Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайын “ҡайғы ағасы”мы?
– Ҡайынды “ҡайғы ағасы” тиҙәр. Ул төҙө­лөштә лә бигүк ҡулланылып бармай, утын өсөн генә файҙаланыла. Шуның өсөн ҡайынды башҡа ағастар араһында иң кәрәкһеҙе кеүек күрәм. Был йәһәттән ни тиерһегеҙ, Нурмө­хәмәт хәҙрәт?

Рида ХӘЛИМОВА.
Дүртөйлө районы.

– Бисмилләһир-рахмә­нир-рахим!
“Ер йөҙөндә һәр нәмә­не әҙәм балаһына файҙа булһын өсөн яралттым”, – тиелгән “Ҡөрьән Кә­рим”­дә. Аллаһ Тәғәләнең бүләктәре араһында ағастар айырым урын алып тора. Билдәле булыуынса, улар насар һауаны үҙенә ҡабул итеп, кислород бүлеп сығара. Тимәк, ағасты “Ер шары­ның үпкәһе” тип әйтергә мөмкин. Урманлы ерҙә айырым микроклимат хасил була. Был ергә һыу ҙа яҡыная, үҫемлектәргә, хайуандарға йәшәү өсөн уңайлы шарттар бар­лыҡҡа килә.
Башҡортостан – урманға бай төбәк. Ағастар ифрат күп төрлө беҙҙә. Араларынан, мәҫәлән, талды алып ҡарайыҡ. Һыу буйында үҫкән был ағас һығылмалы, йомшаҡ булыуы менән билдәле. Унан борон һауыт-һаба, кәрзин, ситән үргәндәр. Хатта ки ҡабығын һыҙырып алып, йәнлек тиреһен буяу өсөн ҡулланғандар. Ҡарама ла тиҙ һына торғандарҙан түгел, шуның өсөн ул атҡа сана яһау өсөн файҙа­ланылған. Ә еректән төрлө һауыт-һаба эшләнгән. Йүкә лә ҡашығаяҡ яһауға ҡулайлы, йәнә ул – бал бирә торған ағастарҙың береһе. Әгәр ҙә яҙ сәскәгә күмелһә, йыл һәйбәт килә. Һөҙөмтәлә йүкәнең балы күберәк тә, файҙалыраҡ та була.
Ҡарағай тормошобоҙҙа айырыуса ҙур урын алып тора, сөнки ул өй төҙөү өсөн һәйбәт. Ҡарағас та – ифрат ныҡ, ҡиммәтле ағас. Ул элек Уралда шул тиклем күп үҫкән. Билдәле булыуынса, әлеге Санкт-Петербург ҡалаһын төҙөү өсөн беҙҙән күпләп ҡарағас ҡырҡып алып киткәндәр. Был ағастар ундағы һаҙлыҡты бөтөрөү маҡсатында ҡулланылған. Италиялағы бер ҡаланың да Урал ҡарағастары өҫтөндә ултырғаны мәғлүм.
Ҡайынға килгәндә, ул да ифрат файҙалы. Был ағас тәү сиратта хуш еҫле миндеге менән билдәле. Туҙынан иһә төрлө әйбер, һауыт-һаба эшләргә була. Элек уны яндырып, дегет тә алғандар. Был шыйыҡса әҙәм балаларының, хайуандарҙың тире ауырыуҙарына ҡаршы файҙаланылған. Ҡайын – ҡаты ағас. Ошо сифатына бәйле ул арба, тәртә эшләү өсөн ҡулланыла. Ләкин ҡаты булғанлыҡтан һыуыҡ үткәреүе сәбәпле, ҡайындан йорт төҙө­мәйҙәр.
“Ҡайғы ағасы” тиеүҙәре хәҡиҡәткә тап килмәй. Гәзиттең үткән һандарындағы вәғәздәремдә әйте­үем­сә, Исламда шик-шөбһәгә урын юҡ. Пәй­ғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә шулай ҡушҡан. Әлбиттә, халыҡ араһында борон-борондан ниндәйҙер ырымдар йәшәгән. Ләкин Ислам уларға ышанырға, тормошта ҡулланырға рөхсәт итмәй. Тимәк, матурлығы менән һоҡландырған, һылыу ҡыҙ шикелле аҡ ҡайынға шикләнеп ҡарарға ярамай. Элек-электән шағирҙарыбыҙға ижад ҡанаты биргән, күп йырҙа данланған ҡупшы ағасты үҫтерергә, һаҡларға тейешбеҙ. Урмандарыбыҙҙы, парктарҙы йәмләп, биҙәп ултырыуы – үҙе ҙур бәрәкәт бит. Аллаһ Тәғәлә беҙгә ошондай бүләк биргән икән, уның ҡәҙерен белергә бурыслыбыҙ. Ғөмүмән, һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәт ҡосағында шифалы һауа һулап йәшәү – сикһеҙ бәхет. Ошондай ожмахтай урында ғүмер итеүебеҙ өсөн Раббыбыҙға рәхмәт уҡыйыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр.
Баҡсабыҙҙа ла төрлө ағас ултыртайыҡ. Был иң изге эштәрҙең береһе һанала. “Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы иген икһә йәки ағас ултыртһа, уларҙың орлоғон, емешен башҡа кешеләр, ҡош-ҡорт ҡулланһа, үҫтереүсегә ҙур сауап була”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Аллаһ Тәғәләнең бүләге булған ағастарҙың һәр береһенә иғтибарлы булайыҡ, уларҙы һаҡлайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Шулай икән, йәнебеҙ ҙә, тәнебеҙ ҙә сәләмәт булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Донъя именлеге ниҙән башлана?

Донъя именлеге ниҙән башлана? 29.03.2019 // Иман

Бер хикмәттә, ололарҙың ғүмерен иғтибар, уларҙың кәңәштәрен тыңлай белеү оҙонайта, тиелгән. Бөгөнгө...

Тотош уҡырға 1 466

Юлға фатиха бирер

Юлға фатиха бирер 29.03.2019 // Иман

Мәсетле районының имам-мөхтәсибе Азамат Вәлиев битараф булмаған замандаштарыбыҙҙан изге эштә ярҙам...

Тотош уҡырға 1 381

Апрелдең изге кистәре

Апрелдең изге кистәре 29.03.2019 // Иман

Быйылғы апрель мосолман календары буйынса рәжәб һәм шәғбанға тура килә. Ә был айҙар, мәғлүм ки, иң...

Тотош уҡырға 1 472

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк...

Гүзәл затты хәстәрләмәһәк... 01.03.2019 // Иман

Яҙ башында дәүләт тарафынан ҡабул ителгән иң матур байрамдарҙың береһе – 8 Март. Йәшәйештең нигеҙе,...

Тотош уҡырға 1 275

Ниндәй бүләк бирергә?

Ниндәй бүләк бирергә? 01.03.2019 // Иман

Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы байрамда матур бүләктәр менән һөйөндөрөргә тырыша. Исламда быға ниндәй ҡараш?...

Тотош уҡырға 1 892

Рәжәбтә ни сәсһәң,  Рамаҙанда шуны урырһың

Рәжәбтә ни сәсһәң, Рамаҙанда шуны урырһың 01.03.2019 // Иман

Мосолман календары буйынса 1440 йылдың яртыһы ла үтеп бара. Йома, 8 март, етенсе ай рәжәбтең...

Тотош уҡырға 1 473

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын

“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын 08.02.2019 // Иман

Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек....

Тотош уҡырға 1 568

Көнсөллөк нимәгә килтерә?

Көнсөллөк нимәгә килтерә? 08.02.2019 // Иман

Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ...

Тотош уҡырға 1 722

Ҡөрьән – оло фән

Ҡөрьән – оло фән 08.02.2019 // Иман

Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып...

Тотош уҡырға 1 369

Матур кейенһен, биҙәнһен...

Матур кейенһен, биҙәнһен... 08.02.2019 // Иман

Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолман ҡатын-ҡыҙы кейеме йылдан-йыл күркәмләнә, зауыҡлыраҡ, сағыуыраҡ була...

Тотош уҡырға 1 327

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай

Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай 08.02.2019 // Иман

Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы...

Тотош уҡырға 1 333

Иргә ниҙәр тыйыла?

Иргә ниҙәр тыйыла? 01.02.2019 // Иман

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мосолман ирҙәрҙе алтын-көмөш менән мауығып китеүҙән тыйған....

Тотош уҡырға 1 599