Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юл уңмауҙың сәбәбе ниҙә?
– Ауылыбыҙҙа күптән түгел шикле ҡатын йәшәй башланы. Эшкә йә берәй сәфәргә йыйынғанда ул осраһа, юл уңмай. Шуға күрә күптәр был ҡатынды күрһә, өйөнә кире әйләнеп ҡайта. Бесән мәлендә айырыуса ыҙаланыҡ. Был йәһәттән ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Г. РАЙМАНОВА.

Йылайыр районы.

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Кешелек донъя­һы баш­лан­ғандан бирле әҙәм балалары аңында төрлө яңылыш уй-фекер йәшәгән. Уларға юл ҡуймау өсөн Аллаһ Тәғәлә динен бир­гән, уны нигеҙләп, китаптар индергән. Әҙәм балаһы тормошон ошо ҡанун-ҡағиҙәләргә яраш­лы алып ба­рырға тейеш. Ләкин, нисек кенә булмаһын, күптәр хаҡ юлдан тайпыла, төрлө шик-шөбһәгә бирелә. Быны, әлбиттә, диндән ситкә китеү тип аңларға кәрәк.
Юлда ла бит шулай. Ул ни ҡәҙәр төҙ, машина бөтөн булмаһын, бер мәл тәгәрмәстәр ситкә тарта башлай. Шул ваҡытта рулде әкрен генә бороп, тура барыуҙы дауам итергә тейешбеҙ. Әҙәм балаһының тормошонда ла ошондай һынауҙар йыш осрап тора.
Бер хикәйәтте иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Муса ғәләйһис-сәләм заманында Фирғәүен үҙен Аллаһ тип иғлан итә. Бәнү Исраилды унан ҡотҡарыуын Раббыбыҙҙан ялбарып, пәйғәмбәр ҡырҡ көнгә Тур тауына ғибәҙәткә китә. Шул арала иблис килеп халыҡтың алтындарын йыя ла быҙау яһай. “Бына һеҙҙең Аллағыҙ”, – тип күрһәтә. Муса ғәләйһис-сәләм ҡайтһа, Бәнү Исраилдың бөтөн халҡы быҙауға табына башлаған икән. Ошонан күренеүенсә лә, шайтан әҙәм балаһын юлдан яҙҙырыу өсөн төрлө хәйлә ҡороуҙан, хөсөттән туҡтамай.
Төрлө ырымға, шик-шөбһәгә ышаныу һәр халыҡта йәшәп килә. “Йә, Рәсүлуллаһ, – тип мөрәжәғәт иткәндәр бер саҡ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмгә. – Беҙ күрәҙәсегә йөрөйбөҙ, уның ҡайһы бер һүҙҙәре тоғро була”. “Ә күпселеге – ялған, – тип яуаплаған Пәйғәмбәребеҙ. – Кем дә кем юраусыға бара, уның әйткәненә ышана икән, диндән ситкә китә тигән һүҙ”. Ошо урында халҡыбыҙҙағы “Күрәҙәсегә барма – башыңа бәлә алма” тигән аҡылды ла иҫкә төшөрөп уҙыу зарурҙыр.
Һүҙҙең, уйҙың көсө ҙур. Шунлыҡтан һәр саҡ изге ниәт ҡороп, күркәм фекерҙә йәшәү мөһим. Исламда шикләнеү, шөбһәләнеү юҡ. Динебеҙ ошо яман тойғоларҙы күңелгә яҡын юлатмайынса, эште фәҡәт Аллаһ Тәғәләгә ышанып башҡарырға бойора. Әгәр ҙә ки юлға сыға икәнбеҙ, тәү сиратта барлыҡ шарттарҙы өйрә­нергә, нисек барыуҙы, ҡайтыуҙы план­лаштырырға, кәрәк-яраҡты етерлек кимәлдә алырға, ғөмүмән, барыһына ла ныҡлы әҙерләнергә тейешбеҙ. Техниканың төҙөк, аттың ҡараулы булыуы мөһим. Ошоға бәйле бер хәҙисте лә әйтеп үтәйем. Бер ғәрәп дөйәнән төшкән дә: “Эй, Раббым, үҙеңә тапшырҙым”, – тип йәһәт кенә китергә булған. “Көтөп тор, ашыҡма, – тип туҡтатҡан уны Пәйғәмбәребеҙ. – Алдан дөйәңде һәйбәтләп ҡара, бәйлә, унан һуң ғына Аллаһ Тәғәләгә тапшырырһың”. Әҙәм балаһы машинаға ултырғанға тиклем техниканың төҙөклөгөн тикшерергә тейеш. Атты ла алдан уҡ ауыҙлыҡлау зарур. Әгәр сәфәргә әҙерлекһеҙ сығыуы сәбәпле кешегә ниндәйҙер зарар килә икән, гонаһы үҙенә була.
Барыһын теүәлләп, доғаларыбыҙҙы уҡып сыҡҡан икәнбеҙ, юлыбыҙ аша ҡара бесәй үтәме, кемдер һыуҙан ҡайтып киләме йәки китеп барамы, туҡталырға, өйгә кире боролорға тейеш түгелбеҙ. Шулай уҡ аҙнаның ҡайһы бер көнөн насар тип атауҙы ла Ислам ҡабул итмәй. Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә хаҡ юлдан барырға, ситкә тайпылмаҫҡа насип ҡылһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 156

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 143

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 271

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 267

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 749

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 359

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 356

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 432

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 294

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 289

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 261

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 509