Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шифалыраҡ булыр ямғырҙар
Шифалыраҡ булыр ямғырҙар Яңыраҡ Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты һәм “Рисәләт-Послание” гәзите редакцияһы менән берлектә конкурс ойоштороп, балалар араһынан изге Ҡөрьәнде яттан һөйләүселәрҙең иң-иңдәрен асыҡланы. Унда ҡатнашыу өсөн республикабыҙҙың төрлө тарафынан йыйылдылар.

Бындай саралар уҙыуы хаҡында йыш ҡына белмәй ҡалам, шуға Ҡөрь­ән уҡыусыларҙың нисек ярышыуын күҙ алдына килтерә алмай инем. Әлегеһенә лә Аллаһ Тәғәләнең хик­мәте менән барып эләктем, йома кис дин юлында ғилем туплаусы бер танышымдың: “Иртәгә ауылдан бер туған ҡустым килергә тейеш, сүрәләр уҡыу байрамына”, – тигәнен ишеткәс. Төрлө кешенән һорашһаҡ та, конкурс­та ҡатнашыу өсөн иртәнге сәғәт 9-ға мәҙрәсә янына йыйылырға кәрәкле­генән башҡаны белә алманыҡ. Кис бит, ҡайҙан ниндәй мәғлүмәт табаһың инде...
Өйгә ҡайтҡас, өлкән малайҙың ҡылын тартҡылап ҡарайым. “Барам!” – тине ул, йөҙө кинәт яҡтырып. Бәлә­кәйе ҡала буламы – уныһы ла әҙер­ләнә башланы. Тик үҙем уйға баттым: ҡатнаштыралармы беҙҙе конкурста, юҡмы? Саҡырылмаған ҡунаҡ кеүек бит инде. “Барығыҙ. Алмаһалар ни, кире ҡайтырһығыҙ”, – тине әсәләре.
Мәктәпкә йыйынғанда оҙаҡ уятырға тура килһә лә, Вилдан мәҙрәсәгә бараһы көндө үҙе торҙо. Иҙел, ғәҙәттәгесә, уғаса аяғөҫтө ине инде. Иркенләп йөрөп әҙерләндек тә, сүрәләрҙе ҡабатлау өсөн “Һәфтиәк шәриф”те ҡыҫтырып алып, ҡалаға ҡуҙғалдыҡ. Көнө шундай матур – изге ниәттәге сараға Аллаһ тарафынан инселәнгән тиерһең!
Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙ­рәсәлә, дөрөҫөрәге, колледжда, беҙҙе бик ҙур ҡунаҡтай ҡаршы алдылар, йәш шәкерттәр, “Әс-сәләмү-ғәләй­күм!” тип сәләм биреп, баш­ҡортса һүҙ ҡушып, конкурста ҡатнашыусыларҙы теркәү урынына оҙатып уҡ ҡуйҙы. Иҙелде 7 йәшкә тиклемгеләр төркөмөнә яҙҙылар, уларҙан “Әл-Фил”дән “Ән-Нәс”кә тиклемге сүрәләрҙе ятлатырға тейештәр. Вилданға 7-нән 12 йәшкә саҡлылар араһында “Әл-Фәджр”ҙән аҙаҡҡыла­рын һөйләргә тура киләсәк.
Бер аҙ ваҡытығыҙ бар, тигәстәр, Мостай Кәрим урамы буйлап йөрөп алдыҡ. Шундай күркәм урын булған­дыр ул элек тә: быуаттан ашыу тарих һаҡлаған йорттарҙың, мәсет, мәҙрәсә биналарының зауыҡ менән төҙөлгән­леге һоҡландыра. Барыһы ла әле яңыртылыу өҫтөндә. “Их, ошо тирәне мосолман кварталы иткәндә...” – тип хыялланып та ҡуйҙыҡ, конкурсҡа йыйылыусы балаларҙың күплеген күреү­ҙән күңелебеҙ елкенеп.
Сара изге Ҡөрьәнде уҡыуҙан башланды. Мәрйәм Солтанова исемендә­ге Ислам колледжы директоры Илдар хәҙрәт Малахов, барыһын да тәбрик­ләп, рухи тәрбиә, әхлаҡ нигеҙҙәренең бала күңелен бәләкәй саҡтан уҡ би­ләргә тейешлеген билдәләне. Баш­ҡорт­остан мосолмандары Диниә на­зараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Әйүп хәҙрәт Бибарсов, йыйылыусыларға мөфтөй Нурмөхә­мәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың сәләмен еткергәс: “Ҡөрьәнде өйрәтеү – кешегә ата-әсәһенән бирелгән иң ҙур мираҫ”, – тине. Артабан Ҡаһирәләге “Әл-Әзһәр” университетынан Өфө мәҙрә­сәһендә белем биреү маҡсатында килгән шәйехтәр телмәр тотто. Әйткәндәй, был остаздарҙың ҡайһы берҙәре 15 йәшендә Ҡөрьән-хафиз булған, бәғзеләре – унан да иртәрәк! Изге китап, Ислам дине тураһында һөйләгәндәрендә шәйехтәрҙе, телен аңламаһаң да, сәғәттәр буйы тыңларға мөмкин. “Динде яҡшыраҡ белгән һайын кешенең күңеле нығыраҡ сафлана. Ундайҙарҙың һүҙе йөрәк түренән сыҡҡанға яғымлыраҡ, тәьҫирлерәк һәм һис ялҡытмай”, – тине Илдар хәҙрәт Малахов.
Бына ҡатнашыусыларҙы, автобус­ҡа ултыртып, ЮХХДИ машинаһы оҙатыуында Дуҫлыҡ монументына табан алып киттеләр. “ПАЗ”ға һыйма­ғандар үҙ автомобилендә юлланды. Беҙ ҙә тығылышманыҡ, яныбыҙға бер шәкертте лә ултыртып алдыҡ. Тажикстандан икән ул. Урыҫса насар белһә лә, һүҙгә әүәҫ. “Икенсе йыл уҡыйым был мәҙрәсәлә, – ти. – Барыһы ла оҡшай. Тик ҡалала мосолмандарҙың аҙлығына аптырайым. Беҙҙә кеше бәләкәйҙән үк динде өйрәнә, әхлаҡлы мөхиттә үҫә, ә бында күптәр матди ҡиммәттәрҙе төп урынға ҡуя. Ауылда­рығыҙҙа, моғайын, хәл яҡшыраҡтыр, халыҡ динлелер...”
Конкурс теплоходта барасаҡ икән. Бына һиңә сюрприз! Ошоғаса балаларымдың түгел, үҙемдең дә һыу транспортына ултырғаным юҡ ине. Ҡөрьән сүрәләрен өйрәнеүҙең бәрәкә­те, тип ҡабул иттек.
Баштан уҡ шуға иғтибар иткәйнем: бында йыйылғандарҙың бөтәһе лә – кесеһенән олоһона тиклем – шундай ихлас, итәғәтле, сабыр. Берәү ҙә баш­ҡаларҙан алдараҡ барырға, күберәкте күрергә, яҡшыраҡ урын алып ҡалырға тырышмай. Икенсе ҡатҡа менгәйнек, әллә нисәмә кеше үҙенең ултырғысын тәҡдим итте беҙ­гә. Берәүҙәр янына килеп ҡунаҡланыҡ та танышып киттек: Белорет районы балалары икән.
– Бишенсе йыл рәттән ҡатнашабыҙ Өфөләге конкурста, – тине уларҙы алып килгән өлкәндәрҙең береһе. – Әле утыҙ кешебеҙ, Көҙйылғанан, Татлынан, Уҫманғәле менән Исмаҡайҙан. Бишенсе йыл инде Исмаҡайҙа ла үҙебеҙ ошондай уҡ ярыш ойошто­рабыҙ...
– Һеҙ Фәтих хәҙрәтме әллә? – тип һорап ҡуйҙым.
– Ҡайҙан беләһегеҙ?
– Исемегеҙҙе йыш ишетәм, гел ололап һөйләйҙәр.
Фәтих Фәтҡуллин тыумышы менән Исмаҡайҙыҡы, Межгорьела оҙаҡ йылдар эшләп, шунда төпләнгән. Әле шул ҡалала имам-хатип булып тора. Дин тураһында урыҫса ла, башҡортса ла шиғырҙар яҙа үҙе, китабы баҫылып сыҡҡан.
– Шиғри һүҙ кеше күңеленә ны­ғыраҡ тәьҫир итә, шуға динде аңлат­ҡанда фекерҙәремде рифмаға һалам, – ти Фәтих хәҙрәт. – Бына был конкурсты ла теплоходта үткәреүҙәре юҡтан түгел: белеүегеҙсә, һыу үҙенә бөтөн мәғлүмәтте ҡабул итә. Тимәк, ошонда яңғыраған аяттар Ағиҙелгә “һеңеп”, аҙаҡ пар рәүешендә күккә күтәрелеп, Башҡортостаныбыҙға изгелек булып яуасаҡ...
Уҫманғәленән килгән Фәтих исемле 10 йәшлек малай менән һөйләшеп киттек. “Беҙ, Рәфис хәҙрәттең улдары Билал менән мин, икәүләп килдек ярышҡа, – тине ул. – Дүрт йәшемдән бирле уҡыйым аяттарҙы, хәҙер инде 32 сүрәне беләм. Конкурста тәүге ҡатнашҡанымда бер ниндәй ҙә урын алмағайным, унан һуңғыларында беренсе, икенсе дәрәжә дипломдарға өлгәштем”. Унан Вилдандан һорап ҡуйҙы:
– Һиңә нисә йәш? Нисә сүрәне беләһең?
– Туғыҙ йәш миңә. Ун икене ятлағанмын.
– Мин һинең һымаҡ саҡта 24-те белә инем. Ике тапҡырға күберәк. Тырышырға кәрәк!
Бөрйәндән Байназар ауылының имам-хатибы Данияр хәҙрәт ике ма­лай менән бер ҡыҙҙы алып килгән. Ғафури районының Һабай һәм Ҡауарҙы ауылдарынан, Салауат ра­йо­ны үҙәге Малаяҙҙан да өмөтлө балалар менән таныштыҡ. Дүртөйлөнән, Туймазынан, Благоварҙан, Стәрлета­маҡтан да бар инеләр. Ике баланың ғәрәпсә китаптан аяттар уҡып ул­тыр­ғанын күргәс, нисек өйрән­гәндәрен һорашҡайным, атайҙары: “Улар бит Ҡаһирәлә үҫте, – тине. – Шундағы университетта белем алғайным”.
Ҡөрьәнде яҡшыраҡ белгәндәрҙе осратҡан һайын күңелдә сәм арта ғына. Бәләкәстәрҙең уңышы айырыу­са ҡыуандыра.
Балалар имтихан үткән бүлмәгә этеш-төртөшһөҙ генә инә торҙо, белгәндәрен тыныс ҡына һөйләп бирә торҙо. Уларҙың береһенең дә йөҙөндә еңеүгә, башҡаларҙы уҙҙырыуға ынтылыш күрмәнем. Үҙҙәренең көсөн һы­нау ғына мөһим кеүек ине барыһына ла. Иҙел ағаһынан алдараҡ инеп, һигеҙ сүрәне ятлап сыҡты. Вилданға иһә тәүҙә белмәгәне тура килде, аҙаҡ икәүҙе һөйләттеләр. Баһалама ағза­лары диҡҡәт менән тыңлай, өҫтәмә һорауҙар биргеләй.
Өс сәғәт буйы теплоходта йөҙөп, өйлә намаҙы ваҡытына ғына мәҙрә­сәгә кире ҡайттыҡ. Унда балаларҙы тәмле былау, шәрбәттәр һәм, әлбиттә, еңеүселәрҙе бүләктәр көтә ине. Беренсе урын алғандарға ноутбук бир­һә­ләр, икенсе һәм өсөнсө урындар өсөн велосипед, кеҫә телефоны, спорт ҡорамалы һымаҡ ҡиммәтле әйберҙәр тапшырылды.
– Атай, ниңә беҙгә бер нәмә лә юҡ? – тип һораны кинйә улым, ҡайтырға сыҡҡас. Мин ни тиергә белмәй торғанда ағаһы яуапланы:
– Теплоходта йөрөү бүләк түгелме һиңә? Етмәһә, Аллаһ Тәғәлә сауаптарын бирәсәк. Киләһе йыл ҡатнашыу өсөн ярыштың тәртибен дә белдек...
Балалар мәғәнәһен аңлағас, ярыш­ты ойоштороусылар маҡсатына өл­гәш­кәндер, тип һығымта яһаным үҙемсә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 274

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 720

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 326

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 598