Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иртәгә һуң булыуы ихтимал
Иртәгә һуң булыуы ихтимал Хикәйә
“Ниндәй ахмаҡ мин!” – тип ыңғы­рашты Әхмәт. Көнөнә биш тапҡыр намаҙ уҡыған кешеләргә ҡайһылай яҡшы! Ул да Аллаһ Тәғәлә ҡаршы­һына сафланған йән менән таҙа килеш килеп баҫҡан булыр ине.
Ә ете йәшлек улы... Ни өсөн уның йәне хаҡында хәстәрлек күрмәне, ма­лай­­ҙың нисек кейенеүен, туҡла­ны­уын хәстәрләмәне? Ниңә те­­ле­визор­ҙан күрһәтелгән бысраҡ­лыҡ­тарҙы ҡарарға рөхсәт итте? Ни өсөн балаһын Аллаһ Тәғәләне, уның пәйғәмбәрҙәрен яратырға өйрәтмәне һуң?!
Әхмәт бала сағын, йәшлеген иҫе­нә төшөрҙө. Ул осорҙағы ваҡи­ға­лар­ҙың күбеһендә – үҙ-үҙен оялтҡан, хәҙер ныҡ үкен­дергән гонаһтар ғына. Тимәк, ба­ры­һы өсөн дә тулыһынса яуап бирергә тура киләсәк. Шул ваҡыт үлемен көткән Әхмәттең башына “Намаҙ уҡырға кәрәк” тигән уй килде. Бында, мейес эсендә, урын тығыҙ, шулай ҙа… Бәлки, изге ғәмәле ҡабул булыр. Әхмәт доға уҡый башланы.
Уның өсөн барыһы ла яңылыҡ ине. Бәлки, был тойғолар намаҙ уҡыған һайын булалыр. Әхмәт бит Аллаһ Тәғәләгә ғүмерендә беренсе тапҡыр мөрәжәғәт итте, ышаныуҙың, ярҙам һорауҙың нимә икәнен аңла­ны. Йәне-тәне менән ялбарҙы ул, үҙенең Раббыбыҙ алдында ни тиклем көсһөҙ икәнен тойҙо. Йәстүҙән һуң витр намаҙын да уҡыны.
Ә Сыңғыҙ, өйөнә ҡайтып, йоҡларға ятты. Көтмәгәндә ул, төн уртаһында ырғып тороп, сәғәтенә ҡараны: 4-се 15 минут. Ҡурҡыныс төш күреп уянғайны егет: дуҫы Әхмәт мейес эсендә тереләй яна һәм уны ярҙамға саҡыра… Нимә булды һуң әле? Әллә Әхмәт эстә саҡта мейестең келәһен элеп киттеме икән?! Сыңғыҙ тиҙ генә кейенде лә ашығып урамға сыҡты. Бер туҡтауһыҙ йүгерҙе.
Төнгө эшселәр килмәгәйне әле. Сыңғыҙ ишекте асып, утты ҡабыҙҙы ла: “Әхмәт!” – тип саҡырҙы. Тынлыҡ. Тағы бер нисә тапҡыр тауыш бирҙе. Ә был мәлдә Әхмәт күҙ йәшен түгеп намаҙ уҡый ине. Үҙен кемдер са­ҡыр­ғанын ишетеп, мейес эсенән сыҡты. Сыңғыҙ уға ғәжәпләнеп ҡараны.
– Һин кем? – тип һораны ул ҡур­ҡып ҡына.
Әхмәт илауын дауам итте, Сың­ғыҙға һонолған ҡулдары һауала аҫылынған килеш ҡалды.
– Нисек инде, кем? Мин – Әхмәт, күрмәйһеңме ни? – тине ул һыҡтай-һыҡтай. – Кисә мейесте таҙартырға килгәйнем, кемдер ишекте бикләп китте.
– Был мөмкин түгел! – тине Сыңғыҙ.
Нисек инде улай булһын? Бергә эшләгән кешеһен танымай, имеш…
Әхмәт көҙгө ҡаршыһына йүгереп кил­де. Был бит уның йөҙө түгел! Ағар­ған сәс, йыйырсыҡ менән ҡап­ланған ҡулдар… Бер төн эсендә шу­лай ныҡ ҡартайғайны ул. Әгәр яныу­ҙың нимә икәнен аңлаһа, башҡалар ҙа Әхмәт кеүек үҙгәрер ине. Тормош менән тамуҡ уты араһында – ҡыҫҡа ғына мәл. Шуны оноторға ярамай.

Фәнирә ҒАЙСИНА тәржемәһе.

(“Золотой родник” журналынан алынды).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 489

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 507