Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пәйғәмбәрҙәр ҡиссаһы ҡыҙыҡлы
Пәйғәмбәрҙәр ҡиссаһы ҡыҙыҡлыКешелек донъяһының борон-борондан килгән ғәжәп бай, мәғәнәле һәм фәһемле рухи мираҫы үә ҡиммәттәре бар. Быуындан-быуынға һөйләнеп, хәтерҙән-хәтергә еткерелеп, яҙмаларҙа теркәлеп, быуаттар төпкөлөнән беҙҙең заманғаса килеп еткән изге ҡомартҡыларҙың береһе – пәйғәмбәрҙәр тарихы. Ул – кешелектең асылына, тәбиғәтенә, мәғәнәһенә ҡарата ҡараш, ғилем-тәғлим дә, донъя, ғаләм тураһында уй-фекер ҙә, тормош, булмыш, йәшәйеш, йәмғиәт тураһында белем, мәғлүмәт, ҡанун да, дин дә...
Пәйғәмбәрҙәр – Аллаһ Собхана үә Тә­ғә­ләнең илселәре. Уның, ризыҡлан­дырыу­сының, оло ҡеүәт һәм ниғмәт эйәһенең, хәбәрҙәрен, әмерҙәрен, теләк­тәрен, шарттарын, ҡанундарын, хөкөм­дәрен, тыйыуҙарын бәндәләргә бөтә дөрөҫлөгөндә еткереүсе ғәҙәттән тыш сифаттарға эйә әҙәми заттар. Иң бөйөк­тәр, аҡыллылар, зирәктәр, белемлеләр, иң игелеклеләр, намыҫлылар, тоғролоҡ­лолар, алдан күреүселәр, йәғни Хаҡ Тәғәләнең рәхмәте менән һайланып ҡуйылған, һүҙҙәре һис ҡасан ғәмәлдән айырылмаған, әхлаҡ-әҙәптең, имандың барлыҡ аҫыл үрнәктәренә эйә күркәм шәхестәр. Рәсүлдәргә илаһи һәләттәр бирелгән, улар ябай кешеләрҙең хәленән килмәгәндәрҙе атҡарыу ҡөҙрәтенә эйә. Илаһ илселәренең йөрәктәрен яуыз уй­ҙан, мәкерҙән, аҫтыртынлыҡтан, алдаҡ­тан, ике йөҙлөлөктән һәм башҡа йәмһеҙ сифаттарҙан һаҡлаған, мәрхәмәтлелек, тоғролоҡ, ғәйрәтлелек менән һуғарған. Пәйғәмбәрҙәрҙең барыһына ла биш төп сифат хас: фәҡәт хаҡты һөйләү; аманатҡа тоғролоҡ; бар ҡыйынлыҡтарға ҡарамай Аллаһ Тәғәләнең әмерҙәрен, тыйыуҙарын еткереү көсөнә эйәлек; зиһенлелек, аҡыллылыҡ, фекерлелек, аңғарыусан­лыҡ, тәрән мәғәнәлелек; сафлыҡ, әҙәплелек, гонаһһыҙлыҡ.
Бөйөк Ижадсының ҡөҙрәте менән пәйғәмбәрҙәрҙең йөрәктәре илаһи тибрә­лештәрҙе сағылдыра, хәбәрҙәре фәреш­тәләр аша мөғжизәле күренештәр менән раҫлана. Бәндәләр пәйғәмбәрҙәргә ышан­һындар өсөн, уларға ғәжәп ҡылырлыҡ сифаттар бүләк ителгән. Әйтәйек, ауы­рыу­ҙарға шифа, сихәт биреү, ала тәнлеләрҙе сәләмәтләндереү, һуҡыр­ҙарҙы күҙле итеү, Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән үлгәндәрҙе тергеҙеү, Күктән ризыҡ индереү... Ошо мөғжизәләргә эйә Ғайса пәйғәмбәр мәлендә Ер йөҙө ғәҙеллек, мал, ниғмәт менән тулған. Илселәргә, һис шикһеҙ, Илаһтың ихтыярын, мәғлүмәтен еткереүҙән башҡа мөһим бурыс юҡ. Быны атҡарыу өсөн улар бөтөн ҡөҙрәтен, хатта йәнен биргән. Әйткәндәй, пәйғәмбәрҙәргә лә йәндең ни икәне билдәһеҙ. Сөнки йән, йәғни рух, Бөйөк Ижадсының тылсымы үә әмере, уның нимә икәнен Аллаһтан башҡа һис кем белмәй. Илаһтан ҡәтғи ҡанундар һәм Китап алған бәғзе пәйғәмбәрҙәрҙе рәсүле алла йәки хәҙрәте рәсүл, йәғни Аллаһ илсеһе, ә әүәлге илсенең эшен дауам итеүселәрҙе нәби алла, йәғни Аллаһ хәбәрсеһе, тиҙәр.
Башҡа ер кешеләре, ҡәрҙәштәре кеүек тамаҡтарын туйҙырыу, кейенеү, бала-сағаһын ҡарау, етеш донъя көтөү өсөн улар ҙа тир түгеп эшләгән. Ҡыуанған, ҡайғырған, арыған, ҡартайған, ауырыған, үлгән. Былар барыһы ла Хаҡ Тәғәлә илселәренең ер кешеләре икәнен дәлилләй. Әммә ғәҙәти фиғелдәр пәй­ғәмбәрлек эшмәкәрлегенә ҡамасаулама­ған.
Иң тәүге инсан үә пәйғәмбәр – Әҙәм ғәләйһиссәләм. Ул – бар кешеләрҙең атаһы. Ер йөҙөндәге барса халыҡ изге рухлы Әҙәмдән, уның ҡатыны Һауанан һәм уларҙың балаларынан, нәҫелдә­ренән таралмыштыр. Кешенең сығышы, булмышы үә асылы йәннәттән килгән ошо илаһи заттарҙан.
Ҡиссала билдәләнеүенсә, Аллаһ Собхана үә Тәғәлә Әҙәм ғәләйһиссәләмде тупраҡтан яратҡан, йәғни ир – ул ер. Бының хикмәте нимәлә һуң? Бөйөк Ижадсы фәрештәләргә ерҙә хәлифә (кеше) яһаясағын хәбәр иткәс, һәр мәхлүк уны минән яратыр, тип үҙенең күркәмлеге менән ғорурланған. Ер генә: “Мин аяҡ аҫтында ятҡан бер меҫкен, минең ҡыуаныр яғым юҡ”, – тип тыйнаҡлыҡ күрһәткән. Шул сәбәптән Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде тупраҡтан бар иткән. Фәрештәләр ҡыҙыҡһынып һораған: “Ни өсөн һин Әҙәм тип аталдың?” “Ер йөҙөнән яратылғаным өсөн”, – тигән ул. “Әҙәм” һүҙе ер йөҙө тигәнде аңлаталыр.
Әҙәм ғәләйһиссәләм йылмайһа, ҡояш кеүек нурланған, ҡайһы тарафҡа әйләнһә лә нуры тулған ай кеүек балҡыған. Ул шул тиклем һоҡланғыс ки, уның матурлығына фәрештәләр хайран ҡалып: “Иң күркәм ҡәүем ҡылыусы Аллаһ Тәғәлә мөбәрәк үә олуғтыр!” – тигән.
Әҙәм ғәләйһиссәләмдең ҡабырға­һынан яратылған Һауа ла бик һылыу: күҙҙәре ҡара төҫтә, саф тауышлы, йөҙ толом сәсе бар, уларға ожмах ынйылары һәм яҡуттары үрелгән. Буйы Әҙәмдеке кеүек. Хаҡ Собхана үә Тәғәлә йөҙ өлөш гүзәллектең туҡһан өлөшөн Һауаға биргән. Ун өлөшөн йәнә йөҙгә бүлеп, туҡһан туғыҙын Йософ пәйғәмбәргә, береһен генә барса Ғаләм халҡына насип ҡылған. Әммә ғаләмдәр Раббыһының һөйөклөһө Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләмдең матурлығы үә нуры был йөҙ өлөш матурлыҡтан башҡалыр. Был йөҙ өлөш матурлыҡ пәйғәмбәребеҙ нурына ҡарағанда даръялағы бер тамсы кеүек кенәлер. Аллаһы Тәғәлә: “Әй хәбибем Мөхәммәт, һин булмаһаң, барса Ғаләмде яратмаҫ инем”, – тигән.
Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде яҡын күрә һәм хөрмәтләй. Фәрештәләргә Әҙәмгә сәждә ҡылырға әмер ҡыла, барлыҡ нәмәләрҙең исемдәрен өйрәтә, шәрифле ғилем бирә. Ул ожмахта хәҙрәте рәсүл урындығына ултырһа, баш өҫтөндә нурҙан етмеш мең ғилем тота. Шул нурҙан килгән ғилем айҡанлы яҡтырмаған ер ҡалмай.
Фәрештәләр Әҙәм ғәләйһиссәләмдең белеменә хайран ҡала. Хаҡ Тәғәләнән фәрештәләргә хитап ҡылына: “Мин һеҙгә әйтмәнемме, Ерҙәге һәм Күктәрҙәге йәшерен нәмәләрҙе һәм һеҙҙең асыҡ үә йәшерен ҡылған эштәрегеҙҙе беләмен тип? Инде Әҙәмдең һеҙҙән ғилемлерәк икәнен күрҙегеҙме? Һеҙ – ғибәҙәт ҡылыусылар. Ә бер ғалим мең ғибәҙәт ҡылыусынан хәйерлерәк, сөнки ғилемлек ул Бар Ҡылыусының сифатынан. Унан кемгә ғилем, хикмәт бирелһә, тәхҡиҡ, был бәндәгә бик күп изгелектәр бирелгән”. Ғилемлек яҡшы ғәмәлдәр ҡылыу өсөн ҡулланылһа, күркәм фазилиәттер (өҫтөнлөк). Әммә ғилемлек теләү изге ғәмәл ҡылыу түгел, донъя маҡсаты өсөн генә булһа, ниндәй үкенес!
Хаҡ Тәғәләнең Әҙәм ғәләйһиссәләмгә киләсәк нәҫелен күрһәтеүенә ҙур хикмәт һалынған. Әҙәм ғәләйһиссәләм Аллаһ Тәғәләнән: “Былар кемдәр?” – тип һорай. Хитап ҡылына: “Улар ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр донъяға киләсәк балаларың”. Әҙәм бик күп күреп: “Йә Рабби, улар донъяға нисек һыйыр һуң?” – ти. Аллаһ Тәғәлә әйтә: “Уларҙы дүрт өлөш ҡылырмын. Бер өлөшө аталары арҡаһында, икенсе өлөшө инәйҙәре күкрәгендә, өсөнсө өлөшө ер өҫтөндә, дүртенсе өлөшө ер ҡуйынында булыр”. Әҙәм ғәләйһиссәләм күрә: ҡайһылары уң яғында – аҡ йөҙлөләр, ҡайһы берҙәре һул яғында – ҡара йөҙлөләр. Бәғзеләре – зәғиф, күҙһеҙ, аяҡһыҙ, бәғзеләре – сәләмәт. “Уларҙы ниңә тиң яратманың? – тип һорай Әҙәм. Яуап килә: “Аҡ йөҙлөләр ҡара йөҙлөләрҙе, сәләмәттәр зәғифтәрҙе, күҙлеләр күҙһеҙҙәрҙе, аяҡлылар аяҡһыҙҙарҙы күреп шөкөр ҡылһын өсөн шулай бар ҡылдым”. Әҙәм ожмахҡа керәсәк иманлылар тураһында ишетеп һөйөнә, тамуҡҡа инәсәктәрҙе күреп илай.
Әҙәм менән Һауа бар ҡылынған ваҡыттан уҡ Хаҡ Тәғәләнең талаптарын, тыйыуҙарын үтәү зарур. Үтәмәгәндәр ҡыйынлыҡҡа, бәхетһеҙлеккә дусар. Уның бойороғон тотмағаны өсөн Әҙәм ғәләйһиссәләмгә ун бәлә бирелә: беренсе – шелтә ала, икенсе – яланғас ҡала, ғәүрәте асыла, өсөнсө – йөҙө, тәне ҡарала, дүртенсе – ожмахтан сығарыла, бишенсе – Һауанан йөҙ йыл, икенсе риүәйәт буйынса ике йөҙ йыл айырылып тора, алтынсы – шайтан менән мөнәсәбәтендә дошманлыҡ көсәйә, етенсе – гонаһлы исемен күтәрә, һигеҙенсе – балаларына һәм малдарына шайтан ҡатыша, туғыҙынсы – донъя зинданына ябылып, һыуыҡ, эҫелек һәм төрлө ауырыуҙар менән һынала, унынсы – тормошонда мәшәҡәттәре күбәйә.
Хата эш ҡылған, бәлә тыуҙырған, шуның менән Әҙәмде яланғас һәм ҡайғылы иткән, ғәүрәте асылған, ожмахтан сығарылған Һауа, был гонаһы шомлоғонан уның ҡыҙҙары Ҡиәмәт көнөнә тиклем ун биш бәлә менән һынала: беренсе – хәйез (айлыҡ күрем) ҡаны күреү, икенсе – туғыҙ ай ҡорһаҡта бала күтәреү, өсөнсө – бәпес тапҡанда үлем әсеһен татыу, дүртенсе – ғиҙҙәт михнәте сигеү (ирһеҙ ҡалған ҡатын икенсе иргә бармай йөрөп торорға тейешле ваҡыт), бишенсе – ирҙәре хөкөмөндә һәм ирегендә булыу, алтынсы – талаҡты ирҙәрҙең генә әйтә алыуы, етенсе – мираҫ яртылаш кәм ҡылыныу, һигеҙенсе – шәһаҙәт (дәлил, таныҡлыҡ) биреүҙә, йәнә туғыҙынсы – аҡылда, унынсы – диндә кәм булыу, ун беренсе – сәләм биреүҙән, ун икенсе – йома үә йәмәғәт намаҙҙарынан, ун өсөнсө – пәйғәмбәрлектән, ун дүртенсе – батша булыуҙан, ун бишенсе – хәлифәлектән мәхрүм итеү.
Күркәм, һылыу ҡатын Һауа иблис вәсвәсәһенә бирелеп, йәннәт хозурынан һәм ниғмәттәренән айырыла, ире Әҙәм менән: “Раббыбыҙ, үҙебеҙгә золом ҡыл­дыҡ”, – тип өс йөҙ йыл илап, гонаһтарына тәүбә ҡыла. Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә әйтә: “Ирҙәр ҡатындарҙан өҫтөнөрәктер”. Бит иң әүәл Уның ҡөҙрәте менән Әҙәм, шунан һуң ғына тәненән Һауа ҡылына. Шуға ла иғтибар итәйек: ир өлөшө – ике, ҡатын өлөшө бер иҫәпләнә. Йәнә ирҙең нуры ҡатынына, унан балаһына күсә. Хаҡ Тәғәлә Әҙәм нәҫелен тура юлға күндерә, яман юлдан сығара.
Һауаға Әҙәмдән илаһи Нур күскәс, Шис, йәғни Һибәтулла ғәләйһиссәләм (Аллаһының бүләге), донъяға килә. Ҡиәфәт-килбәте, торошо атаһына оҡшаған, маңлайындағы нуры ҡояш нуры кеүек балҡый. Матурлығы, ғилеме, аҡыл тәрәнлеге менән башҡаларҙан айырылып тора. Хаҡ Тәғәләгә биргән ғәһеде буйынса, Шис ғәләйһиссәләм, атанан инәгә күсеп, табылған баланы бәлиғ булғансы шайтандан бикләгән нурҙы һаҡларға, саф, хәләл ҡатындар менән генә ҡауышырға, хәрәмдән, шөбһәле эштәрҙән үҙен ҡурсырға тейеш.
Хикәйәттә сағылыуынса, балалары һәм быуын-нәҫелдәре ҡырҡ меңгә тул­ғанда, мең йәшкә еткән Әҙәм ғәләйһис­сәләм ауырып китә һәм, барыһын йыйып, уларға Аллаһ Тәғәлә ҡанундарын үтәргә, шайтанға алданмаҫҡа, аҙып-туҙып ҡа­тындарға йөрөмәҫкә бойора. Шис ғәләйһиссәләмгә өгөт-нәсихәттәр әйтә, айырыуса бишеһе менән ғәмәл ҡылырға һәм уларҙы балаларына васыят итергә ҡуша. Беренсеһе: күңелемде донъяға бағламаным, ожмахҡа бағланым, мәшә­ҡәт күрҙем; икенсеһе: һәр эшемдең ахырын уйламағаным өсөн ауыр хәлгә төштөм; өсөнсөһө: ҡатын һүҙенә ҡара­ма, мин ҡатын һүҙенә ҡарап бәләгә тарыным; дүртенсеһе: һәр эштә кәңәшләш, әгәр мин тыйылған тәғәмде ҡабыр алдынан фәрештәләр менән кәңәшләшһәм, ожмахтан сығарылмаҫ, ҡаза күрмәҫ инем, башлағанда эсең бошһа, ул эште ҡалдыр; бишенсеһе: Мөхәммәт Мостафа ғәләйһиссәләмдең нурын һаҡла.
Пәйғәмбәрҙең хәҙисендә әҙәмдәргә еткерелеүенсә, алты төрлө ҡош-йәнлекте үлтерергә ярамай: Әҙәм ғәләйһиссәләмгә юл күрһәткән ҡара ҡарғаны; Сөләймән ғәләйһиссәләмгә нәсихәт ҡылған ҡырмыҫ­ҡаны; Нух ғәләйһиссәләм заманында, Әҙәм итенән дә тәмлерәк ит юҡ, тип әйтергә теләгән себендең телен тешләп, кешеләрҙе йыланға ризыҡ булыуҙан ҡотҡарған ҡарлуғасты; Сөләймән ғәләйһиссәләмгә илсе булған һөҙһөт ҡошон; Нәмрүт утына һыу һипкән һыу баҡаһын; бәндәләргә шифалы бал биргән бал ҡортон. Ҡоштар ғаиләһенән иң ғәжәбе иһә – Аллаһ Тәғәлә ҡөҙрәте менән Ғайса пәйғәмбәр яһаған йөнһөҙ ҡанат менән оса алған ярғанат. Ул кеше кеүек көлә, ҡатындар кеүек хәйез күрә, йомортҡа һалмай, балаһы ҡарынынан сыға, көндөҙ күрмәй, аҡшамдан һуң бер сәғәт осоп йөрөп, ризыҡ эҙләй.
Әҙәм балаларына аманат ҡылыны­уынса: “Әй ҡәрҙәш! Һәр ҡиссанан ғибрәт ал, золомдан һаҡлан. Золом үҙеңә лә, балаларыңа ла афәт, аһ-зар килтерәсәк. Иблис золом ҡылып, Әҙәмде ожмахтан сығарыуға сәбәп тыуҙырған өсөн ләғнәткә, мәңгегә тамуҡта ҡалыуға дусар булды, ниндәй ҙур хөрмәттән михнәткә төштө. Ғафил булма!”

Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ,
филология фәндәре кандидаты.

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518