Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәүгә көс бирер “Ғәлиә”
Йәшәүгә көс бирер “Ғәлиә” Төбәгебеҙҙә иман йорттары артҡандан-арта. Күптән түгел саф йәнә тулыланды – Юлдаш ауылында “Ғәлиә” мәсете асылды.

– Иман йортон Аллаһтың бар­лығына һәм берлегенә инанған кеше төҙөй, – тине байрамдағы сығы­шын­да Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолман­дарының Үҙәк диниә назараты рә­йе­се Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин. – “Аллаһтың рәхмәте өсөн мәсет һал­ған кешегә Раббыбыҙ ожмахта һа­рай әҙерләй”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Ғәлиә”не төҙөүгә өлөш индергәндәргә Хаҡ Тәғәләбеҙ сауабын насип ҡылһын.
Иман йортоноң имам-хатибы Кә­рим Атйетәров әйтеүенсә, бындағы ғибәҙәтхана бик иҫке булған. Аҡса мәсьәләһенә бәйле яңыһын төҙөүгә һис тә тотона алмағандар. Ошондай хәл иткес мәлдә Санкт-Петербургта йәшәгән Рөстәм Кинйәбаев ҙур финанс ярҙамы күрһәткән. Был егет та­мырҙары менән – Юлдаштан. Уның булышлығы, шулай уҡ эшкә бөтөн ауылдаштарҙың ихлас ҡушы­лыуы арҡаһында күркәм төйәктә иман йорто ҡалҡып сыҡҡан.
– Яңы мәсет йәшәү көсөн, килә­сәк­кә ышанысты арттырҙы, – тине юлдаштар.
Тәлғәт Тажетдин ауыл мәсетенә ҙур келәм, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының байрағын бүләк итте.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 325

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598