Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икенсе никах уҡытырға мөмкинме?
– Ҡатының булған хәлдә лә, әгәр башҡа берәүҙе яратһаң, икенсе никах уҡытырға мөмкинме, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
А. М.
Күгәрсен районы.

– Бисмиллә­һир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кә­рим”дә, әл-хәм­дү лил-ләһ, тор­моштоң барлыҡ өлкә­ләре буйынса аңлатма табыр­ға мөмкин. Араларында ғаилә мәсьәләләренә, ҡатын-ҡыҙға бәйле “Ән-Ниса” тип исемләнгән айырым ҙур сүрә бар. Уның тәүге аят-кәримәһендә үк Аллаһ Тәғәләгә тәҡүәлек ҡылырға, уның ҡанундарын үтәргә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡларға саҡырыла. Артабан сүрәлә дүрт ҡатынға ҡәҙәр өйләнергә рөхсәт ителә, ләкин шул уҡ ваҡытта, хәләл ефеттәрегеҙгә ҡарата ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, берәүҙе генә һайлағыҙ, тиелә. Тимәк, бер нисә ҡатын алыу мотлаҡ түгел, фәҡәт рөхсәт кенә. “Кем дә кем ике ҡатынға өйләнеп, улар араһында тигеҙ мөнәсәбәт ҡормаһа, ҡиәмәткә был ирҙең ярты кәүҙәһе генә китер”, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Пәйғәмбәребеҙҙең шулай уҡ “Өйләнегеҙ, ғаилә ҡороғоҙ, күп бала үҫтерегеҙ – ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең күплегенә ғорурланырмын”, “Никах – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәттән булмаҫ” тигән хәҙистәре лә бар. Ғаилә – иң изге төшөнсә, диндең дә, дәүләттең дә төп нигеҙе. Шуға күрә уға һәр яҡлап иғтибар бүленә. Ҡөрьәндә ғаиләне һаҡлауға, яҡлауға ҙур урын бирелһә, дәүләт тарафынан да был йәһәттән бихисап закон булдырылған. Ҡанундарҙы тотоу – һәр кемдең изге бурысы.
Шуныһы айырыуса мөһим: ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы шул тиклем юғары. Ул – балаларыңдың әсәһе, ғаиләнең усағын һүндермәйсә тотҡан, милләттең киләсәген үҫтергән, тормош ауырлыҡтарын күтәрешкән, тимәк, иң ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше.
Ҡөрьәндәге дүрт ҡатынға ҡәҙәр өйләнеүгә рөхсәт иткән ҡанунға килгәндә, был никахтар рәсми теркәлергә, гүзәл зат вәкилдәренең һәммәһе лә социаль йәһәттән ныҡлы тәьмин ителергә, мохтажлыҡ күрмәҫкә тейеш. Әгәр ҙә ки ир вафат була икән, мираҫтан барыһына ла, шулай уҡ балаларға ла өлөш бүленә. Был ҡанун ҡайһы бер мосолман илдәрендә әле лә йәшәй, киң тамыр йәйгән.
Беҙҙең илгә килгәндә иһә, бер ҡатын менән генә никахлашырға мөмкин. Ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсһә, мөлкәте рәсми документта теркәлгән хәләл ефетенә, балаларына ҡала. Ә инде ирҙең йәнә бер “йәмәғәте” булып, ике арала никах уҡылған хәлдә лә, был ҡатын, шулай уҡ унан тыуған уртаҡ ул-ҡыҙҙар мираҫҡа дәғүә итә алмай. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙҙә икенсегә өйләнеү – “ситтәге” ғаиләне социаль яҡлауҙан ситтә ҡалдырыу, һәр йәһәттән ауырлыҡҡа сумдырыу тигән һүҙ. Хөкүмәт тарафынан рәсмиләштерелһә, никах уҡытырға мөмкин булыр ине. Беҙҙең илдә бындай ҡанун юҡ, тимәк, ир-уҙаман законлы хәләл ефете менән матур итеп, шөкөрана ҡылып йәшәргә бурыслы.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы булырға, уның хаҡын үтәргә бойорған. Барлыҡ ир-атҡа ошо бурысты атҡарып, гүзәл затҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп йәшәргә насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599