Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар гөрләшкән ерҙә бәрәкәт бар
Балалар гөрләшкән ерҙә бәрәкәт бар Мосолмандарҙа ике ҙур байрам бар – Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре. Улар элек-электән изгелеккә, мәрхәмәтлеккә әйҙәгән, халыҡты берләштергән.

Изге байрамдар бөгөн дә кешеләрҙе туплай, күңелдәргә иман нуры сәсә. Аят-доғалар, бергәләп намаҙ уҡыу менән башланған көндөң бәрәкәте сикһеҙ. Йыйында балалар тауышы ла ишетелә икән, тимәк, изге эш тамырлы тигән һүҙ.
Республикабыҙҙа, әл-хәмдү лил-ләһ, һуңғы йылдарҙа Ураҙа һәм Ҡор­бан ғәйеттәрен ҙур йыйын итеп үткәреү йолаға инә бара. Һәр ауыл-ҡалала тиерлек иман йорто булыуы – башланғыстың төп нигеҙелер. Рес­публикалағы мөфтиәттәр, урындағы хакимиәт етәкселәренең халыҡтың ихтыяжын тойоуы, күркәм ғәмәлдәрҙе хуплауы мәсеттәрҙең ыңғай эшмәкәрлегенә ныҡлы этәргес бирә.
Балалар гөрләшкән ерҙә бәрәкәт барБөрйән районының Яңы Усман ауылы халҡы ла дини байрамдарҙы бергәләп уҙғарыуҙы күркәм ғәҙәт итеп алды. Баймаҡ һәм Йылайыр менән сиктәш ятҡан был төйәкте ике күркәм мәсет биҙәй. Ауылды ике яҡтан һаҡлап, ҡурсалап торған кеүек улар. Ишектәре һәр саҡ асыҡ, биләмәләре төҙөк. Мәсеттәрҙең эшмәкәрлеге ме­нән урындағы башлыҡтар ҙа, Баш­ҡорт­остан мосолмандарының Диниә назараты етәкселәре лә даими ҡы­ҙыҡһынып тора, ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙерҙәр. Мәҫәлән, Нурмө­хә­мәт хәҙрәт Ниғмәтуллин быйылғы Ураҙа ғәйетен йылға буйындағы иркен туғайҙа үткәрергә тәҡдим итте, шул ваҡытта халыҡҡа күңеллерәк буласағын, төрлө уйын ойоштороу мөмкинлеге артасағын билдәләне. Ауыл хакимиәте башлығы ла тәҡдимде ихлас күтәреп алды.
Әл-хәмдү лил-ләһ, байрам ысынлап та күңелле үтте, халыҡ дәррәү йыйылды. Ғәйет намаҙын бергәләп уҡы­ғандан һуң балалар араһында Ҡөрьән аяттарын ятлау конкурсы башланды. Әйткәндәй, бәйгегә сыҡ­ҡан был малайҙар мәсеттә үткәрелгән ди­ни дәрестәргә йөрөй. Әлеге конкурста улар, аят-сүрәләрҙе яҡшы бе­леүен күрһәтеп, өлкәндәр күңелендә ғорур­лыҡ тыуҙырҙы. Айырыуса Заһит Ғиз­зә­туллин, Инсаф Баязитов, Сынтимер һәм Ханнан Мәжитовтар һоҡлан­дыр­ҙы. Зиһенле, отҡор был малайҙар бәй­гелә тәүге урындарҙы бүлеште, башҡа иманлы тиңдәштәре дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ булды.
Артабан балалар яланда ойош­то­ролған спорт ярыштарында, көрәштә ихлас ҡатнашты, батутта һикереп кинәнде. Ул арала тирә-яҡҡа тәмле былау еҫе таралды. Йылдағыса, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары мәсет эсендә мул табын әҙерләгәйне.
...Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә күңелгә ял биреп тороу мөһимлеге хаҡында әйткән. “Ул арыһа, һуҡырая һәм изгелектәрҙе күр­мәй башлай”, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ. Шул уҡ ваҡытта ял, әлбиттә, йәмғиәткә файҙалы булырға, аралашыу, фекер алышыу, туғандар менән бәй­ләнеште нығытыу ниәтендә үткәрелергә тейеш. Тормошобоҙ тап ошондай мөнәсәбәт, үҙеңә, яҡын­дарыңа, Ватаныңа иғтибар, ихтирам, һөйөү көсө менән алға бара. Мәғлүм ки, Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәре ғәрәп илдәрендә айырыуса ҙурлап билдәләнә: тотош халыҡ өс көн буйы байрам итә, уйындар, ярыштар ойошторола. Беҙҙә лә ошондай күркәм йолаға нигеҙ һалына, әл-хәмдү лил-ләһ. Алда торған Ҡорбан ғәйетен дә, башҡа күркәм байрамдарҙы ла Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте өсөн бергәләп, матур итеп үткәрергә яҙһын, ин­шаллаһ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 510

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518