Нефтекама ҡалаларынан да күпләп килделәр.
Мәғлүм булыуынса, был мәсеткә нигеҙҙе уҙған быуат башында сауҙагәр Шәрәфетдин Хәмитов һалған булған. Ауылдаштары эшкә күмәкләп ҡушылған. Һөҙөмтәлә иман йорто тиҙ арала ҡалҡҡан. Әммә уны илдәге үҙгәрештәр сәбәпле төҙөп бөтөү насип булмаған. Шәрәфетдин Хәмитов 1918 йылда ғаилә менән бергә һөргөнгә ебәрелгәс, эш бөтөнләй туҡтап ҡалған.
Бинаны тәүҙә келәт, унан китапхана, мәҙәниәт йорто булараҡ файҙаланғандар. 1970 йылда иһә уны киңәйтеп, тәҙрәләрен ҡаплап, кинотеатр итеп үҙгәрткәндәр, аҙаҡ спорт клубы асҡандар... Ғөмүмән, быуат дауамында иман йорто әллә күпме һынау үткән.
Яңы дәүерҙә иһә халыҡ мәсетте тергеҙеү мөһимлеген белдергән. Һөҙөмтәлә изге эш әле уңышлы тормошҡа ашырыла.
– Халыҡтың иман йортона ғибәҙәт ҡылырға ғына түгел, ғилем алырға ла килеүен теләйбеҙ, – тине сарала райондың имам-мөхтәсибе Рифат хәҙрәт. – Бының өсөн дәрес бүлмәләре, балаларға тәғәйенләнгән урын, кәңәшмә залы булдырырға уйлайбыҙ. Мәсеттең төп маҡсаты халыҡты изге ғәмәлдә туплау булырға тейеш.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 370

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599