Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәсет бар ерҙә бәхет ишле
Мәсет бар ерҙә бәхет ишле Районыбыҙҙа иман йорттары йылдан-йыл арта. Күптән түгел йәнә ике мәсет асылып, Иҙрис һәм Хәнйәр ауылдары халҡы ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Тәүгеһенә килгәндә, бер быуат элек был ерҙә ике ғибәҙәтхана булған. Яңы­һы­на нигеҙ ташы өс йыл элек һа­лынған. Яҡташтары Флүзә Сәл­мәнованың тө­йәктә мәсет төҙөү тәҡ­димен хуплап ҡаршы алған иҙрис­тәр. Ауылдаштары Рәйес Һәүбәнов тиҙ арала ҡарағайҙан бура хәстәрләгән. Уны күтәреүҙә бөтөн ауыл халҡы ихлас ҡатнашҡан.
Мәғлүм ки, иман йорттарының йәш­тәргә күркәм тәрбиә биреүҙә өлөшө ба­һа­лап бөткөһөҙ. Хәҙерге йәмғиәт өсөн урындарҙа мәсет булыуы айырыуса мө­һим. Аллаһ йорто һәр саҡ иманға өн­дәр­гә, унан кеше өҙөлмәҫкә тейеш. Бай­рамға йыйылған абруйлы ҡунаҡтар – район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, район Советы рә­йесе Шамил Сәлимов, имам-мөхтәсиб Рәүеф хәҙрәт Шәмсетдинов һәм баш­ҡалар – ошо хаҡта бәйән итте. Танта­на­ға изге эштәре менән танылған Минзәлә менән Ҡа­ду­рий Фазлетдиновтар ҙа килгәйне. Тап уларҙың тырыш­лығы арҡаһында дүрт йыл элек Сурай ауылында мәсет тө­ҙөл­дө. Быйыл иһә Фазлетдиновтар Бөйөк Ватан һуғы­шында Тыуған илде һаҡлаған ҡаһар­мандар хөрмәтенә ауылдаштары ме­нән бергә һәйкәл ҡуйҙы. Әлеге бай­рам­да ғаилә яңы мәсеткә һәм уны тө­ҙөү­ҙә ҡатнашҡандарға “Ҡөрьән Кәрим”дәге 75 сүрәнең шиғри тәржемәһен бүләк итте.
Сараға йыйылған халыҡтың ҡыуа­нысының сиге юҡ ине. Улар изге эшкә ҡу­лынан килгәнсә үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарына, шулай уҡ ҙур ярҙам күрһәткән яҡташтары Рауил Сәхиб­гә­рәев, Эльвира Сәхибгәрәева-Миңле­йә­рова, Нияз Алтынғужин, Рим Исламов, Ринат Зарипов, Мортаза Байморатов, Марс Халиҡов һәм Айгөл Белинскаяға ихлас рәхмәт әйтте. Тирмәләрҙә уңған хужабикәләр табын ҡороп, халыҡты тәмле былау менән һыйланы.
* * *
Хәнйәр халҡы иһә икеләтә ҡыуаныс кисерҙе: дөйөм көс менән төҙөлгән мә­сет­те асыу тантанаһында ҡатнашты, шу­лай уҡ ауылдың 90 йыллығын бил­дәләне.
– Клуб бинаһын мәсет итеп үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ауылдың юбилейына әҙерлек ваҡытында уҡ хәл ителгәйне, – тине Аксен ауыл биләмәһе башлығы Анатолий Дунин. – Был тәҡдимде ауыл халҡы үҙе еткерҙе, район хакимиәте вәкилдәре лә теләгебеҙҙе кире ҡаҡманы. Күмәк көс менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бинаны ремонтлауға өлгәштек. Балалар мәсет тирәләй йүкә, ҡайын, имән ағастары ултыртты.
Алтын көҙҙөң ҡояшлы бер көнөндә тирә-яҡҡа нур таратып, мәсеттең бейек манараһында изге ай ялтыраны. Был тантаналы мәлде өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә берҙәй тулҡынланып көткәйне. Яҡ­таштарының шатлығын уртаҡлашырға килгәндәр араһында ғалим-агроном, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, шулай уҡ автобиографик китаптары ме­нән халыҡҡа яҡшы таныш Тимербулат Мәсәлимов, уның улы, дельтаплан­да осоу буйынса Рәсәй чемпионы, спорт мастеры Азат Мәсәлимов та бар ине.
Тантаналы өлөштән һуң мәсеттә тәүге тапҡыр йәмәғәт намаҙы, вәғәз уҡылды. Иман йорто рухи сафлыҡҡа, берҙәмлеккә өндәгән, халыҡты берләш­тергән үҙәк булып торор тигән ышаныс белдерҙе һәр кем.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 370

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599