Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тәртип булған ерҙә бәхет бар”
“Тәртип булған ерҙә бәхет бар” Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, республикабыҙҙа йәнә бер рухи мөйөш арта – Ҡырмыҫҡалы районының Малай ауылында мәсет асыла. Ағиҙел буйында ятҡан күркәм төйәк халҡының күңеленә иман нуры өҫтәлгән мәл.
Изге эште ошонда тыуып, әле тыуған ерендәге “Геоземинформатика” предприятиеһына етәкселек иткән Салауат Сәлимгәрәев баш­лаған. Мәсет төҙөү тәҡдимен ауылдаштары дәррәү күтәреп алған.
– Эшкә былтыр йәйҙә тотондоҡ, – ти Салауат Әмир улы. – Элекке мәсет тап ошо урында булған. Совет осоронда иман йорто мәктәп итеп үҙгәртелгән. Унда беҙ ҙә белем алдыҡ. Ғөмүмән, Малай халҡы оҙаҡ йылдар мәсетһеҙ йәшәргә мәжбүр булды. Тыуған төйәгемде иман йортло итеү күңелемдә бурыс кеүек тора ине.
“Тәртип булған ерҙә бәхет бар”Эште өмә менән башлағанда, күрше ауылдан хөрмәтле Урал хәҙрәт тә килеп аҙан әйтте, Ҡөрьән уҡыны. Аллаһ Тәғәләнең ҡөҙрәте: шул ҡәҙәр эҫе торған көн һалҡынайтып ебәрҙе, һөҙөмтәлә халыҡҡа эшләргә харап йәпле булды. Нигеҙ ҡаҙа башлағанда, ғүмерҙә күрмәгәнсә, ҡапыл ғына дүрт торнаның осоп килеүе, буласаҡ мәсеттең тап өҫтөндә тәпәштә генә өйөрөлөп-сыңрап йөрөүе лә мөғжизә кеүек ине. Быны изге эшкә фатиха һымаҡ ҡабул иттек.
Ауылдың ир-егеттәре мәсеттең нигеҙен ике көндә әҙерләп, бер ай эсендә йортто күтәреп тә ҡуйған. Ҡалған эште быйыл башҡарғандар. Бөгөн иһә халыҡ ихлас күңелдән атҡарылған хеҙмәттең һөҙөмтәһенә һоҡланып туймай: ҡупшы мәсет әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора, бар ерҙә – бөхтәлек, заманса зауыҡ, биләмәлә балалар өсөн уйын майҙансығы ла булдырылған.
– Тәрбиәне бәләкәйҙән башларға кәрәк бит, – ти Салауат Әмир улы. – Уйнарға тип килгән сабыйҙарҙың күңеле тора-бара мәсеткә тартыла башлар, иншаллаһ. Майҙансыҡты йыһазландырырға ярҙам иткән ауыл хакимиәте етәксеһенә, хеҙмәткәр­ҙәренә ҙур рәхмәт.
Әйтеп киткәнемсә, тыуған еремдә мәсет төҙөүҙе бурысым тип һананым. Шул уҡ ваҡытта Аллаһ Тәғәлә риза булһын, ауылда бәрәкәт, иман артһын, һәр кем бәхеткә өлгәшһен, тим. Был тормошта ҡулдан килгәнсә изгелек ҡылып йәшәргә тырышырға кәрәк. Шулай икән, Раббыбыҙ иман байлығы насип итер.
Әле күптәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштоң ауырлығына зарлана. Ирмен тигән ирҙәр иһә йүнен табып, йортон да һала, ғаилә лә ҡора, балаларын да бынамын итеп тәрбиәләй. Эштән күп нәмә юҡ бит хәҙер. Ә хеҙмәткә, лайыҡлы тормош көтөүгә төп этәргес – дин. Беҙҙең район етәк­сеһе Фәнзил Сыңғыҙов халыҡҡа ошоно аңлатыуға күп көс һала, ауыл­дарҙа мәсет төҙөүҙе ихлас хуп­лай, иман йортон асыу тантаналарын, ғәйеттәрҙе, дини байрамдарҙы ҡалдырмай. Милләттең юғалыуға дусар булыуының төп сәбәбе – динһеҙлек. Кешелә рух, иман, ихтыяр көсө юҡ икән, иҡтисадты, сәнәғәтте күтәрергә теләүҙән, ниндәйҙер пландар ҡороуҙан фәтүә сыҡмай.
“Тәртип булған ерҙә бәхет бар”Тормошта яҡшы һәм алама кеше бармы? Юҡ. Аллаһ юлынан барған һәм унан ситкә китеп аҙашҡандар бар. Әҙәм балаһы Хоҙайға һыйынып йәшәргә, Раббыбыҙға иман килте­рергә тейеш. Бының сығанағы иһә – мәсет. Ауылда иман йорто булмаһа, ҡайҙалыр йыйылып һөйләшеүҙән файҙа юҡ. Мәҫәлән, урындарҙа эскелекте бөтөрөү полиция хеҙмәткәр­ҙәренең генә ҡулынан килмәй. Спиртлы эсемлек һатҡан кешегә штраф һалып китеүҙән дә ни фәтүә? Ғөмүмән, мәсетһеҙ тәртип урынлаштырып булмай. Ә тәртип юҡ ерҙән бәхет ҡаса.
Салауат Әмир улы әйтеүенсә, яңы мәсеткә имам-хатип һайлау мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә. Ул хаҡ динде тотҡан, ошо мөхиттә үҫкән йәш кеше булырға тейеш. Иман йортона “Фатиха” тип исем биреү ҙә юҡтан түгел. Был сүрә – Ҡөрьәндең асҡысы. Мәсеттең тупһаһына аяҡ баҫҡан һәр кемдең күңелендә Исламға һөйөү тойғоһо асылыр, нығыныр тигән ышаныста Салауат Әмир улы.
– Беҙҙең Малай халҡы шул ҡәҙәр һәйбәт, – ти ул. – Мәсет төҙөү тәҡ­димен ихлас хупланылар. Ҡайһы бер өлкән йәштәгеләр шатлыҡтан илап та алды. Ауылдаштарым өмәгә ҙур теләк менән сыҡты. Төҙөлөштә баштан аҙаҡҡаса ҡатнашҡан егеттәр айырыу­са маҡтауға лайыҡ. Ғаиләм ағзалары ла мине аңлап, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышты. Ғөмүмән, мәсет төҙөүгә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәтлемен. Бигерәк тә Зилә Ҡорманаева, Фәһимә Шәмиғолова, Әшрәф Йәлилов, Илфат Хәйруллин, Юлай Ибраһимов, Ринат Ғәлиәкбәров һәм башҡа фиҙакәр хеҙмәт күрһәткән, көсөн, ваҡытын йәлләмәй йүгереп йөрөгән ауылдаштарым сикһеҙ ҡыуандырҙы.
Иман йортона халыҡ йөрөр тип ышанам. Был, әлбиттә, тиҙ арала булмаҫ. Шулай ҙа яйлап тарты­лырҙар. Әҙәм балаһының күңеле барыбер рухи байлыҡ эҙләй бит. Ошо урында үҙем шаһит ҡылған бер ваҡиғаны ла һөйләп уҙайым. Күптән булғайны был хәл. Бер ағай минең менән, дингә ышаныуҙың яңылыш икәнлеген раҫларға тырышып, оҙаҡ һүҙ көрәштерҙе. Һөйләшеп бөтөп, ҡайтырға сыҡҡайны ғына, нимәгәлер эләгеп ҡолап китте ул. “Эй, Аллам!” – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды үҙе.
Мин бер кешенең дә күңелендә аламалыҡ күрмәйем. Һәр саҡ яҡшылыҡ эҙләргә тырышам һәм табам. Халҡыбыҙҙың хаҡ юлды табырына, киләсәктең яҡты булырына ихлас ышанам...
Салауат Әмир улы раҫлауынса, ир-егет үҙ Ватанында йәшәргә, уны ҡурсаларға, үҫтерергә тейеш. Ә бының өсөн төп этәргес – дин. “Фатиха”ның исеме есеменә тура килеп, Малай ауылында иман тағы ла артыр, изге ергә бәрәкәт өҫтәлер, төйәк яҙмышы үҙ улдарының ҡулында булыр, иншаллаһ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 721

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598