Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырҡ төрлө тәфсирләгәс...
“Кеше” тигән төшөнсә бик үҙенсәлекле, өйрәнеп бөтмәҫлек донъя ул. “Мин тыуҙым!” – тип оран һалабыҙ, ата-әсә, ғаилә йылыһында иркәләнеп үҫәбеҙ, белем алабыҙ, йәшәргә тырышабыҙ, киләсәккә ынтылып, юлға сығабыҙ... Был сәфәрҙә кеше һәммәһен дә тиерлек күрергә мәжбүр: йәшәйештең ағын да, ҡараһын да, эсен дә, тышын да, яңыһын да, иҫкеһен дә. Әлбиттә, һәр күренештән әҙәм күңелендә билдәле бер эҙ, тәьҫорат ҡала.

Шуға күрә лә һуңғы йылдарҙа донъя яңылыҡтарын ҡарауҙан биҙә башланым. Ғәҙәттә, шатлыҡлы, ҡыуаныслы хәбәр көтәбеҙ, ә телевизорҙы ҡабыҙһаң, унда – шартлау, бында – енәйәт, ҡайҙалыр – ташҡын, бәғзе тарафтарҙа – ҡоролоҡ... Тормошомдағы яҡшыны ла, яманды ла ниндәйҙер ишара, билдә тип ҡабул итеүҙе ҡағиҙәгә индергәнмен. Уның ҡарауы, әгәр ҙә кемдер һиңә ҡаты бәрелде йә рәнйетте икән, үҙеңдә ошо хәлгә илткән 70 сәбәпте эҙлә, тиелә бит бер хәҙистә. Яҙмыш-булмыштағы күп нәмәнең сере – ғилем вә сабырлыҡ. Ошонан сығып, донъяла күҙәтелгән кире, аяныслы күренештәрҙең байтағы тейешле белем, мәғлүмәт булмауынандыр тигән фекергә киләм.
Шартлатыу, ғәзиз ғүмерҙәрҙе ҡыйыу, йәрәхәтләү һәм башҡалар – мосолман кешеһенең ҡулынан түгел, уйына ла килмәҫлек әшәке күренештәр. Изге “Ҡөрьән Кәрим”де уҡып ҡараһаң, бындай ҡылыҡтар өсөн иң ҙур һәм ҡурҡыныс яза тейешле. Ә телевизор йә башҡа ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында бәйән ителгән хәбәрҙәр аша Ислам дине һәм мосолмандар хәүефле, ғилемһеҙ сүрәттә күҙ алдына баҫа. Нилектән? Хаҡ белемгә эйә булмағанлыҡтан, диндең асылына төшөнмәгәнлектән, минеңсә. Юғиһә әле Сүриәлә барған хәлдәрҙе, Ираҡ һәм Леванта ислам дәүләте “ҡыйратҡан”дарҙы күреп, аптырап ҡалаһың, сөнки былар шәриғәт ҡанундарына, кешелеклелек талаптарына бөтөнләй тап килмәй. Теле аша ла, ҡулы менән дә һис кемгә зыян килтермәгән әҙәм ул мосолман. Алда әйтелгән биләмәләрҙә, йәнәһе, “традицион Ислам” төшөнсәһенә таянып, шундай әшәкелек ҡылалар. Һөҙөмтәлә илдә генә түгел, тотош донъя халҡында динебеҙгә ҡарата икеле ҡараш тыуа.
Башлыса ошо һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында “Традицион Ислам: төшөнсәһе, асылы, йөкмәткеһе” тигән ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, был уҡыу йорто динебеҙ тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белгестәр әҙерләү эшен лайыҡлы атҡара. Әлеге сарала БДПУ ғалимдары, аспиранттары, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Башҡортостан Фәндәр академияһы вәкилдәре, Рәсәй Ислам университеты уҡытыусылары ҡатнашты.
Традицион Ислам ысынбарлыҡмы? Уның ниндәй үҙенсәлектәре бар? Этнология күҙлегенән нисек күренә? Конференцияла сығыш яһаған белгестәр ошо һорауҙарға яуап эҙләне, миҫалдар килтерҙе, фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Ысынында иһә, әле кем “традицион Ислам” төшөнсәһен аныҡ ҡына тасуирлай ала? Был һүҙбәйләнеш килеп сыҡҡанға байтаҡ ваҡыт үткән, әммә уны ҡулланыу – бер, ә һөҙөмтәһен күреү – икенсе мәсьәлә. Ғәҙәттә, ул ошоғаса дин тотҡандарҙы теге йәки был төркөмгә бүлеү, бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуға сәбәпсе булды. Ысынында иһә диндең маҡсаты – кешеләрҙе айырыу түгел, киреһенсә, йәшенә, төҫөнә, байлығына ҡарамай дуҫлаштырыу, үҙ-ара йылы мөнәсәбәттәр булдырыу, бар яҡлап камиллыҡҡа әйҙәү. Тимәк, Исламды традицион йә традицион булмағанға айырыу урынһыҙ. Хәҡиҡәт бер, уны кешеләр генә ҡырҡ төрлө тәфсирләп, төп мәғәнәгә төшөнмәйсә яңылыша. Тағы шуныһы: әҙәм балалары бихисап милләт вәкилдәре итеп яралтылған, һәр халыҡтың борондан килгән йолалары, тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте бар. Кешеләр бер-береһе менән танышып, аралашып, үҙ-ара татыулыҡ булдырып, ыңғай өлгө алып, камиллыҡҡа ынтылып, изгелек юлынан барырға тейеш. Ошо урында милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙең дини ҡанундарға ҡаршылыҡ тыуҙырмауын күҙ уңында тотоу мөһим. Борондан килгән халыҡ йолаларының күбеһе дин талаптары менән үрелеп бара, айырым осраҡтарҙа ғына уны кешеләр үҙҙәре үк мәғәнәһеҙ яҡҡа бороп ҡылана. Туй мәлендә киленгә һыу юлын күрһәтеү, ғаилә тормошона бәйле теләк-нәсихәт биреү урынына ирҙәрҙең – ҡатын һәм, киреһенсә, ҡатындарҙың ир булып кейенеп, урам тултырып, тирә-яҡты яңғыратып, бапаҡтай үтеү күренеше лә – ошоға ишара, минеңсә. Һәр нәмәгә тәрән мәғәнә һалынған, уға төшөнөргә һәм айыҡ аҡыл менән ҡулланырға ғына ҡала.
“Традицион Ислам” төшөнсәһе менән дә шул уҡ хәл. Һәр саҡ ғилемгә, ихласлыҡҡа, хаҡлыҡҡа ынтылыу, нәфсеңде, кире хис-тойғоңдо тыйырға өйрәнеү, әҙәп, әхлаҡ ҡағиҙәләрен үтәү, эшеңде лайыҡлы башҡарыу, буш ваҡытыңды ла файҙалы итеү, һаулығыңды, киләсәгеңде хәстәрләү, һәр минутыңды изгелек ҡылып үткәрергә тырышыу, күршең, туғандарың, Ватаның алдындағы ябай бурыс­тарыңды яуаплы атҡарыу, Ислам дине ҡанундарын теүәл үтәгән кеүек бер нисә йөкләмәне булһа ла урын еренә еткереү – үҙе үк ҙур көрәш, еңеү һәм ҡыуаныс. Һәр кем яңы көндөң ҡәҙерен белеп, уның өсөн рәхмәтле булып йәшәһә, донъяла барған аҡылға һыймаҫлыҡ, зар илатҡыс хәлдәргә урын, ваҡыт ҡалмаҫ ине, сөнки хаҡ юл – ул иң тәүҙә татыулыҡ һәм эскерһеҙлек. Йола ҡушҡанса ғына мосолман булыу мөмкин түгел, дин йөрәгең, ҡылған һәр изгелегең, тәрбиәң, ысынбарлыҡҡа, ҡылыҡтарыңа тура килгән ғилемең аша ғына сағыла.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518