Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡҡа асҡыс эҙләп...
Яҡтылыҡҡа асҡыс эҙләп... Тормош көтөү еңел түгел. “Тереклекте һеҙҙе имтихан ҡылыу өсөн яралттым” тиелгән бит “Ҡөрьән Кәрим”дә лә.

Мин етем үҫтем. Атай-әсәйем юл фажиғәһендә һәләк булғас, һеңлем менән икебеҙҙе өс туған апайым тәрбиәгә алды. Ул саҡта миңә – һигеҙ, туғаныма биш йәш ине.
Апайым, ниңәлер, беҙҙе өнәп етмәне. “Балалар йортона тапшырырға кәрәк булған үҙегеҙҙе”, – тип йыш ҡабатлар ине ул. Беҙ был һүҙҙән ҡалтырап төшә торғайныҡ. Хәҙер уйлауымса, апайыбыҙ, моғайын, тормошта үҙ урынын таба алмауына көйөнгәндер. Ире лә, балалары ла юҡ ине бит уның. Эстән ҡайғырып йөрөгәнгәлер, йөрәк сиренән йәшләй баҡыйлыҡҡа күсте.
Бер кемһеҙ ҡалғас, һеңлем менән икебеҙҙе мәктәп-интернатҡа алдылар. Хәҙер инде үҙ көнөбөҙҙө күрә алабыҙ, ашаталар, кейендерәләр, уҡыталар. Барыһы ла яҡшы, әммә бында башҡа төрлө ауырлыҡтар күрә башланым. Дуҫ тип һанап йөрөгән кешең икенсе көн күрмәй үтеп китә, серҙәреңде башҡалар алдында ярып һала, бәғзеһе алдай... Ниңә шулай килеп сыҡҡанын аңлай алмай инем. Үҙем бер ниҙе лә йәшерә белмәйем, асыҡмын. Теүәл фәндәрҙән барлыҡ класташтарым тиерлек өйгә эште минән күсереп эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яҡын дуҫ таба алманым. “Баһаңды белмәйһең һин, – тип йыш әйтер ине уҡытыусыларым. – Үҙеңде күрһәтергә өйрән, шул саҡта ихтирам-хөрмәт татырһың”.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, холҡомдо үҙгәртә алманым. Бәлки, бик тырышмағанмындыр ҙа. Һеңлем дә, ҡырыҫыраҡ кеүек күренһә лә, шул ҡәҙәр ышаныусан, йомшаҡ күңелле ине. “Ине”, – тим, сөнки әле ҡәҙерлем яҡты донъяла юҡ инде. Мәктәпте тамамлау менән эсергә яратҡан, үҙенән бер нисә йәшкә өлкән әҙәмгә кейәүгә сыҡҡайны. “Холҡон барыбер төҙәтеп алам. Мине ныҡ ярата, тимәк, эсеүен ташлаясаҡ”, – тип ышанды. Хаталанды һеңлем... Ышанысының ҡорбаны булды: иҫерек иренең бысағынан йән бирҙе...
Бөтөнләй яңғыҙ ҡалғас, башты ҡайҙа ҡуйырға белмәй ҡаңғырҙым. Юғары уҡыу йортонда белем ала инем, уны ла ташланым. Етмәһә, элекке танышым “ярыҡ кәмәгә ултыртып” ҡасҡайны. Селтәрле маркетинг яңы ғына тарала башлаған мәл. “Ошо сәйҙе һатып алыуың ғына шарт, – тип ҡыҙыҡһындырҙы был танышым. – Әлбиттә, уны өс кешегә һатырға тейешһең, әммә уныһын һинең өсөн үҙем башҡарырмын. Бер-бер артлы тупланып килгән кешеләрҙең аҡсаһынан өлөш ала барасаҡһың. Бына китерһең байып!” Был һүҙҙәргә тиҙ арала ышанып, һуңғы айҙа алған стипендиямды тотторҙом. Иртәгә киләм тигән танышым кәбән эсенә эләккән энәләй юғалды...
Йәшәргә урын да, аҡса ла булмағанлыҡтан, подъездарҙа, вокзалда төн үткәрә башланым. Хәйер, ул осорҙа – уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында – минең кеүек хәйерселәр ифрат күп ине. Тапҡаныбыҙҙы бүлешеп ашай торғайныҡ.
Ҡышҡы бер кистә вокзалдың тышҡы эскәмйәһендә ултыра инем. Эстән ҡыуып сығарҙылар, һыуыҡтан ҡалты­райым. Шул саҡ эргәмдә элекке химия уҡытыусым пәйҙә булды. Йөҙөмдө йәшерергә өлгөрмәнем, танып ҡалды.
– Бәй, Йәмил, һинме ни был? – уҡытыусымдың ҡарашынан ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. – Ауырыйһыңмы әллә? Нимә булды?
Бер ни ҙә өндәшә алмай, илай башланым. Ни эшләргә белмәйенсә, уҡытыусым мине өйөнә алып ҡайтты. Хәлемде һөйләп биргәс, шунда уҡ:
– Миндә йәшәрһең, – тип белдерҙе. – Башҡаһын үҙем хәстәрләрмен.
Уҡытыусым икенсе көндә үк һөйләшеп ҡайтты, бер аҙнанан юғары уҡыу йортона яңынан аяҡ баҫтым. Белемемде күреп, педагогтарым төрлө эш ҡуша башланы. Һөҙөмтәлә мәктәптәр өсөн төҙөлгән программам ил буйынса уҙғарылған конкурста еңеү яуланы. Был минең өсөн хыял итмәҫлек ваҡиға ине. Тора-бара тиңдәштәрем реферат, курс эше яҙҙыртып ала башланы. Оло йөрәкле уҡытыусымдың ярҙамы, ҙур хәстәрлеге менән шулай бөтөнләй икенсе тормошҡа аяҡ баҫтым.
– Шул ҡәҙәр тиҙ ышанаһың, улай ярамай, – тип өйрәтте остазым. – Әлбиттә, ябайлыҡ, ихласлыҡ – кешенең иң ҙур мәртәбәһе. Ләкин ошо сифаттарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙаланырға әҙер әҙәмдәр ҙә барлығын онотма.
Уҡытыусымдың өйөндә китап ифрат күп ине. Араларында дини әсбаптар ҙа бихисап. Төндәрен шуларҙы уҡырға әүәҫләнеп киттем. Был китаптар менән тотош тормош мәктәбен үттем тип әйтергә лә мөмкин. Ни ҡәҙәр ҙур хикмәт ятҡан икән уларҙа! Остазымдың янынан башҡа урынға күсеп, өйләнеп йәшәй башлағас та, дини китаптарҙан айырылманым. Яйлап Ислам ҡанундарын да үтәй башланым. Хәҙер иһә тормошомдо динебеҙҙән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Изге ҡанундар буйынса йәшәү мөмкинлеген Аллаһ Тәғәләнең әҙәм балаһына биргән ҙур бүләге тип ҡабул итәм. Тышҡы ҡиәфәтем дә, үҙ-үҙемде тотошом да, күңелем дә – барыһы ла үҙгәрҙе. Хәҙер хатта, әл-хәмдү лил-ләһ, кешене бер күреү менән холоҡ-фиғелен билдәләй алам. Таныш түгел кемдеңдер бер-ике һөйләменән уның ниндәйерәк икәнен асыҡлайым. Алдаҡсыларҙы үтәнән-үтә күрәм, элекке кеүек һәр кешегә ышаныу ҡайҙа! Бына ул Исламдың ҡөҙрәте!
Ҡәрҙәштәребеҙ ошоно аңлап, динде дөрөҫ ҡабул итһен ине тигән теләктәмен. Ул беҙҙе дөрөҫ йәшәргә, хаҡ юлдан тайпылмаҫҡа өйрәтә. Яҡты тормошҡа асҡыс ул дин.




(Авторҙың исем-шәрифе үҙгәртеп алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509