Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған көндә кем бүләккә хаҡлы?
– Улыбыҙҙың тыуған көнөн быйыл ҡала ситендәге баҡсабыҙҙа үткәргәйнек. Клас­таштары байтаҡ килеүгә ҡарамаҫтан, ул беҙгә һаман асыуланып йөрөй. “Башҡалар кафела уҙғара, ә мин...” – тип үпкәләй. Тыуған көндө үткәреүгә Ислам нисек ҡарай, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Ф. ШӘРИПОВА.
Мәләүез ҡалаһы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кә­рим”­дә, әл-хәмдү лил-ләһ, баланың нисек яралғаны, ниндәй үҫеш этаптары үте­үе хаҡында аңла­тып кителгән. Был йәһәттән иң ҙур ауыр­лыҡ әсәгә төшә: сабыйҙы ту­ғыҙ ай буйы күкрәге аҫтында күтәреп йөрөтә, тыуҙыр­ғанда әллә күпме ғазап кисерә. Ләкин уға Аллаһ Тәғәләнән шундай үҙенсәлек бирелгән: балаһын күреү менән бөтөн ауыртыныуын онота. Бына ҡайҙа ул әсәлек ҡөҙрәте! Сабыйы тыуып, тәпәй баҫып киткәнсә, унан һуң да ҡатын кеше тәрбиәгә бихисап көсөн сарыф итә. Шуға ла Исламда әсәй иң юғары урынға ҡуйылған. Ошоға бәйле бер хәҙисте йәнә иҫкә төшөрөп уҙайыҡ. Пәйғәмбәребеҙгә бер бай килеп: “Байлығымды кемгә сарыф итәйем?” – тип һорағас, Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Әсәйеңә”, – тигән. Ҡушылғанды үтәп, икенсе, өсөнсө тапҡыр ҙа әлеге мөрәжәғәт менән килгән кеше шул уҡ яуапты алған. Бурысын тормошҡа ашырып, дүртенсе тапҡыр баяғы һорауҙы биргәс, Пәйғәмбәребеҙ: “Атайыңа сарыф ит”, – тип ҡушҡан. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр кем әсәһе менән атаһына ғүмерлек бурыслы, сөнки улар Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте менән балаға ғүмер бирә, аҡыл-зиһен һала, тәрбиәләп үҫтерә.
Ошо хәҡиҡәттән сығып ҡарағанда, әҙәм балаһы тыуған көнөндә ни эшләй ала? Әлбиттә, ата-әсәһенә күңелендәге иң изге хис-тойғоһон еткерергә, бүләк бирергә, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, алдарында баш эйергә тейеш. Ошо – иң дөрөҫ юл. Атай-әсәй алдындағы бурысты үтәп бөтөү мөмкин дә түгел, шуға күрә уларға гелән яҡты йөҙ күрһәтеү, фатихаларын алып йәшәү зарурлығы хаҡында оноторға ярамай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге йәмғиәттә бәләкәй генә баланың да тыуған көнөн ҙур байрамдай итеп үткәреү ғәҙәткә инеп китте. Мул табын әҙерләнә, ҡунаҡтар саҡырыла. Сабый түргә ултыртыла, бүләккә, тәбрикләү һүҙҙәренә күмелә, гүйә ки ул юҡтан бар булған, хайран ҡалмалы дәрәжәгә өлгәшкән. Ошолай данлауҙан бала ҙур ғорурлыҡ кисерә, күңелендә мин-минлек тойғоһо уяна башлай. Ваҡыт үткән һайын күптәрҙең талабы арта, улар тыуған көнөнә тәғәйен бүләк көтә, байрамды үткәреү өсөн ниндәйҙер күләмдә аҡса һорай башлай. Ҡунаҡтарҙың иҫәбе, тимәк, сығым арта, ата-әсә барыһын да еткерергә теләп йүгерә. Бәләкәй саҡтағы һыу-һут урынына өҫтәлгә шараптың ҡунаҡлауы ла ихтимал. Ғөмүмән, тыуған көндөң шайтан туйына әйләнеүе бар.
Исламда Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре һәм изге йома көнө генә байрам тип билдәләнә. Тыуған көн хаҡында һүҙ юҡ. Ата-әсә был йәһәттән балаһына бәләкәйҙән яңылыш тәрбиә биреп, аҙаҡ үҙен ошо сараның ҡоло яһай. Ҙур мәжлестәр үткәреп, Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итмәйбеҙ, ә Раббыбыҙҙың ҡанунынан ситкә китәбеҙ.
Алдан әйткәнемсә, тыуған көнөңдә атай-әсәйеңә рәхмәт әйтеү дөрөҫ булыр. Әгәр ҙә ки ҡәҙерле кешеләрегеҙ баҡыйлыҡҡа күскән икән, уларҙы иҫкә алып, Ҡөрьән уҡытыу зарур.
Әйткәндәй, баланы тәрбиәләүҙә граммати­каның да өлөшө ҙур. Белеүегеҙсә, беҙҙәге зат алмаштарында иң беренсе “мин” тора. Ә ғәрәптәрҙә тәүгеһе – “ул”, артабан “һин” килә, “мин” алмашы иһә – 13-сө урында. Был дөрөҫ тә, сөнки әҙәм балаһы үҙен беренселеккә ҡуйырға өйрәнмәҫкә тейеш. Ул бит – донъялағы ете миллиардҡа яҡын халыҡтың бәләкәй генә бер өлөшсәһе.
Ата-әсәлектең баһаһын төшөрмәйенсә, балаға дөрөҫ тәрбиә биреп үҫтерәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шулай икән, иншаллаһ, күңелебеҙ бөтөн, тормошобоҙ яҡты булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518