Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәүгә көс бирер “Кәбир”
Йәшәүгә көс бирер “Кәбир” Мәҡсүт халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашты: ауылда мәсет асылды. Байрамда Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Сибай ҡалаһындағы “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарының имам-мөхтәсибтәре, урындағы етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, күрше ауылдар халҡы ҡатнашты.

Йыйынға тәүҙә аят-доға менән фатиха бирелде. Унан ауылдың почетлы гражданы, мәсет төҙөү эшен ойошторған Ильяс Таҡалов сәләмләне.
– Мәҡсүт – районда иң боронғо ауылдарҙың береһе, – тине ул. – Төбәгебеҙҙең 300 йыллыҡ тарихы бар. Уға Түңгәүер ырыуының данлы батыры, 1737-1738 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан Мәҡсүт Асҡаров нигеҙ һалған.
Мәҡсүттә заманында абруйлы дин әһелдәре лә йәшәгән. 1866 йылғы документтарға ҡарағанда, ауылда 31 йорт һәм мәсет булған. Ә 1920 йылда бында 62 өйҙә 312 кеше йәшәгәне, ғибәҙәтхана эшләгәне билдәле.
Уҙған быуат башында ауылда дини йолаларҙы оҙаҡ йылдар абруйлы мәзин Кәбир хәҙрәт Исҡужин башҡарған. Шәхестең тыуыуына быйыл – 140 йыл. Дини эшмәкәрлеге өсөн 1931 йылда ауылдан ҡыуылып, ғаиләһе менән Һаҡмар йылғаһы буйындағы туғайҙа йәшәргә мәжбүр булған ул. Изге исеме аҡланғас, кире Мәҡсүткә ҡайтҡан һәм ғүмеренең аҙағынаса хаҡ динебеҙгә хеҙмәт иткән. Шифалы доғаларын, им-томдарын әле лә хәтерләйҙәр.
Былтыр Мәҡсүт халҡы Аллаһ йортон тергеҙеү, уға Кәбир хәҙрәттең исемен биреү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Һөҙөмтәлә бер нисә йыл буйы буш торған мәктәп бинаһын үҙгәртеү, яңы манара ҡуйыу эше өмә менән башҡарылды. Берҙәмлектә – көс: изге йорт тиҙ арала әҙер булды. Күркәм байрамға төрлө тарафта йәшәгән ауылдаштар, бихисап ҡунаҡ йыйылды.
– Бөгөнгө сара – мәҡсүттәр генә түгел, ә тотош район һәм республика халҡы, барлыҡ мосолмандар өсөн шатлыҡлы ваҡиға, – тине тәбрикләү һүҙендә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Артабан сығыш яһаған һәр кем Аллаһ йортоноң ауыл ҡото, иман нуры таратҡан урын булараҡ халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен теләне. Тиҙҙән мәсет манараһынан тәүге аҙан тауышы яңғыраны. Аҙаҡ Нурмөхәмәт хәҙрәт Ҡашҡар, Исҡужа, Йылайыр ауылдарындағы иман йорттарында булды. Изге сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалып, барлыҡ Йылайыр районы мосолмандарына сәләмәтлек, донъя именлеге, бәхет-бәрәкәт теләне.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 066

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 430

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 961

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 867

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 619

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 220

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 444

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509